Бер түрә, ирәйеп китеп: «Мин – урындағы власть! Теләһәм – дошмандарымды батырам, теләһәм – ярлыҡайым! Барыһы ла минең ҡулда!» – тип маҡтанғайны. «Ә дошмандарығыҙ кем?» «Кем миңә ҡаршы – шул дошман!» Үкенескә күрә, мәкерле, үсле, аҫтыртындарҙы асыҡларға ни берәй тест, ни детектор уйлап сығармағандар. Уйлап сығарһалар, ундайҙарҙы власҡа яҡын да юлатмаҫ инек. Юғиһә, Белорет районының Абҙаҡ ауылы халҡы зарланыуынса, урындағы хакимиәт башлығы Байрас Фазыловтың яҙылмаған шундай күрһәтмәһе бар, имеш: «Кемдер белешмә һорап килһә, уны шунда уҡ яҙып бирмәгеҙ, инәлтеп йөрөтөп алығыҙ, белһендәр кемдең ҡулында власть икәнен!» Диктофонға яҙҙыртып алмағас, ысынлап шулай тигәнме, әллә был уйҙырмамы – билдәһеҙ. Ләкин кешеләр бер ябай ғына белешмә артынан да айҙар буйы йөрөгәс, уйланырға урын бар. Яңыраҡ муниципаль милек менән идара итеү буйынса комитеттан белгес Абҙаҡҡа килеп, граждандарҙы ҡабул итеү ойошторғас, уға ҡырҡ өс кеше инә. Улар, урындағы хакимиәттән белешмә бирмәгәс, айҙар, йылдар буйы шәхси милектәрен (йорттарын, участкаларын) теркәй алмай йөрөгән! Урындағы власты кәүҙәләндергән кеше халыҡ мәнфәғәтен яҡлау, уға мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итеү урынына, киреһенсә, төрлө кәртәләр уйлап сығара, тәгәрмәскә таяҡ тыға түгелме?Элек оҙаҡ йылдар Абҙаҡ ауыл хакимиәтендә башлыҡ булып эшләгән Ишбулат Аҡкучуков был хәлгә ҡарата үҙ фекерен йәшермәй: – Белеүегеҙсә, Рәсәй Дәүләт Советының сираттағы ултырышы ауыл үҫеше мәсьәләһенә арналды, – тип һүҙен алыҫтан башланы. – Владимир Путин, ауылдың бәләһе финанс етмәү генә түгел, ә кеше факторы ла, тине. Йәғни чиновниктар халыҡҡа мөмкин тиклем яҡыныраҡ булырға тейеш, тип, ил башлығы түрәләргә шундай кәңәш бирҙе: «Ауыл хакимиәте башлығы, уның командаһы һәр ваҡыт бәйләнештә булһын. Кеше бөтәһен дә күреп-ишетеп тора һәм асыҡлыҡты, хәстәрҙе баһалай белә». Эйе, халыҡҡа урындағы үҙидараның һөҙөмтәле эшләүе мөһим. Түрә халыҡҡа күренмәй, йомош менән килгәндәрҙе ҡырҡа бороп сығара икән, бындай етәксенән фәтүә юҡ. Белоретта йәшәгән Абҙаҡ хакимиәте башлығы Байрас Фазыловтың үҙен һауалы тотоуынан, юҡ-барға үс алыуынан, йыш ҡына эш урынында булмауынан, белешмә өсөн инәлеп-ялбарып йөрөүҙән халыҡ ялҡҡан. Шуға ла инде Б. Фазыловты властан алып ташлау өсөн бер нисә ай, геү килеп, көрәш алып бара. Әммә ул бирешмәҫ етәксе булып сыҡты. Уға депутаттар ҙа, район етәкселеге лә, тәртип һаҡлау органдары ла бер ни тормай – үҙе баш, үҙе түш… Ауыл советы депутаттары 9 апрелдә үк Б. Фазыловты отставкаға ебәреү тураһында ҡарар ҡабул итһә лә, түрәнең йылы урындан киткеһе килмәй шул. Быҙауға һөтлө һыйырҙан айырылып булмаған