Отправлено 16 Сентябрь 2008 — 01:28
Сурағол Ҡолмырҙа улы (1711-1773), халыҡ хәтерендә СУРАШ БАТЫР һәм СУРАШ МӘРГӘН исемдәре менән билдәле Бөрйән ырыуы батырҙарынын береһе. Әмин батырҙың бер туған ағаһы, 1737-1738 йылдарҙағы ихтилалда әүҙем ҡатнашыусы, тарихҡа Батырша ихтилалы исеме менән ингән 1755-1756 йылдарҙағы ихтилалдын беренсе уғын ҡан эскес дошманға атыусы-башлаусыһы, 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының ҡаһарманы булған билдәле шәхес.
Ҡыҫҡаса мәғлүмәт. 1755 йылдын 15 майында Хоҙайбирҙе мулла, Ялан Этҡол, Әмин, Сураш, Темәс батырҙар етәкселегендә ир-егеттәр Талҡаҫ күле буйында ял итеүсе Брагинды командаһы менән уҡтан үтҡәрәләр, Ырымбур-Верхнеуральск трактын хеҙмәтләндереүсе Сапсал ям станын туҙҙырып-ҡыйратып ташлайҙар.
Егор Брагин беҙҙен яҡтарға Санкт-Петербургтан аҫыл таштар эҙләп килгән була. Уның һәм командаһының халыҡты йәберләү- яфалауына түҙеме бөтҡән аҡһаҡалдар, был яуыздарҙы юҡ итмәйенсә ҡотолмаясаҡбыҙ, тип, батырҙарға фатихаларын бирә. Брагин балыҡ тотҡанда гел кәмәлә булыуын, ярҙан алыҫта булыу мөмкинлеген иҫәпҡә алып, яңы ян менән уҡтар эшләргә кәрәклеге килеп тыуа. Быны Әмин батыр үҙ өҫтөнә ала. Әйтергә кәрәк, Әмин үҙе яҡын-тирәлә дан тотҡан оҫта тимерсе була. Тимерҙе сыныҡтырыу серҙәрен белгән, алыҫтарҙан батырҙар килгән уға, ҡылыс-хәнйәрҙәр эшләтергә. Эшләй Әмин алыҫҡа атырлыҡ был ҡоралды, уҡтары ла кәмә таҡтаһын ярып тишерлек була. Өҫтәп шуны әйтергә була, был ҡорал хәҙерге ваҡытта Санкт-Петербург ҡалаһы музейҙарының береһендә һаҡлана икән, арбалетҡа оҡшаған тиҙәр. Ошо ҡоралда Сураш Мәргән тәүге уғы менән Брагиндың кәмәһен яра тишә ата, икенсеһендә үҙен дөмөктөрә. Сусҡа кеүек һимеҙ Брагинды Талҡаҫ күле үҙенә йота. Йәшенеп ятҡан ир-егеттәр уның командаһын бер-бер артлы сүпләй башлайҙар. Ҡыҙыҡһыныусыларға Ғайса ағай Хөсәйеновтың «Ҡанлы илле биш» тарихи романын һәм «Батырша» тарихи-биографик китабын уҡырға тәҡдим итәм. Сураш батыр кесе улының исемен йөрөткән Иҫәнбәт ауылына нигеҙ һалыусы ла. Ауыл уртаһында Сураш батырға бик матур стела ҡуйылған. …1773 йылда Сураш батыр (62 йәшендә!) Әмин, Темәс батырҙар, уландары, яҡташтары менән Башҡорт еренә яуызлыҡ бөркөп торған Ырымбур ҡалаһын ҡамаған Пугачев ғәскәрҙәре сафында һуғыша. Ҡалаға булған һөжүмдәрҙең береһендә үлемесле яралана. Тыуған яҡтарына ҡайтып етә алмай Батырыбыҙ, ярты юлда мәрхум була. Яуҙаштары, уландары тарафынан хәҙерге Ейәнсура районы Малай Муйнаҡ ауылы янында ерләнә. Ҡәбер ташын тыуған яғынан алып барып ҡуялар, ҡыҙыл ҡомташтан була ул. Бер ай элек, 3 август көнө, Малай Муйнаҡҡа барҙыҡ. Сураш батырҙын ҡәберен күрергә, рухына бағышлап аяттар уҡырға тип. Тик ҡәбер ташы юҡ ине. Ауыл аҡһаҡалдары һөйләүенсә, 1980-се йылдарҙын уртаһында уны ситкә һөйрәтеп сығарып, урынын һөрөп ҡуялар. Зыярат ситендә ятҡан был ташты дүрт йыл элек кемдер алып китә.
Хөрмәтле йәмәғәт!
