Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Новости от автора

75 лет Союзу писателей РБ-82 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

bash-portal.ru 13.09.2017 1 min read
Новости » Слово автору

Ижади үҫеш юлында

Башҡортостандың көнъяғында, Ырымбур өлкәһе сиктәре буйлап урынлашҡан Көйөргәҙе районы элек-электән туған халҡына һәм теленә, әҙәбиәткә битараф булмаған, талантлы әҙиптәргә бай булған. Ошо матур тәбиғәтле төбәктән халҡыбыҙҙың ғорурлығы, башҡорт халҡының беренсе профессиональ йырсыһы, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары, күренекле яҙыусылар Баязит Бикбай һәм Рәшит Солтангәрәев, прозаик һәм драматург Раил Байбулатов сыҡҡан. Бөгөнгө көндә лә күп кенә талантлы яҡташ әҙиптәребеҙ, башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә үҙҙәренең тос өлөштәрен индереп, ҙур ижади эштәре менән янып йәшәйҙәр. Әммә Башҡортостандың был көнъяҡ сигендә әҙәбиәткә ынтылыусыларҙы бергә туплап, уларҙың ижади емештәрен китап һөйөүселәргә еткереү өсөн матбуғат биттәрендә донъяға сығарыуҙы ойоштороусы әҙәби ойошма булманы. Шул сәбәпле күп кенә башланғыс таланттар, үҙ күңелдәренә бикләнеп, оло әҙәбиәткә сыға алмай ҡала килде. Яҡташ шағирәбеҙ, ул ваҡыттағы Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының әҙәби консультанты Зөбәржәт Йәнбирҙинаны бына ошо хәлдәр бик борсой, һәм ул Кумертау ҡалаһында яҙыусылар ойошмаһын булдырыу тураһындағы хыялын тормошҡа ашырыу ниәте менән Башҡортостан Яҙыусылар союзына юллана. Союз идараһы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев Зөбәржәт Нәби ҡыҙының был изге тәҡдимен хуплай һәм Кумертау ҡалаһы хакимиәте башлығы исеменә хат менән мөрәжәғәт итә. Ҡала етәкселеге был башланғысҡа ыңғай ҡарашын белдерә, һәм 1996 йылдың сентябрь айында Кумертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Афониндың ҡарары нигеҙендә ҡалала яҙыусылар ойошмаһы асылыуы рәсми рәүештә законлаштырыла, уның Уставы теркәлә һәм тәүге яуаплы секретары итеп Зөбәржәт Йәнбирҙина тәғәйенләнә. Ҡалала яҙыусылар ойошмаһы асылыуын әҙәбиәт һөйөүселәр шатлыҡлы ҙур ваҡиға итеп ҡабул иттеләр. Был ижад усағы күңелдәрҙе йылытты, ижадҡа дәртләндерҙе. 1998 йылда Зөбәржәт Йәнбирҙина, Кумертау ҡалаһының 45 йыллығына арналған «Һиндә ҡалам, ғәзиз ҡалам» исемле 34 авторҙан торған йыйынтыҡ әҙерләп, Республика нәшриәтендә баҫтырып сығарғандан һуң, урындағы яҙыусыларҙың ижад эштәре тағы ла нығыраҡ йәнләнеп китте. Мин 2001 йылдан алып Кумертау яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары вазифаһын башҡарам. Ойошма ағзалары Мөхәмәт Илбаев (2003), Закир Әкбәров (2004) йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары итеп ҡабул ителделәр. 2007 йылда «Шәғәле Шаһман нәҫеле» исемле фәнни-популяр китабы өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Республика премияһына Тәлғәт Шаһманов лайыҡ булды, ә яҙыусы Закир Әкбәровҡа «Әрем еҫе» тигән хикәйәләр китабына Хәким Ғиләжев исемендәге әҙәби премия бирелде. Ете авторыбыҙ (Нәсимә Йосопова, Зиниә Байназарова, Сулпан Миңлебаева, Фатима Ғәлиева, Хәлиҙә Алтынбаева, Михаил Шаров, Алексей Уваров) Бәләбәй ҡалаһында уҙғарылған «Илһам шишмәләре» республика шиғриәт фестивале лауреаттары булдылар. 13 йыл эш дәүерендә урындағы авторҙарҙың 57 китабы (шул иҫәптән 16-һы республиканың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә) донъя күрҙе. Быйылғы 2009 йылда биш авторыбыҙҙың китаптары баҫылып сыҡты, шуларҙың өсәүһе — республика «Китап» нәшриәтендә. Кумертау Яҙыусылар ойошмаһы ағзалары (улар — утыҙҙан ашыу ижад кешеләре) ҡала һәм райондың мәҙәни тормошонда, төрлө рухиәт һәм шиғриәт байрамдары үткәреүҙә, әҙәби осрашыуҙарҙа ҡатнашып сығыштар яһайҙар, үҙҙәренең әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыйҙар, ҡәләм тирбәтеүсе йәштәргә ижади йүнәлеш бирәләр. Кумертау ҡалаһы хакимиәте Яҙыусылар ойошмаһы уңышлы эшләһен өсөн тейешле хәстәрлектәр күрһәтә. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идаралығы етәкселеге, шулай уҡ Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы беҙгә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙып, маҡсатлы ижади йүнәлеш биреп торалар. Кумертау Яҙыусылар ойошмаһы ағзалары киләсәктә лә, республиканың Яҙыусылар союзы идаралығы етәкселегендә, халҡыбыҙ әҙәбиәте үҫешенә үҙҙәренең тейешле өлөшөн индерер тигән ышаныс бар. Кинйәғәле Абдуллин, Кумертау Яҙыусылар ойошмаһының

яуаплы секретары.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[21 февраля 2011] | Просмотров: Опубликовал: admika Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Continue Reading

Previous: Г.Ситдыҡова: "Йәшлек"тәге "Телмәребеҙҙе тел-тештән һаҡлайыҡ" мәҡәләһенә » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
Next: 75 лет Союзу писателей РБ-26 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025