Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Новости от автора

Өфөлә Ашҡаҙар радиоһы эшләй башланы! » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

bash-portal.ru 21.02.2020 1 min read
Новости » Культура
Гәзитебеҙҙең хөрмәтле уҡыусылары! Һеҙҙе барығыҙҙы ла өр-яңы «Ашҡаҙар» радиоһының эфирға сығыуы, йәғни уның тыуған көнө, исем туйы менән ҡотлайым! Исеме есеменә тап килеп, барыбыҙға ла ҡыуаныслы изге хәбәрҙәр еткереп, моңһоҙҙо ла моңландырмалы йыр-көйҙәр бүләк итеп торһон ул беҙгә! Уға: «Төклө аяғың менән!» – тип әйтәйек.

Ашҡаҙар беҙҙең күптәребеҙгә йырҙарҙа йырланған йылға булараҡ мәғлүм. Уның исемен телгә алыу менән, ҡолаҡ төбөндә йөрәктәр­ҙе тетрәндерерлек йыр яңғырай башлағандай була.

«Исеме есеменә тап килеп», – тинем. Бер риүәйәттә бына ошондай мәғлүмәт бар. Бер башҡорт байы исеме булмаған таҙа һыулы йылға ярында аҡ тирмә ҡороп, ҡаҙан-ҡаҙан аш бешереп, юлдан кем үтһә лә, шуны саҡырып килтереп, һыйлап сығарыр булған. Әгәр ҙә берәйһе уның тирмәһенә боролмаһа, уландарына ым ғына белдергән. Ике улы ла бер юлы бесәй тиҙлеге менән эйәрле аттарына һикереп менгән дә икеһе ике яҡлап барып, тегенең юлына арҡыры торғандар. Юлын быу­ғандар ҙа, тегене, ай-вайына ҡуймай, бороп алып килеп, барыбер һыйлап ебәргәндәр. Бай бына шулай кешеләрҙән рәхмәт ишетеп, фатиха алған. Шуға эше лә уң булған. Донъяһы алға барған. Ә йылға ана шул замандан Ашҡаҙар аты алған.Шул бай кеүек, «Ашҡаҙар» радиоһы ла ҡунаҡсыл булһын! Төбәп килгән ҡунаҡтарҙан тыш, үтеп барыусыһын да бороп индер­һен, кешеләрҙе йорттарында, эш ерендә, урамда тотоп алып, әңгәмә ҡора белһен! Халыҡтан рәхмәттәр ишетеп, изге фатиха алып торорға яҙһын! Шул саҡта уның да исеме есеменә тап килер, ҡылған ғәмәлдәре уң, эшмәкәрлеге ғүмерле булыр. Тик бының өсөн, ҡайһы бер радио һәм программаларҙан айырмалы рәүештә, «Ашҡаҙар»ҙан осһоҙ фәлсәфәгә, тик күңел ҡытыҡлағыс тапшырыу ишәрәмәттәре менән эфирҙы бысратмау, журналистарҙың үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнауҙан арыныуы талап ителә. Ә бының өсөн бында үҙҙәрен яңыса һәм ижади фекерләгән, дәрт-дарманы ташып торған, үҙ эшенең оҫтаһы тип танытҡан һәләтле журналистар тупланыуы, тапшырыуҙарҙың киң тематикалы, тәрән йөкмәткеле һәм зауыҡлы булыуы, һәр тармаҡтан профессиональ белгестәрҙе эфирға йышыраҡ сығарыу шарт.Яңы радионың тыуған көнө лә бик мәғәнәле – 7 февраль. Бар нәмәне мифологик фекерләү кимәленән баһаларға, аңлатыр­ға өйрәнгән бик боронғо бабаларыбыҙҙың ҡарашынса, 7 һаны – изге һан. Нимәне изгеләштерәләр, шуны ошо һан менән билдәләгәндәр. «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Минәй батыр менән Шүлгән батша», «Иҙеүкәй менән Мораҙым» тигән милли эпостарыбыҙҙың ҡаһарманына иш булған Аҡбуҙ толпар бәйле торған Тимер ҡаҙыҡты үҙ эсенә алған йондоҙлоҡ – Етегән. Йәйғор төҫө – етәү, бер аҙнала – ете көн, Тарихи Башҡортос­тандың көньяғында ете ырыу берләшмәһе булған, Әй (Әйле) ҡәүеме ете ырыуҙан торған. Ҡылыр ғәмәлеңде ҡылыр алдынан ныҡ уйла, ныҡ аныҡла, тип әйтер урынға: «Ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫ!» – тиҙәр.