Сураш батырҙың ҡәбер ташын тергеҙеп, батырҙарыбыҙ рухтарына аяттар бағышлап уҡыһаҡ ине, тигән ниәт тыуҙы. Ташты шундай уҡ ҡыҙыл ҡомташтан ҡуйырға уйлайым.Ураҙа айы үтҡәс, 5 октябрь, ял көнө ҡулайлы булыр тип уйлайым был сараға. Көндәр генә арыу торһон. Сураш батырҙы һәм халҡыбыҙҙың дине, башҡорт ере, иле, халҡы, теле өсөн йәнен-тәнен йәлләмәгән Батырҙарын, Ир-азаматтарын иҫкә алып, рухланып ҡайтайыҡ. Кәңәшле эш – тарҡалмаҫ, тиҙәр. Уртаға һалам ошо йомошомды, уй-фекерҙәрегеҙҙе әйтегеҙ. Рәхмәт.
Отправлено 16 Сентябрь 2008 — 02:04
Бик изге уй менэн йоройон Айыткол агай, уй-хыялдарын тормошка ашhын. Батырзар исеме, уларзын кэбере, бер вакытта ла югалмаска тейеш. Килэсэк быуын алдында йозобозгэ кыззыллык килмэскэ тейеш, узебезден тарихыбызды узебез hакламаhак кем hаклар? Афарин якташтарым, мин hезден менэн горурланам! Юкка эйтмэйзэр бит: Кеше эше менэн мактаулы тип, хойлэгэн хуздэрзе эш менэн ныгытып йороу бик шэп!!!
Отправлено 16 Сентябрь 2008 — 02:21
Бер идея килеп тыузы эле, берэй тема асырга или ошо теманы дауам итергэ, башкорт батырзары турахында кыскаса тарихи белешмэлэр, легендалар, йэ кешенэн-кешегэ кусэ килгэн хикэйэтнэмэлэр язырга ине. Йэштэргэ лэ кызык булыр ине, мэсэлэн минэ шундай хикэйэтнэмэлэр окшай, кайзалыр китаптарза барзырза инде ул, минем китап эзлэп йороргэ вакытым юк, э бында булха астым укыным, кэрэк булха хораным тигэн кеуек. Хез нисек уйлайыгыз, пока истфаковцылар уздэренен купме икэнен ханай торганса, эште башлайбыз мы эллэ?
Отправлено 16 Сентябрь 2008 — 02:21
1.00
Отправлено 16 Сентябрь 2008 — 05:55
Хез нисек уйлайыгыз, пока истфаковцылар уздэренен купме икэнен ханай торганса, эште башлайбыз мы эллэ?
Блог(дневник) һымаҡ итеп яҙһағыҙ, ошонда яҙырға була — http://www.yaktash.yeshlek.ru
Отправлено 16 Сентябрь 2008 — 10:08
Минен 6 октябрзэ Офолэ бик мохим сара котолэ, мин топ ролдэ катнашам, эзерлэнергэ лэ кэрэк. Эммэ мин тырышырмын берэй нисек берэй нэмэ эшлэргэ. Фэйзулла агай, хин 5 октябрь Темэстэн таш алып барып шул муйнакка элекеке урынга куйырга уйлайхынмы? Изге ниэт! Тырышырмын. Нимэ кэрэк яз. Бэлки мэглюмэт ярзамы (гэзит, инет, телевидение), ойошторорга, офонэн ебэрергэ йэ уземэ алып килергэ нэмэлэрен кэрэк була!
Отправлено 17 Сентябрь 2008 — 04:54
Бик изге уй менэн йоройон Айыткол агай, уй-хыялдарын тормошка ашhын. Батырзар исеме, уларзын кэбере, бер вакытта ла югалмаска тейеш. Килэсэк быуын алдында йозобозгэ кыззыллык килмэскэ тейеш, узебезден тарихыбызды узебез hакламаhак кем hаклар? Афарин якташтарым, мин hезден менэн горурланам! Юкка эйтмэйзэр бит: Кеше эше менэн мактаулы тип, хойлэгэн хуздэрзе эш менэн ныгытып йороу бик шэп!!!
Был фекерзе куптэн инде Рэшит агай Шэкур кутэреп йорой, хаттта башкорттарзынг арзаклы улдары хэм кыззары турахындагы мэкэлэлэр язып маташа.
Отправлено 17 Сентябрь 2008 — 11:01
Был фекерзе куптэн инде Рэшит агай Шэкур кутэреп йорой, хаттта башкорттарзынг арзаклы улдары хэм кыззары турахындагы мэкэлэлэр язып маташа.
Офолэ берэй паркта, асык китаптай таштан берэй нэмэ эшлэп, остонэ исемдэрен йазганда, башлангыс осон, ул да барыр ине лэ….
Отправлено 17 Сентябрь 2008 — 06:35
Илгиз дуҫ, көтәбеҙ һеҙҙе! Кәңәшләшәйек тип яҙғайным инде. Ҡатнашыусыларҙың теләге булһа, 12 октябрьға йыйылырға була. Хәбәрселәрҙе саҡырыу кәрәкмәҫ тип уйлайым. Был сара беренсенән, беҙҙен ата-бабаларыбыҙ һәм киләсәк быуындар алдында булған бурысыбыҙ, икенсенән, эш боҙған кешеләр (хаталанғандар, тип уйлайыҡ. Батырыбыҙҙың ҡәбер ташын аҡтарып алырға бойороҡ биреүсе, бойороҡто үтәүсе кешеләр хаҡында) арҡаһында башҡаларҙы унайһыҙ хәлгә ҡалдырмайыҡ. Ҡыҙыл ҡомташты (аркоз песчаный) үҙебеҙҙән, Әминдән алып барабыҙ, Алла бирһә. Беҙҙен яҡта ғына бар ул таштар. Нимәләр алып килеүгә тигәндә инде, зинһар, үҙегеҙ менән сеүәтә, көрөшкә, ҡалаҡ алырға онотмағыҙ. Мөмкин булһа сәй эсеүгә берәй күстәнәс. Ҡаҙан элеп ҡорбан ашы бешерәбеҙ, түшәктәр алығыҙ ултырырға.
