Новости » Слово автору | ||
Рафаэль Аҙнағоловтың һыҙланып яҙған мәҡәләһе шундай уҡ хистәр уятмай ҡалмай. Бик урынлы мәсәләләр күтәрелә унда. Ғөмүмән, авторҙың был даирәгә ҡағылышлы мәҡәләләрен юғары баһалайым. Дөрөҫ шул, беҙ икенсе телдәр йоғонтоһона бирелә барабыҙ, үҙебеҙҙекенең ҡәҙерен, баһаһын белеп бөтмәйбеҙ. Урыҫ теленән туранан-тура ауҙарып яҙырға, һөйләшергә өйрәнеп алдыҡ. Быны хатта ҡайһы саҡ үҙемдә лә тоям — эш буйынса күберәк шул телдә аралашырға, яҙырға тура килде бит. Уныһы ла әле йәнле һөйләш теле түгел, ә таш ҡалыпҡа ҡыуып индерелгән ҡануниәт теле… Был даирәлә урыҫса фекерләйем ахыры күберәк.Әммә тел боҙоуҙа йәштәр «алғы сафта» бара шулай ҙа. Һуңғы ваҡытта, мәҫәлән, «арыуыҡ» һүҙен урынһыҙ ҡулланыу күҙгә ташлана. Нишләптер ул «арыу уҡ» һүҙбәйләнешен алмаштырҙы ла ҡуйҙы. Арыуыҡ — ул аралыҡ, ваҡыт киҫелеше тигән мәғәнә бирә. Мәҫәлән, шул ваҡыт арыуығында күп нәмә эшләп өлгөрөп була. Ә «арыу уҡ» — байтаҡ һүҙенең синонимы! Телебеҙҙән бик матур рашҡы (дөрөҫө — ырашҡы) һүҙе лә төшөп ҡалып бара. Элек радионан һауа торошон тыңлағанда ҡарлы ямғыр тимәй, рашҡы һүҙен ҡулланалар инесе. Хәҙер ошо хаҡта радиоға шылтыратһам, һүҙлектәрҙә ул һүҙ юҡ, тип яуап ҡайтарҙылар! Ҡайҙа булған һуң ул, беҙ бала саҡтан ишетеп, белеп, ҡулланып үҫкән һүҙ! Йә иһә,»боҙ яуыуы ихтимал» тигән фараз — бөттөң инде башыңа боҙ яуа башлаһа! Элек, борсаҡ яуасаҡ, тип хәбәр ителә ине. Һис юғы, боҙборсаҡ… Боҙ тип иһә беҙҙең аңда күктән төшкәне түгел, йылға, күләүек йә нимәлер өҫтөндә хасил булғаны, шулай уҡ нимәнеңдер туңып ҡатыуы ғына ҡабул ителә ине, йәғни, ул борсаҡ булып яуғанынан дәүмәле, майҙаны, рәүеше менән айырыла. Ҡулың беҙ кеүек һыуыҡ тип әйтеү ҙә бар.Боҙ яуыу төшөнсәһе беҙгә татар теленән килеп инде, дөрөҫөндә. Мышар һүҙе лә хәҙер миләшкә әйләнеп бөттө инде. Һүҙ ҙә юҡ, шиғырҙарҙа, әҙәби әҫәрҙә ошолай ҡулланыу уны наҙлыраҡ, нәзәкәтлерәк итә. Миләшкәйем, тигәне ҡатын-ҡыҙҙың йөрәгенә май булып яғыла инде ул, мышарҡайым ише түгел. Әммә мышар беҙҙең асылды сағылдыра түгелме?! Халҡыбыҙҙың иркәләү һүҙҙәрен иғтибарға алһаҡ, тал ағасын табырбыҙ — талдай нескә билле тигән һүҙбәйләнеш әле лә төшөп ҡалғаны юҡ. Ҡайындай зифа буйлы тигәне ишетелгеләй. Ир-атты имән, ҡарағай, ҡайҙалыр уҫаҡ менән сағыштырыу бар. Мышар һүҙе иһә яңғырашы менән үк уның татырлыраҡ тәмен дә, ҡушар-ҡушар суҡ тәлгәшен дә күҙ алдына килтереп баҫтыра кеүек. Шул һүҙ онотолмаһын тигән ниәттән генә бер ваҡыт хатта шиғыр яҙып ҡуйғайным. Наҙлыҡай, яғымлыҡай яңғырамайҙыр ҙа, әммә үҙемә ул тап бына ошолай, башҡортса бер аҙ ҡырыҫлығы менән яҡыныраҡ, тәбиғиерәк. МышарМышылы урмандарымдаМышарҙар ҡушар-ҡушар,Ушатыр уттай һутынаЮшандар таты ҡушар.Мышарҙармы — йәй өҫтөндәАлҡынмағанға бошор?!