Һәр дәүләттең флагы – изге символ (святыня). Республи­кабыҙҙың дәүләт флагындағы ете тармаҡлы ҡурай тажы, халыҡтар берҙәмлеге символы булыуҙан тыш, флагтың изге булыуына ла ишара.Республикабыҙ өсөн 7 һаны шуның менән дә изге, тимәк, ҡәҙерле. Ни өсөн тигәндә, 1934 йылдың февралендә, 7 һаны менән билдәләнгән көнөндә Йомағужа районының Тәүәкән ауылындағы Ғөбәйҙулла тигән уҙамандың ғаиләһендә бер ир бала донъяға килгән. Ул Башҡортостан Республикаһы­ның тәүге һәм ғәмәлдәге Президенты Мортаза Рәхимов булыр. Бабаларыбыҙ 7 һанын изге һан тип белеп, юҡҡа ғына уға табынып йәшәмәгән. 7 февралдә тыуған Президентыбыҙҙан уңдыҡ.Беҙ, әҙәм балалары, йыш ҡына яңылыҡҡа, кисә булмаған нәмәгә бөгөн өлгәшәбеҙ ҙә уларға тиҙ күнегәбеҙ, уларҙың бәҫен белмәй башлайбыҙ. Президенты­быҙ­ҙың эшмәкәрлегенең әһәмиәте хаҡында, ете ятып, төшөнә бер инмәгән кеше өсөн шулай тойола: әйтерһең, беҙ һәр саҡ тәбиғи газ яғып рәхәтләнгәнбеҙ, ҡайҙа барма, хатта Бөрйән төбәгенә лә, гел асфальт юлдан ғына һыпыртҡанбыҙ, әйтерһең, беҙ борон-борондан Фәндәр академияһына, ҡалаларыбыҙ һайын тиерлек филармонияға, театрға эйә булғанбыҙ: әйтерһең, элек-электән йыл һайын ҡырҡлап мәктәп төҙөлә, иҫкеләре яңыртыла һәм башҡалар. Бер заман «Ашҡаҙар» радиоһының Рес­пуб­ликабыҙ йылында эфирға сығыуы үҙ дәүләтселегебеҙ бүләге икәнен иҫкә лә алмай, «Ашҡаҙар» радиоһын да ғәҙәти күренеш тип кенә белеүселәр табылыр….Беҙ күп кенә проблемаларҙы хәл итеү эшенә Мәскәүҙән алда тотонабыҙ ҙа башҡаларға һәм шул уҡ Мәскәү йөҙөндәге Үҙәккә өлгө күрһәтәбеҙ. Әммә, беренсе булғаныбыҙҙа ла, бабаларыбыҙҙың «баҫалҡыға – баҡа айғыр» тигәнен онотоп, үтә баҫал­ҡылығыбыҙға барыпмы, әллә кемгәлер ярарға тырышыпмы, уртаға һуғып, «беренселәрҙән булып» тигән булабыҙ. Хатта ки, Мәскәү дәүләте менән паритет нигеҙендә берләшеп, асылда, буласаҡ федерация нигеҙенең тәүге ташын һалһаҡ та, 1917 йылда Петроградта «Аврора»ның төтөнө таралыр-таралмаҫтан уҡ, Башҡортостандың Яңы Рәсәй составындағы республика икәнен иғлан итеп, инде шул федерацияның нигеҙен булдырһаҡ та, федерацияны хасил итеүсе республикалар хаҡында һүҙ асһаҡ, һаман да «беренселәр»ҙән һалдырабыҙ.Кемдәрҙер, ғәҙәтләнгәндәренсә, «беренселәрҙән булып» тип баһаламалы тағы бер миҫал. Үҙем фольклорсы булғанға, уны ошо өлкәгә ҡағылышлыларҙан һайлан
ым. 2007 йыл буҫағала торған мәлдә генә, анығын әйткәндә, 2006 йылдың 26 декабрендә Владимир Путин (мәғлүм булыуынса, ул саҡта был шәхесебеҙ Рәсәй Федерацияһының Президенты ине) Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советында халыҡтың традицион мәҙәниәтен дәүләт яғынан ҡурсалау хаҡында сығыш яһағайны. Шунда уның ауыҙынан бына бындай һүҙҙәр яңғыраны: «…уходящие вглубь веков национально-культурные традиции многочисленных народов нашей страны… неразрывны с