Отправлено 18 Сентябрь 2008 — 07:45
Айыткол, так 5-се или 12-се октябрьзэ?
Отправлено 18 Сентябрь 2008 — 09:51
Айыткол, так 5-се или 12-се октябрьзэ?
5-се октябрьға тәүәкәлләйек. Мин Илгиз ҡусты бушай алмаһа тип, вариант тәҡдим итҡәйнем. Был йылдын көҙөндә файҙалы һәм матур итеп үткәрәйек, форумдаштар-ауылдаштар.
Отправлено 22 Сентябрь 2008 — 11:35
Беҙ барырға йыйынабыҙ! 3-4 кеше булдыҡ.. Бер феҡерҙе яңынан ҡаватлайым: Һәр формусы уҙенен тыуған яҡтарында хәтерҙә ҡалған бартырҙар тураһында белешеп мында яҙып куйһа шәп булыр ине!
Отправлено 23 Сентябрь 2008 — 12:55
Иштәк, рәхим итегеҙ! Фекеренде хуплайым.
Отправлено 23 Сентябрь 2008 — 02:11
Э 4-е булмасмы, шэмбе коно вит унайлырак була? Тан менэн кузгалып кешелэр килеп етеп олгорэлэр, э 5-е булха кайтыр юлды вит уйлараг тагы кэрэк. Йэнсурага барып, эш эшлэп, ашап, аралашып, ял итеп алхак шул ук кондо Офогэ кайтыуы енелдэн булмас, мин уйлайым! Нисек хез уйлахыгыз! ЗЫ без алла бирха килэхе шэмбе 27-е иртэрэк юлга сыгып Темэскэ сэгэт 8-9га елеп етэбез, тап-туэл ауыз асыуга ! Алла бирха! Так шту котогоз! Осрашыу Илсурзын яны особнякта!
Отправлено 23 Сентябрь 2008 — 08:04
ярай!))) Ә 4-е, ысынлап та, уңайлыраҡ булыр ине кеүек. Айытҡол ағай ни әйтер? ЗЫ. Ҡыҙҙар, Ейэнсурага һәр беребеҙ сәйгә берәй тәмлекәс бешереп алып киләбеҙ, ивет? Айытҡол ағай әйткән ҡалаҡ-көрөшкәләрҙән тыш Һәм ней…теге.. Иштәктәрҙең баҡсаһында быйыл алма бигерәк уңған, тиҙәр, етмәһә, ТӘМДЕ, имеш…ә беҙҙә бында уңмаға-а-ан инее-е…
Отправлено 23 Сентябрь 2008 — 10:14
, Ә 4-е, ысынлап та, уңайлыраҡ булыр ине кеүек. Айытҡол ағай ни әйтер?
,
,Минә аҙнаның бөтә көндәре лә уңайлы. Иң мөһиме- һеҙгә уңайлы һәм мәшәҡәтһеҙ булһын. Ваҡыт бар әле, сараны шәмбегә ҡүсереүгә ниндәй фекерҙәр булыр, хөрмәтлеләр? Ейәнсурала етди һөйләшеү-кәңәшләшеү булыр тип ышанам (Һунарсы тәҡдим итҡән буйынса).
Отправлено 23 Сентябрь 2008 — 11:01
Ну… Я считаю, что пока нет проблем. Считают, что есть проблемы зхунарсы и другие. Если смогу, я приеду тоже, тем более Зианчура мне ближе, чем другие районы.
Отправлено 24 Сентябрь 2008 — 10:04
Ну…
тем более Зианчура мне ближе, чем другие районы.
Анда ла мишарзэр бар мене?
Отправлено 24 Сентябрь 2008 — 12:04
Ну…
Я считаю, что пока нет проблем. Считают, что есть проблемы зхунарсы и другие. Если смогу, я приеду тоже, тем более Зианчура мне ближе, чем другие районы.
Бөтәһелә һәйбәт, Админ. Осрашып һөйләшеүгә ни етә. Кил әйҙә, тыуған яғыңдын һауаһын туйғансы һулап ҡайтырһың. Ней, сәсенде алдырҙынмы әле? Кәрәкһә супер-ҡайсыны алып барам. Осрашыуға килергә тағы бер сәбәп.
Отправлено 24 Сентябрь 2008 — 02:02
Ней, сәсенде алдырҙынмы әле? Кәрәкһә супер-ҡайсыны алып барам.
Юҡ шул… Алдырыр кәрәк…