Новости » Слово автору | ||
Роберт МиңнуллинҺеҙҙәй ҡатын-ҡыҙҙар беҙҙә генә,Һеҙҙәй ҡатын-ҡыҙҙар бер ҡайҙа юҡ.Һеҙҙе яратабыҙ, әммә ләкинҺеҙҙе яратыуҙан бер файҙа юҡ.Һеҙҙең үткер, ут, мут ҡарашығыҙТелебеҙҙе беҙҙең бәйләндерә.Йөрәктәребеҙҙе елкендерә,Башыбыҙҙы беҙҙең әйләндерә.Әйләндерһә генә ярар ине,Юғалттыра ҡайһы саҡ башыбыҙҙы.Оноттора бөтә донъябыҙҙы,Оноттора ашар ашыбыҙҙы.Рәхмәт инде — беҙҙе аҙҙыраһығыҙ,Аҙҙыраһығыҙ беҙҙе, туҙҙыраһығыҙ.Күҙебеҙҙе беҙҙең ҡыҙҙыраһығыҙ,Аҡылдарыбыҙҙан яҙҙыраһығыҙ.Нилектәндер, беҙҙең йәндәребеҙҺеҙҙең сибәрлектән иреп китә.Төп-төҙ генә барған еребеҙҙәнҠыйыҡ юлға алып кереп китә.Һәм сирҙәргә беҙҙе һабыштыра — Беҙҙе, гүйә, пәрей алыштыра.Һеҙҙең хаҡҡа күпме уттар кистек.Башҡа яратмам тип анттар эстек.Һүҙебеҙҙә ләкин тора алманыҡ,Һеҙҙән башҡа бер ни ҡыра алманыҡ.Һеҙ, ахырыһы, пәрей затынандыр,Һеҙ иблескә, ахыры, һатылғандыр…Нисек итһәгеҙ ҙә итегеҙ ҙә,Суҡыныптар ғына китегеҙ ҙә…Беҙ ҡартайған һайын һеҙ матурыраҡ,Беҙ бөкөрәйгән һайын һеҙ турыраҡ.Һеҙ һаман да матур, сибәр, гүзәл,Был йөрәктәр инде күпме түҙер?!Ҡотолоу юҡ һеҙҙән үлгәндә лә,Һеҙһеҙ булмаҫ, ахыры, гүрҙәрҙә лә.Рәхмәт инде — ғазап сиктерҙегеҙ,Кәрәк саҡта ғашиҡ иттерҙегеҙ,Бик ҡыланып торманығыҙ улай — Ҡосаҡлаттырҙығыҙ, үптерҙегеҙ.Кәрәк саҡта юлдан яҙҙырҙығыҙ,Сама белеп кенә аҙҙырҙығыҙ.Рәхмәт һеҙгә, инде аҙып туйғас,
Ошо шиғырымды яҙҙырҙығыҙ.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[24 февраля 2011] | Просмотров: 420 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}