Новости | ||
Был аҙнала беҙ Илеш, Стәрлебаш, Хәйбулла райондарынан хәбәрҙәр ҡабул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ барҙыр, моғайын – һөйләгеҙ. Беҙҙең менән бәйләнеш мөмкинлектәре киң. Телефон һандары: 8-965-923-20-00. Гәзитебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнештә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.
Клара ХӘЛИУЛЛИНА, Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы: – Беҙҙең төбәктә район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге иғлан иткән “Минең кесе тыуған яғым” марафоны старт алды. Тәүгеләрҙән булып Ябалаҡ, Юлдаш, Иҫке Татыш ауылдары үҙҙәренең данын яҡлап сығыш яһаны. Ауыл тарихын сағылдырған стендтар, ҡул эштәре оҫталарының күргәҙмәләре һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ә һәр ауылдың таланттары ҡатнашлығында үткән концерт район өсөн ҙур яңылыҡ булды. Халыҡ араһында йәшәүсе ябай эшсәндәрҙең йыр-моңға, бейеүгә, нәфис һүҙгә оҫталығы һәр кемде хайран итте. Ауылдарҙың данын шунда тыуып үҫкән шәхестәр күтәрә. Һәр кем үҙенең белеме, таланты, эше менән илгә, тыуған еренә файҙа килтереү өсөн тырыша. Ябалаҡ ауыл биләмәһенең дә күренекле шәхестәре бихисап. Уларҙың тап ошо көндә тыуған яғына ҡайтырға мөмкинлеге булғандары сәхнә түрен биҙәне. Марафонды башҡа ауылдар ҙа күтәреп алды. Район халҡы уларҙың да сығыштарын түҙемһеҙлек менән көтә. Рафаил ИШҺАРИН, Стәрлебаш районы, Аллағыуат ауылы: – Беҙҙең ауылда мәҙәниәт йорто тулы ҡеүәтенә эшләй, халыҡтың ялын һәм буш ваҡытын файҙалы, мәҙәниле итеп үткәрер өсөн тырыша. Зифа Ҡолһарина етәкселегендә “Дарман” фольклор ансамбле, “Хужабикә” клубы, ағинәйҙәр ҡоро башҡа ауылдарға ла өлгө булырлыҡ. Ә театр түңәрәге (етәксеһе – Маһира Ҡолһарина) оҙаҡ йылдар дауамында башҡорт драматургтарының әҫәрҙәрен сәхнәләштерә. Ауылдың халыҡ телендә йөрөгән мәҙәктәренән дә бәләкәй спектакль ҡуйҙылар. Һәм быйыл ошо түңәрәк ағзалары “Халыҡ театры” исемен юллау өсөн махсус комиссия алдында Флорид Бүләковтың “Әбейҙәргә ни етмәй?” комедияһы менән сығыш яһаны. Баһалама ағзалары ла, ауыл халҡы ла берсә моңланып, берсә йылмайып, геройҙар менән бергә “янып-көйөп” ултырҙы. Азамат Асҡаров, Зифа Ҡолһарина, Миңзәлә Бикташева, Нурия Асҡарова, Маһира Ҡолһарина артистарҙан һис тә кәм уйнаманы, үҙҙәрен ысын талант эйәләре тип танытты.Спектакль комиссия тарафынан яҡшы баһаланып, март айында Кушнаренко районында үтәсәк “Театраль рампа” фестиваленә саҡырыу алды. Ауылыбыҙҙың таланттарына уңыш теләйбеҙ! Юлиә ҒӘЛИЕВА, Хәйбулла районы: – Күптән түгел Йәнтеш ауылында матур йолаға әүерелгән “Гәлсәр һандуғас” район йырсылар конкурсы үтте. Тәү сиратта байрамдың бағыусыһы Азамат Торомтаевҡа ҙур рәхмәт әйтеп үтке килә. Ул районда эшлекле етәксе генә түгел, ә оҫта ҡурайсы булараҡ та билдәле. Байрамды ойоштороуҙа ла ҙур ярҙам күрһәтте.Конкурс яңы таланттарҙы асырға, киләсәккә һөнәр һайларға ярҙам итә, тип әйтеү һис тә арттырыу түгел. Сөнки үткән йылдарҙағы еңеүсе Иҙел Мәнишев менән Азат Исҡужин бөгөн Сибай сәнғәт колледжында белем ала. Улар быйыл махсус ҡунаҡ булараҡ сығыш яһаны. Конкурста райондың төрлө ауылдарынан 26 кеше ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ойоштороусылар бағыусылар менән бергә уларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Байрамдың төп бүләге – гран-при йәнтештәрҙә ҡалды. Ауылдың талантлы егете Ғәлим Ултыраҡов ошо юғары баһаға лайыҡ булып, ауылдаштарын ҡыуандырҙы. Федоровка ауылынан Буранбай Билалов беренсе урынды яулаһа, Илзирә Шәрипова (Һаҡмар) менән Миләүшә Әлибаева (Байғусҡар) икенсе урынды бүлеште.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[5 февраля 2016] | Просмотров: 493 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}