һымаҡ, яҡын-тирәлә иң бай һаналған ауыл советынан китеүҙәре, ай-һай, еңел дә түгелдер. Бәлки, кеше төн йоҡоларын йоҡламай ошо вазифа тураһында хыялланғандыр, ашламалы ергә нисек тамыр ебәреү хаҡында пландар ҡорғандыр, көндөҙ иһә уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн тегендә-бында йән-фарман сапҡандыр, яңы дуҫтар, таныштар арҡылы артын нығытҡандыр. Нисәмә йыл дауамында ошоға күпме көс түк тә, анһат ҡына кит тә бар, ти…
«Тарих»тың башы
Башлыҡ булһаң, башлы бул!Һөйләүҙәренсә, был «тарих» бер нисә йыл элек башланған. Аныҡлап әйткәндә, 2008 йылда Абҙаҡ ауыл советына депутат булып үтһә лә, хакимиәт башлығы итеп һайлана алмаған Байрас Буранбай улы ауыл советы хакимиәтен оҙаҡ йылдар етәкләгән Ишбулат Аҡкучуковтың эшенә бар яҡлап та аяҡ сала башлай. Был тырышлығы (шул энергияһын изге эштәргә йүнәлтергә ине лә бит, ҡайҙан һуң!) эҙһеҙ үтмәй һәм һөҙөмтәлә депутаттарҙы үҙ яғына ауҙарып та ҡуя. 2011 йылда депутаттар ауыл хакимиәте башлығының эшен, ҡәнәғәтләнерлек түгел, тип таба һәм Аҡкучуковты эштән бушата. Ул ваҡытта 64 йәшен ҡыуған Ишбулат Сабирйән улы урын өсөн талашып тормай, депутаттарҙың ҡарары менән килешеп, эшенән китә. Уның урынына Байрас Буранбай улы һайлана, шым ғына түрә креслоһына ултыра. Сираттағы, 2012 йылдың октябрендәге, һайлауҙа Абҙаҡ ауыл советы биләмәһенә ун депутат һайлана. Уларҙың етеһе ауыл хакимиәте башлығы вазифаһына тағы Байрас Фазыловтың кандидатураһы өсөн тауыш бирә. Халыҡ вәкилдәре үҙҙәренең ҡарарын былай тип аңлата: «Абҙаҡты икенсе Швейцария итәм, тип алтын тауҙар вәғәҙә итте. Шул иҫәптән, быға тиклем хужаһыҙ булған электр селтәрҙәрен «Башэнерго» балансына күсерәм, юлдарға ҡырсынташ түшәтәм, тәү сиратта йәш ғаиләләрҙе ер менән тәьмин итәм, балалар баҡсаһы төҙөтәм, газ үткәртәм, ауыл урамдарын яҡтыртасаҡмын, ауыл эсенән үткән юлдарға сикләү билдәләре ҡуйҙыртам, тигән изге ниәтле кешегә нисек тауыш бирмәйһең?!» Күп һөйләгән әҙәмдең аҙ эшләүе хаҡындағы аҡылды онотҡан ауыл депутаттарының күпселеге шулай итеп буш вәғәҙәләр ҡармағына эләгә. Бер вәғәҙә лә үтәлмәй.
Үҙе – баш, үҙе – түш…
Башлыҡ булһаң, башлы бул!Тәүҙә халыҡ вәкилдәре тулы хоҡуҡлы хакимиәт башлығынан әллә нимәләр талап итмәй, сөнки кеше яңы ғына вазифаһын үтәүгә тотонған бит (унан алда йыл ярым эшләүенә лә күҙ йомалар). Тәүге сессия киләһе йылға бюджет ҡабул итеү кеүек ойоштороу мәшәҡәттәре менән үтә. Әммә 2013 йылда хакимиәт эшендәге баш-баштаҡлыҡтар ауыл советы депутаттарын һағайта төшә: бер кем менән дә кәңәш-төңәш итмәй, Байрас Фазылов бөтә финанс, төҙөкләндереүгә бәйле мәсьәләләрҙе үҙе генә хәл итә башлай. – Беҙҙең, депутаттарҙың, талаптары, һорауҙары