Белеп кенә үҙ баһаһынҠояш нурҙарын тышар.Ҡуҙғымай ҡуҙ төшөрөргәМиҙгелен көтә мышар,Ялҡын һүнгәс, урмандарҙыБаҙратыр тошар-тошар.Йөҙөмә ҡаба эҫеһе,Ҡайнарлығын ҡыш ҡоршар….Икәүләп мышар тирәбеҙ, Ҡулыбыҙ ҡушар-ҡушар.Һанай китһәң, күп инде ул. Мәҡәлә авторы менән шулай ҙа фекерем бер аҙ тап килмәй. Ҡояш сығыу һүҙбәйләнешенә бәйле был. Ул хаҡлы, ҡайһы бер төбәктәрҙә ҡояш сыға тип әйтергә ярамай тигән хөрәфәт йәшәп килә. Был мәжүсилек осоронан ҡалған хөрәфәттәрҙең береһе тип аңлайым. Ғәмәлдә, ҡояш сыға тип бик күп урындарҙа әйтәләр, юҡҡа ғына телебеҙгә «көнсығыш» һүҙе килеп инмәгән бит ул. Халҡыбыҙҙа «ҡояш» һәм «көн» һүҙҙәре синоним булараҡ та ҡулланыла бит. Ҡайһы бер төрки телдәрҙә ҡояш һүҙе тап бына «көн» тигәндән яһалған. Миҫал өсөн, әзериҙәрҙә ул «гүнәш», йәғни «көнәш». Беҙҙә лә борон шулай булғандыр ул, көнәштән ҡояшҡа әйләнгәндер тип уйлайым…Ҡояш, ысынлап та, башта сыға, шунан инде күк йөҙөнә ҡалҡа. Ә бына ай — ҡалҡа. Уның сыҡҡаны күренмәй беҙгә. Был фольклорҙа ла күренә. Шундай һынамыш бар: Ҡояш ҡолаҡланып сыҡһа, ямғыр булыр. Ҡояш ҡыҙарып сыҡһа — ямғыр булыр, ҡыш көнө шулай булһа — һалҡын булыр. Ҡояш сыҡҡанда бағана-бағана нур сәселһә, һыуыҡ булыр. Ҡояш сығыуға бәйле йәнә әллә күпме һынамыштар бар һәм улар «Башҡорт халыҡ ижады» томдарына ла күпләп инеп ҡалған. Һәр хәлдә «восход» һүҙен «ҡояш сығыу, ҡояш ҡалҡа башлау» тип ике төрлө алырға мөмкин тип уйлайым.Мөсәл йылдарына килгәндә, боронғоларыбыҙ ысынлап та Йылҡы, Ҡуян йылы тип йөрөткәндәр. Аждаһа йылы Лыу (ылыу) йылы тип аталған; сусҡа түгел, Ҡабан йылы тигәндәр. Ни өсөн шулай? Сөнки, башҡорттар мосолман булараҡ сусҡа тотмаған, уны ғүмере буйы ла күрмәгән күбеһе, телмәрҙә ҡулланылһа ла, әр һүҙе булараҡ ҡына ишетелгеләгән. Йылды әр һүҙе менән атауҙан тыйылғандар. Ҡабан иһә — урман йәнлеге, уны белгәндәр, күргеләгәндәр ҙә. Элекке яҙмаларҙа ул тап бына ҡабан йылы булып теркәлеп ҡалған.Тормош арбаһы алға тәгәрәгән һайын телмәребеҙгә яңы төшөнсәләр килеп инә, уларҙы тап үҙебеҙҙең асылыбыҙға ярашлы итеп, ижади тәржемә итеү зарурлығы ла тыуа. Улар башҡорт теле ҡанундарына ла, булмышына ла тап килерлек булғанда ғына ерегеп китә. Был хаҡта ла алда фекер алышыуҙар булыр тип өмөт итәм.»Йәшлек» гәзите, ғөмүмән, яңы һүҙҙәр ҡулланыуҙа һынамаҡ майҙан булып тора инде байтаҡ йылдар. Йәштәр гәзите өсөн шулай кәрәктер ҙә. Ҡайҙалыр быны эшләү зарур. Тимәк, «йәшлектәр», һеҙҙән йәштәрсә ҡыйыулыҡ та, мәғлүмәтлелек тә, ижади ҡараш та талап ителә. http://www.ye02.ru/kl/4230-telm1241rebe11771177e-tel-tesht1241n-1211a1185lajy1185.html
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[26 февраля 2012] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}