Новости » Слово автору | ||
Зөлфәт Таңғы урам түрҙәренән сығып Баҫты болан ярға. Тын һыуҙа Үҙ шәүләһен күреп Тынып ҡалды — Бик ғәжәп тә уға, моңһоу ҙа… Күтәрелә томан тып-тын ғына, Ағым һыуҙың уйы шул мәллә? Ни хәлдәрҙә ҡолондарың, болан? Тын болондар унда ни хәлдә? Ҡапма-ҡаршы ярҙа беҙ икебеҙ — Арабыҙҙа таңдың томаны… Әйҙәй һымаҡ болан арғы ярға, Бирге ярға саҡырам боланды. Бик ҡарт ине болан… Ҡарурмандың Аҡһаҡалы, бәлки, булғандыр… — Һин — кешелер, бәлки, Болан бабай? — Үҙең, улан, бәлки, боландыр? …Саф бер сабый инем мин ул саҡта, Шуға, ахыры, Болан бабайҙың Ҡараштары менән һөйләгәнен Ишеттем мин, тойҙом, Аңланым. Йә, түрҙән уҙ, дуҫым, үт, ҡунаҡ бул! Ғүмер тигәнең бит бер генә! Бир пальтоңды сөйгә эләйексе, Эшләпәңде иһә — бирегә… …Әллә һинме, таныш Болан бабам, Асыуыңдан ярһып килгәнһең, Килгәнһең дә Беҙҙең Бөгөнгөнө сатлы мөгөҙөңә элгәнһең? Диуарҙарҙы тишеп кергән мөгөҙ — Үҙеңсә, һин үсең алғанһың… Мөгөҙҙәрең — йортта, Үҙең иһә Мәңгелеккә тышта ҡалғанһың. Ә кешенең матурлыҡҡа булған Ғишҡы уны Ана нишләтә: Ярһыулы һәм үсле, осло мөгөҙ… /Йәшә, проза!/… унда эшләпә! Үкенестәр — миналанған күпер, Осто шартлап! Өҙҙөк иҫәпте… Мөгөҙөңдө тешләп ҡара, болан! — Тешләй алманыҡ беҙ терһәкте. Тимер-бетон стеналар ҡалын, Әллә шулар теге яр микән? Яр буйына килмәй таңғы болан, Килмәй Болан бабай Ғәрлектән. Кинәт ҡалҡып сыҡҡан енәйәттәй Стенала — мөгөҙ — Тынған йыр. — Һин — кешелер, бәлки, Болан бабай? — Үҙең, улан, бәлки, боландыр?.. Хәтеремдең түрҙәренән сығып Баҫты болан ярға. Тын һыуҙа Үҙ шәүләһен күрмәй Тынып ҡалды… Бик сәйер ҙә уға, моңһоу ҙа…
1976
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[22 февраля 2011] | Просмотров: 263 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}