даими рәүештә яуапһыҙ ҡалды, – тип һөйләй халыҡ вәкилдәре. – Күҙ менән ҡаш араһында Яңы Абҙаҡ ауылындағы күп фатирлы йорттар өсөн ҡуйылған контейнерҙарҙы ҡайҙалыр алып китеп, халыҡты факт алдына ҡуйҙы: аҙнаһына ике тапҡыр иртәнге сәғәт 9-ҙа ҡаланан сүп-сар йыйыусы автомашина килә, кем өлгөрә, шул ҡыйын һалып ҡала. Өлгөрмәгәндәр сүп-сарҙы ҡайҙа ташларға тейеш һуң, тигән ризаһыҙлыҡты хакимиәт башлығы ишетергә лә теләмәй.Һөҙөмтәлә Яңы Абҙаҡта йәшәүселәр сүп-сарҙы ҡайҙа етте, шунда ташлай. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына хакимиәт башлығы индергән өлөш бына шул инде.2012 йылда Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән төҙөкләндереүгә бүленгән 400 мең һум аҡсаны хакимиәт башлығы юлға ҡырсынташ түшәтеү өсөн тотонорға була. Ниәт изге лә бит, хикмәте лә бар. Бындай эштәрҙе тендер аша еңгән ойошма атҡарырға тейеш. Әммә Б. Фазылов нисектер тендерҙан ҡасыу юлын тапҡан: бөтә килешеүҙәр хаҡы 99 824 һум 42 тин тәшкил итә һәм улар Хәлит Әфтәховтың крәҫтиән-фермер хужалығы менән төҙөлгән. Шулай итеп, Абҙаҡтағы Трасса урамына 240 метр оҙонлоғонда юл һалдырыу өсөн 99 824 һум 42 тинлек өс (!) килешеү барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә юл төҙөү эше конкурсҡа ҡуйылһа, иң түбән хаҡ тәҡдим иткән ойошма юл төҙөр ҙә, ҡалған аҡса башҡа мөһим эштәргә йүнәлтелер ине.– Ауыл хакимиәте отчеттарында, яҡшы ҡырсынташ (щебенка) түшәлде, тип күрһәтелә, ә ысынында эшкәртелмәгән ябай ер – ҡом ҡатыш таш (тау тоҡомо) һалынған, – ти элекке депутат Хажмөхәмәт Әхмәтов. – 20 тонналыҡ яҡшы сифатлы ҡырсынташтың 1 машинаһы 5 мең һум тора, ә ябай таш 1 мең һумға төшә. Тау тоҡомон түктергәс, был хаҡҡа өс саҡрым юл түшәлергә тейеш. Ләкин ҡайҙа ул юл һәм аҡса? Ҡырсынташ аҡсаһының кемдең кеҫәһенә инеп ятҡанын белгебеҙ килә.Әйткәндәй, был һорау ниңә тик ауыл халҡын ғына борсой? Ә ниңә хоҡуҡ һаҡлау органдарын дәүләт аҡсаһын уйһыҙ тәләфләү осрағы ҡыҙыҡһындырмай икән?
Ҡайҙа аҡса?
Башлыҡ булһаң, башлы бул! Абҙаҡ – билдәле курорт зонаһы. Аҡсалы кешеләр бында рәхәтләнеп йорт һала. Яңы Абҙаҡтан ары Магнитогорск ҡалаһынан йорт һалыусылар биҫтәһен Дачная тип йөрөтәләр. Унда әле бер генә кеше йорт һалған. Үҙен күрергә тура килмәне, шулай ҙа бик-бик ҡәҙерле кешелер инде. Юғиһә Байрас Буранбай улы Президенттың төҙөкләндереүгә бүлгән аҡсаһынан бер кеше өсөн Дачнаяға тиклемге 150 метрлыҡ юлды түшәтеп тә тормаҫ ине (юлды төҙөүгә әлеге лә баяғы Х. Әфтәхов йәлеп ителеп, 99 824 һум 42 тингә килешеү төҙөлә). Абҙаҡ ауылында һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән Мөғжизәле ағас, Ҡояшлы, Совхозная, Ҡуянташ урамдарының төҙөкләндерелмәүе башлыҡҡа иғтибарға лайыҡ булмаған мәшәҡәт булып күренәлер. Сөнки унда йәшәүселәр әллә кем түгел әле, ерле халыҡ, түҙерҙәр, тиҙер. Яҙлы-көҙлө балаларҙың батҡаҡҡа бата-сума уҡырға йөрөүендә эше юҡ (унан «УАЗ» автомобилдәре лә үтә алмай әле ул). Күрәһең, башлыҡ шулай итеп халыҡ өсөн сынығыу мәктәбен булдырғандыр, кем белә…
