|
Новости |
Арабыҙҙа хәйләкәрҙәр аҙым һайын. Йыш ҡына ҡылған ҡылыҡтары эҙһеҙ үтә бит әле ул. Шулай ҙа, ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә тигәндәй, мутлыҡтары барыбер асыла. Баш ҡалабыҙҙағы бер “эшҡыуар” ҙа фаш ителгән.
Беләһегеҙ, хәҙер кем эш асырға теләй, хөкүмәт мөмкин булғанса ярҙам итергә тырыша, субсидиялар бүлә. Бына ошонда ла мутлашыусылар табыла. Өфөлә берәү ҡаҙнанан 100 мең һум аҡса алған. Былтыр, бизнес асам, тигән булып, документ тапшырған. Араһына килеме йәшәү минимумынан әҙ булыуын күрһәткән ялған справка ла ҡыҫтырған был. Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү буйынса республика үҙәгендә бының әшнәһе эшләгән, шул тейешле документтарҙы йүнләп тикшермәйенсә, аҡса алырға ярҙам иткән дә инде. Тик әлеге 100 мең һумды рәхәтләнеп тотонорға яҙмаған икән. Бер ниндәй ҙә әҙ килемле булмаған ир автооҫтаханала арыу ғына аҡсаға эшләп йөрөгән. Беҙ тоҡто тишеп сыҡҡан шул…
|
|
| Напечатать | Комментарии (0) |
|
[6 февраля 2016] | Просмотров: 481 Опубликовал: admin |
Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}