Новости | ||
суд приставтары федераль хеҙмәте 15 ғинуарҙан бурыслыларҙың автомобиль йөрөтөү хоҡуғын ваҡытлыса сикләй башланы. Ҡараусыһыҙ ҡалғандарға бурысын түләмәүсе, енәйәт ҡылыу һөҙөмтәһендә һаулыҡҡа килтерелгән матди һәм әхлаҡи зыянды ҡапламаусы, балаларҙы тәрбиәләү буйынса башҡарыу документы талаптарын үтәмәүсе, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ штрафты түләмәүселәр – барлығы 10 меңдән ашыу кешенең таныҡлыҡтан мәхрүм ителеүе ихтимал. Башҡарыусы суд приставы быны үҙ аллы йәки тапшырылған ғариза нигеҙендә эшләй ала. Граждан бурысын түләгәндең икенсе көнөнә үк суд приставы уның документын кире ҡайтара.Шул уҡ ваҡытта сикләүҙәр түбәндәге категория граждандарына ҡағылмаясаҡ:– әгәр ҙә бындай сара бурыслыны уның төп йәшәү сығанағынан мәхрүм итһә (таксистар йәки йөк машиналары водителдәре);– әгәр транспорт сараһын ҡулланыу бурыслы йәки уның менән бергә йәшәүсе ғаилә ағзалары өсөн берҙән-бер йәшәү сығанағы икән;– әгәр бурыслы транспорт менән идара итеүсе инвалид йәки уның ҡарамағында I йә II төркөм инвалиды (инвалид бала) булһа;– әгәр ҙә бурыслыға башҡарыу документы талаптарын үтәүгә кисектереп тороу бирелһә.“Туҡтатылған” таныҡлыҡ менән руль артына ҡабаттан ултырыусыларҙы 50 сәғәтлек мотлаҡ эшкә йәлеп итеү йәки бер йылға водитель танытмаһынан мәхрүм итеү ҡаралған.
Бурыстарығыҙ барлығын һәм уларҙың күләмен суд приставтары федераль хеҙмәте сайтындағы “Башҡарыу эше мәғлүмәттәре банкы” буйынса тикшерергә һәм уларҙы шунда уҡ түләргә мөмкин.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[7 февраля 2016] | Просмотров: 573 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}