Дачнаяға юлды теге яңғыҙ йорт хужаһы үҙ аҡсаһына түшәттергән, тигән һүҙҙәр ҙә йөрөй халыҡта. Йортона ҡарағанда булыр ҙа… Ул саҡта дәүләт ҡаҙнаһынан бүленгән аҡса кемдең кеҫәһенә инеп ятты икән? Дачнаяға ҡаныҡҡан, тип уйламағыҙ, шулай ҙа унда әллә Хоҙайҙың ҡашҡа тәкәләре йәшәйме икән, тип аптырап ҡуям. Сөнки Байрас Фазылов Яңы Абҙаҡ халҡын бигерәк хәстәрләй бит – байҙар йәшәгән ауылға Президенттың төҙөкләндереүгә бүлгән аҡсаһына трансформатор алып ҡуйҙыртҡан. Ә шул уҡ ваҡытта Абҙаҡтың яңы төҙөлгән бер округында йәшәүселәр трансформатор өсөн үҙҙәре 300 мең һум аҡса йыйып бирә. Ә аҙаҡ ауыл хакимиәтендәге отчетта, был трансформатор бюджет аҡсаһына алынған, тип күрһәтелә. Ул саҡта халыҡтың аҡсаһы ҡайҙа булған? Эсте бошорғаны шул: Алһыу Фазылова (хакимиәт башлығының туғаны) өй беренсә йөрөп аҡса йыйғанда, исмаһам, берәйһе расписка алып ҡалһасы…– Беҙ, Урманлы урамында йәшәүселәр, туҡһанынсы йылдарҙа үҙ көсөбөҙ менән урамға ут үткәрҙек, – ти Хажмөхәмәт ағай. – Бөгөн был бағаналар авария хәлендә. Көслө ел сығып, улар ауһа, берәй бәлә сыҡһа, кем ғәйепле буласаҡ? Ауылдың электр селтәрҙәрен «Башэнерго»ға күсермәйҙәр, сөнки аҡсаны үҙҙәренә алып ҡалыу ҡулай, ахыры. «Үҙҙәренә» тип әйтеүем шунан: электрик Батыр Әхмәтшин – Байрастың еҙнәһе. Ауыл советы уның шәхси предприятиеһы менән электр линияларын хеҙмәтләндереү буйынса 684 мең һумға килешеү төҙөгән. Ләкин шул уҡ ваҡытта бер бағанаға менеү өсөн электрик кешенән 500 һум ҡулаҡса ла ала…
Килешелмәгән килешеүҙәр
Депутаттар ҡышын ауыл урамдарын ҡарҙан таҙарттырыу өсөн төҙөлгән килешеүҙәр менән дә риза түгел. Мәҫәлән, 2012 йылдың 30 ноябрендә төҙөлгән килешеү буйынса, декабрҙә 15 саҡрым юлды таҙартып тороу өсөн 67 702 һум аҡса күсерелгән. «Беҙҙә декабрҙә ҡар аҙ яуа, ул бит халыҡ аҡсаһын һыуға һала!» – ти депутаттар. 2013 йылдың 9 ғинуарында юлды таҙартыу өсөн бер айға 99 832 һум аҡса күсерелгән. Ошо уҡ йылдың декабрендә был эш өсөн 99 832 һум 50 тин аҡса түләнгән. Юл таҙартыу эштәрен атҡарыу буйынса килешеүҙәр тик бер ойошма – Роберт Ғизитдиновтың шәхси предприятиеһы менән генә төҙөлә. Нишләп закон боҙола – тендер үткәрелмәй? Билдәһеҙ. Күренеүенсә, хакимиәт башлығы тик бер-ике эшҡыуар менән генә эшләй, депутаттар әйтеүенсә, башҡалар – осһоҙораҡ хеҙмәт тәҡдим итеүселәр тураһында ишеткеһе лә килмәй.
