Новости » Слово автору | ||
Абус Салауат (поэманан өҙөк) Ах! Ҡулдарымды ҡуйып күҙ өҫтөнә, Ҡаяларға ҡарап төбәлһәм, Теленә лә йөрәк иттәрем — Ауыр, Урал, ауыр үткәнең! Таң еленән килгән иңрәнеүҙәр, Гөлдәрендә янған күҙ йәше, Урманында йөрөгән аһтар, зарҙар, Әсәләрҙең әсе ҡарғышы. Мең йәшәгән ҡалын ағастар Ауыр уйҙар менән төрөнгән. Хәсрәт алған Урал иңе менән Ҡан боҫтары осҡан еренән. Унда ятҡан ҡанлы был тарихтар Ҡосағына мине убалар. Йөрәгемдән үтеп, ҡәләм аша Аҡ ҡағыҙға төшөп урала. Йөрөмә, ҡәләм, ҡанлы юлдарҙан, Урал, уйым, урал, Уралда. Күҙ йәштәрен сүпләп һәйкәл ҡалдыр, Һәйкәл булһын ғүмер-ғүмергә! Йәдкәр булһын ҡанлы күҙ йәшенән, Көрәштәрҙән, үлем яуынан… Ирек теләп осҡан шоңҡарҙарҙың
Хәнйәр йыуған ҡайнар ҡанынан!
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[17 февраля 2011] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}