нашей исторической памятью и связывают поколения и эпохи, являясь при этом источником формирования морально-этических норм… Для нашей многонациональной страны разнообразие народного творчества, обрядов, ремесел не только бесценное наследие. Это наше общенациональное преимущество». Мин белгәндән, илдең беренсе хакимы ауыҙынан халыҡ ижадының әһәмиәтенә бындай юғары баһаның бер ҡасан да ишетелгәне юҡ ине әле. Ошо сығыштан һуң ғына Рәсәй Фәндәр академияһының гуманитар фәндәр бүлеге ил халыҡтарының фольклорын үҫтереү программаһы хаҡында уйлай башланы. Ә беҙҙең республикала бындай программаның ғәмәлдә булыуына ике йылдан ун йәш тула. «Башҡортостан Респуб­ликаһы халыҡтарының фольклорын өйрәнеү, тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса программа» тип атал­ған был документ 1998 йылдың 23 ғинуарында республикабыҙ Президенты Мортаза Рәхимов ҡул ҡуйған «Баш­ҡортостан халыҡтарын милли-мәҙәни үҫтереү буйынса республика программалары хаҡында» тигән Указға (№УП-27) ярашлы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зиннур Ураҡсин етәкселегендә ошо институтта әҙерләнеп, 2002 йылдың 23 декабрендә Хөкүмәтебеҙ тарафынан раҫланғайны. Кемдәрҙер уның йәшен, әлеге яҙылмаған «традиция» буйынса, «илдә беренселәрҙән булып» тип, билдәләй ҡалһа, белеп торһон: тотош бер төбәктә йәшәгән бөтә милләттәрҙең фольклоры яҙмышын ҡурсалауға тәғәйен был программа, ысынлап та, илдә беренсе ине. Был иһә Башҡортостан етәкселегенең республикабыҙ халыҡтарының милли-мәҙәни традицияларын үҫтереү зарурлығына, бының сәйәси әһәмиәткә эйә булыуына Мәскәүҙән алдараҡ төшөнөүенә елле бер миҫал. Әгәр ил башында, әкиәттәге һымаҡ, барын – барға, юғын юҡҡа һанап, Мәскәүгә генә ҡарап ултырған хаким булһа, бөгөн, шулай булмайса һуң, башҡаса булыуы мөмкин түгел, тип күҙебеҙ күнегеп бөткән ҡаҙаныштарыбыҙ, ете ятып, төшөбөҙгә бер тапҡыр ҙа инмәҫ ине. «Уңған хаким – ил күрке», – тигән бабаларыбыҙ. Мортаза Ғөбәйҙулла улы – ана шундайҙарҙан. Яңы радионың хөрмәтле тыңлаусылары! Һеҙҙең барығыҙ исеменән уны тыуған көнө менән ҡотлайыҡ!

Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы, яңы радионың күп һанлы тыңлаусылары исеменән Һеҙҙе тыуған көнөгөҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Тыуған Республикабыҙ, федерациябыҙ бәхетенән тынғыһыҙ дәүләт эшмәкәрлегегеҙҙә тағы ла юғарыраҡ уңыштар теләйбеҙ! Һеҙҙең уңыш – беҙҙең уңыш. Беҙҙең уңыш – Һеҙҙең уңыш. Республикабыҙ уңышы шулай хасил була. Ошо уртаҡ ҡыуаныстарыбыҙҙы күреп, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙһын Һеҙгә!

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[21 февраля 2010] | Просмотров: 215 Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Continue Reading

Previous: Сентименталь йыр » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
Next: Яңы йылды нисек ҡаршы алырға, нисек кейенергә, нимә бешерергә? » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025