Кемгә – ер, кемгә – ҡуҡыш
Абҙаҡ – киләсәкле ауыл. Тау саңғыһы базаһы бында төрлө яҡтан туристарҙы йәлеп итә. Шуға ла эшләргә теләүселәргә эш урындары бар, йәштәр күпләп ауылда ҡала. Тик хакимиәт башлығы йәш һәм күп балалы ғаиләләргә ер биреү мәсьәләһен хәл итергә ашыҡмай. 2013 йылда күп балалы ғаиләләргә ер бирелмәне, ти ауыл депутаттары. Шул уҡ ваҡытта Абҙаҡтағы ер участкалары аукционға һатыуға ҡуйыла. Һуңғы аукционда Урманлы тыҡрығындағы ер участкаһы 172 400 һумға һатылған! Йәштәр төҙөлөш өсөн ер ала алмай интеккәндә, Белоретта фатирҙа йәшәүсе ауыл хакимиәте башлығының Абҙаҡта участкалары бар: береһендә ҡатыны исемендә булған пилорамаһы урынлашҡан, икенсеһендә – «Лакомка» магазины. 2013 йылдың июненән хакимиәттең «ВАЗ – 21074» автомобиле юғала. 2014 йылда депутаттар машинаны таптыртып, шаулай башлағас ҡына, хөкүмәт машинаһы яңынан пәйҙә була. Шул уҡ ваҡытта булмаған машинаға 2011 – 2014 йылдарҙа бензин өсөн (нигеҙһеҙ рәүештә) 7975 һум аҡса бүленгән. Быны муниципаль район хакимиәтенән килгән тикшереүселәр асыҡлай. – Хакимиәт башлығының эшмәкәрлеге депутаттар өсөн ребус сисеүгә тиң, – тип һөйләй Абҙаҡ мәктәбе директоры Гөлшат Йомағужина. – Мәҫәлән, «Айыҡ ауыл» конкурсында номинацияла еңеү өсөн бирелгән 40 000 һум аҡсаны мәҙәниәт йортона милли кейем алыу өсөн тотонорға күмәкләп ҡарар итәләр. Тик хакимиәт башлығы милли костюмдар тегеү менән бөтөнләй шөғөлләнмәгән Магнитогорск кешеһе И. Фролов менән килешеү төҙөй һәм 40 000 һум аҡсаны уға күсерә. Тикшереү башланғас, бухгалтер иҫәбе менән теркәлгән костюмдар инвентаризация ваҡытында булмай сыға. Депутаттар уяулыҡ күрһәткәнгә генә был аҡса ҡабаттан килеп сығып, кейем тектерелә. Башлыҡтың эшенә – «икеле»Ошондай баш-баштаҡлыҡтарҙы күреп, ауыл депутаттары Юлай Аҡкучуков, Рөстәм Әхмәтйәнов, Вадим Зыкрин, Сәлих Мәғәсүмов, Мәрйәм Йәрмөхәмәтова, Рәфҡәт Нәжметдинов, Хажмөхәмәт Әхмәтов хакимиәт башлығын тәүҙә телдән иҫкәртеп килә. Быйыл иһә асыҡтан-асыҡ ризаһыҙлыҡтарын күрһәтәләр. 2013 йылғы эштәргә йомғаҡлау сессияһында хакимиәт башлығы эшмәкәрлегенә кире баһа ҡуясаҡтары хаҡында белдерә башлағас, Байрас Фазылов депутаттарҙы ҡурҡытып алмаҡсы була һәм уларҙың эш урындарына шылтырата, етәкселәренә ошаҡлай (хатта ауырлы булған депутат ҡатынды ла аямай). Бер нисә депутатты судҡа ла биргән. 2013 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса йыйылыш 11 февралдә ауыл мәҙәниәт йортонда үтергә тейеш була. Муниципаль район хакимиәтенән килгән вәкил И. Пинящук янғын һүндереүселәргә Маҡтау ҡағыҙы тапшыра ла, ҡайтыу яғын ҡарай. Депутаттар ризаһыҙлыҡтарын асыҡ рәүештә белдергәнгә 27 мартта ябыҡ сессия үтә (килгән кешеләрҙе ҡыуып ҡайтаралар). Унда район советы һәм хакимиәте етәкселәре саҡырыла. Сессия эшендә ҡатнашҡан туғыҙ депутаттың бишеһе хакимиәт башлығының эшенә «икеле» билдәһе ҡуя. 1 апрелдә киңәйтелгән оперативка үтә. Унда район советы секретары К. Хөбөтдинов ҡатнаша. Ауылдың төрлө учреждениеһы етәкселәре лә, Байрас Фазыловтың эшенә ризаһыҙлыҡ белдереп, сығыш яһай. Ауыл хакимиәте башлығын улар интрига һәм тәртипһеҙлек тыуҙырыуҙа, халыҡ менән эшләй белмәүҙә ғәйепләй. Депутаттар хакимиәт башлығын эштән ебәреү мәсьәләһен ҡырҡа ҡуйып, 4 апрелдә сираттан тыш сессия үткәрергә ҡарар итә. Был көндө Байрас Фазылов сессияны өҙөү маҡсатында адвокат, ниндәйҙер депутаттың ярҙамсыһын саҡыра. Үҙе ошо уҡ көндө «больничный» астыра. Депутаттар үҙ-ара йыйылышып, район советы рәйесе Евгений Карепановҡа, Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы Байрас Фазыловҡа мөрәжәғәт яҙа. Байрас Буранбай улына белдереү ҡағыҙы алып барып тапшыралар. Унда депутаттар хакимиәт башлығына ҡарата ышаныс юғалтыуҙарын, артабан эшләү мөмкин түгеллеген һәм депутаттар советын тарҡатыу буйынса сессия үткәрергә йыйыныуҙарын белдерә. Бынан һуң депутаттарҙы асыҡтан-асыҡ ҡурҡытыу башлана, эш урындарында уларҙы етәкселәре келәмгә саҡырта. Әммә халыҡ вәкилдәре үҙҙәренең ҡарарын үҙгәртмәй һәм 9 апрелдә сессия үтә. Район етәкселеге был йыйылышҡа килеүҙе кәрәк тип тапмай. Сессияла ете депутат ҡатнаша. Улар бер һүҙҙән Абҙаҡ ауыл советы биләмәһе хакимиәте башлығы Б.Фазыловҡа ҡарата ышаныс юғалтыуҙарын белдерә, хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса эштәр менән идара итеүсе Г. Ғибәҙәтоваға йөкмәтәләр. Абҙаҡ ауыл советының 9-сы округы депутаты, абруйлы ауыл старостаһы Рәфҡәт Нәжметдинов: «Фекерҙәр тап килмәгәндә Б. Фазыловтың депутаттар менән эләгешеп киткәненә шаһит булырға тура килде. Байрас Буранбай улы депутат этикаһын күҙәтмәй, депутаттарҙың тәҡдимдәре һәм эше менән иҫәпләшмәй, шулай итеп, совет эшмәкәрлеген тотҡарлай. Мин уға ышаныс юғалтыуымды
белдерәм, ул был вазифаны биләргә тейеш түгел», – тип сығыш яһай. Әйткәндәй, Рәфҡәт Закир улы элек үҙе лә оҙаҡ йылдар ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән кеше, шуға ла был эштең нескәлектәре менән яҡшы таныш. 4-се округ депутаты Юлай Аҡкучуков та, коллегаһының һүҙҙәрен хуплап: «Мин дә тулыһынса депутаттар фекере менән килешәм. Б. Фазылов депутаттарҙы эҙәрлекләй, ҡыҫымға алырға тырыша, эштән ҡыуҙырыу менән янай, район-ҡала, предприятие һәм учреждение етәкселәре, эштәге етәкселәрҙе беҙгә ҡаршы ҡуя», – тип белдерә. 7-се округ депутаты Вадим Зыкрин: «Беҙ уның менән уртаҡ тел табырға маташтыҡ, аңлашылмаусанлыҡтарҙы мөмкин тиклем булдырмаҫҡа тырыштыҡ. Тик Б.Фазылов бар көсөн депутаттар корпусын тарҡатыуға йүнәлтте. Ул ауыл өсөн күп нәмә эшләргә вәғәҙә итте, тик бер нәмә лә ҡыбырлатманы. Беҙгә халыҡ күҙенә ҡарауы оят. Үҙен әҙәпһеҙ, тәртипһеҙ тотҡан Б. Фазылов менән артабан эшләү мөмкин түгел», – ти. Шулай итеп, Абҙаҡ ауыл советының 15-се сираттан тыш сессияһы депутаттарҙың үҙ вәкәләттәренән баш тартыуы һәм советтың тарҡалыуы менән тамамлана. Совет тарҡалғас, Б. Фазыловтың да вәкәләттәре туҡтатыла (яңынан депутаттар һайлау сентябрҙә үтергә тейеш).19 апрелдә муниципаль район етәкселеге Абҙаҡ ауылы халҡы алдында 2013 йыл өсөн отчет менән сығыш яһай. Муниципаль район советы рәйесе Е. Карепанов абҙаҡтар алдында был хәлгә: «Депутаттар үҙҙәрен таратҡас, бөтә эште ауыл хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе алып барасаҡ», – тип аңлатма бирә.Сессияла ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, 2014 йылдың 30 апреленә тиклем Б. Фазылов документтарҙы, мисәтте тапшырырға тейеш булһа ла, ул һаманғаса эштән китмәгән, урынды бушатмаған, бар мөмкинлектәрен файҙаланып, «дошман»ға ҡаршы эш алып бара, ауыл өсөн тырышҡан кешеләрҙе юҡҡа сығарырға маташа. – Минең ирем Рәмил Ишмырҙин депутат мандаты өсөн Байрас Фазыловтың конкуренты булғайны, шуның өсөн иремде генә түгел, тотош ғаиләбеҙҙе дошман күреп, эҙәрлекләй, – тип әсенде Мөнирә Ишмырҙина. – Шундай ҡара эсле, үсле кеше булып сыҡты ул. Хатта ваҡсылланып, ҡышын йортобоҙ ҡаршыһындағы юлды ла ҡарҙан таҙарттырмай, урап үтергә ҡуша… Хакимиәт башлығының «дошмандары» уның баш-баштаҡлыҡтарына түҙә алмай, ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһә лә, йә, шәхси-ара низағтарығыҙ менән башты ҡатырып йөрөмәгеҙ, йә, һеҙҙең сәйәси ҡаршылыҡтарығыҙға ҡыҫылмайбыҙ, йә, үҙегеҙ һайлап ҡуйғанһығыҙ, тигән яуаптар ишетә, берәү ҙә ярҙам итергә ашыҡмай. Ләкин, нисек кенә әйләндермә, халыҡтың хакимиәт башлығы менән ризаһыҙлығы бер нисек тә шәхси-ара низағ рәтенә инмәй. Сәйәси ҡаршылыҡ та бында юҡ. Халыҡ төп законыбыҙ – Конституцияла ҡаралған мәнфәғәттәрен яҡларға тырыша. Ә инде үҙҙәре һайлап ҡуйған икән – кем хаталанмай? Ләкин улар бит ошо хатаны танып, уны төҙәтергә тырыша. Тик ни эшләп район хакимиәте халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалмай, уларҙың мөрәжәғәтен инҡар итә, битараф ҡала? Ни эшләп халыҡтың өмөтөн аҡламаған кешене яҡлайҙар? Булдыҡһыҙ хакимиәт башлығын яҡлап, тотош республика власына ышанысты кәметеүҙәрен уйламайҙармы икән? Халыҡ алдында, башлыҡты алабыҙ, тигәс, нишләп ул әлегәсә эшләп йөрөй? Әллә район советының һүҙе үтмәйме, һүҙе һүҙ түгел, күҙ буяу ғынамы? – Беҙ делегация менән Президент аппаратына барҙыҡ, унда ла ишетмәһәләр инде, тағы ла өҫкәрәк мөрәжәғәт менән сығасаҡбыҙ, янауҙарға, ҡыҫымдарға ҡарамаҫтан, барыбер эште еренә еткереп ҡуясаҡбыҙ, – ти депутаттар. – Сөнки намыҫ тигән нәмә бар. Уның өсөн халыҡ алдында беҙгә оят! …Бына ошондай ғәләмәт хәлгә етәкселәрҙең күҙ йомоуы, ситтә ҡалыуы халыҡтың законға, власҡа, ил етәкселегенә ышанысын юғалттыра ла инде. Ә юғалған ышанысты тергеҙеүе ауыр, ҡайһы саҡта мөмкин дә түгел.Баныу ҠАҺАРМАНОВА.▼
Хакимиәт башлығының «дошмандары», уның баш-баштаҡлыҡтарына түҙә алмай, ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһә лә, йә, шәхси-ара низағтарығыҙ менән башты ҡатырып йөрөмәгеҙ, йә, һеҙҙең сәйәси ҡаршылыҡтарығыҙға ҡыҫылмайбыҙ, йә, үҙегеҙ һайлап ҡуйғанһығыҙ, тигән яуаптар ишетә, берәү ҙә ярҙам итергә ашыҡмай. Ләкин, нисек кенә әйләндермә, халыҡтың хакимиәт башлығы менән ризаһыҙлығы бер нисек тә шәхси-ара низағ рәтенә инмәй. Сәйәси ҡаршылыҡ та бында юҡ. Халыҡ төп законыбыҙ – Конституцияла ҡаралған мәнфәғәттәрен яҡларға тырыша. Ә инде үҙҙәре һайлап ҡуйған икән – кем хаталанмай?