Башҡорт халҡының ҡарһүҙе (Ә.Сөләймәнов)-5 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
II БҮЛЕКМИФ ҺӘМ МИФОЛОГИЯ ХАҠЫНДА ТӨШӨНСӘӘйтелгәненсә, быға тиклем һүҙ барған мәсьәлә, анығын әйткәндә, “ҡараһүҙ” мәсьәләһе академик Ғайса Хөсәйеновты ла ҡыҙыҡһындырған. Тик ул Н. Таһиров, Ғ. Вилданов, С. Мираҫтарҙан айырмалы рәүештә, телдең һүҙҙе, бигерәк тә ҡушма һүҙҙәрҙе еңелләштереп әйтеүгә ҡулайлаштырыу ғәҙәте арҡаһында, “ҡарһүҙ” термины килеп сығыуға нигеҙ булған “ҡара һүҙ” тигән һүҙбәйләнеш аңлатҡан төшөнсәне тарайтып, уға “миф” мәғәнәһен генә һалған (7, 176 — 184). Мифты хәҙер ЮНЕСКО-ның ҡарары менән фольклор рәтенә индерһәләр ҙә, шуныһы хаҡ: миф жанр — түгел, ул боронғоларҙың донъяла, ғаләм киңлегендә, кеше ихтыярынан тыш хасил булған һәм барған һәр төрлө күренештәрҙе, үҙгәрештәрҙе фантастик уйҙырма кимәлендәге фараз итеү ярҙамында аңларға, аңлатырға тырышыу һөҙөмтәһендә хасил булған. Ни өсөн “фантастика кимәлендәге фараз”? Сөнки бабаларыбыҙҙың аңы, тәжрибәһе ул күренеш, үҙгәрештәрҙең ысын сәбәбен аңларлыҡ кимәлдә булмаған. Шунлыҡтан улар үҙҙәре өсөн серле тойолған йәнһеҙ күренештәрҙе тирә–йүн тураһындағы барлы–юҡлы төшөнсәләренә, булған ғына тормош тәжрибәләренә таянып, барыһын да үҙҙәренә, тотонған мал–тыуарына, һунар кейектәренә, таныш ҡош–ҡорттоң башҡаларына оҡшатып, йәнләндереп күҙ алдына килтергәндрәр. Мәҫәлән, яҙ килеп етеп килгән өсөн, ҡара ҡарға көньяҡтан килә. Ә бабаларыбыҙ, ҡарға килгәнгә, яҙ етә тип белгән һәм ошо “метиоролгик күҙәтеү тәжрибә”һен: “Ҡарға килмәй, ҡар китмәй,” –тип, быуындан быуынға еткергән. Шуға ла инаныста ҡарғаның абруйы ҙур. Изге ҡоштар иҫәпләнһәләр ҙә, аҡҡошҡа, ҡарлуғас менән кәкүк хөрмәтенә байрам тәтемәһә, ҡарға өсөн генә яҙ һайын, бар ҡатын-ҡыҙ, төптән ҡуптарылып, “Ҡарға бутҡаһы” байрамы үткәрер булған.Мәҫәлән, күсмә халыҡтарҙың береһе булараҡ, башҡа төрки ҡәрҙәштәребеҙ кеүек үк, башҡорттар ҙа Ай- йондоҙҙарһыҙ йәшәй алмаған. Ғаләм киңлегендәге был яҡтыртҡыстарҙы улар, күс юлын ҡыуғанда, үҙҙәре өсөн Тәңре элгән юл күрһәткесе (ориентирҙар) тип белгәндәр, ваҡыт ағышын билдәләү сараһы итеп күргәндәр. Күк есемдәрен күҙәтә торғас, беҙҙең бабаларыбыҙ иҫәпһеҙ йондоҙҙар араһында сүмескә оҡшап торған ике йондоҙлоҡтоң бәләкәйендәге ярайһы ғына яҡты бер йондоҙҙоң даими рәүештә тик кенә тороуына, бүтәндәренең, күсәргә кейҙрлгән тәгәрмәс гисек өйрөлә, шуның тирәһендә әйләнеүенә иғтибар иткән. Яҡшы көтөүлек эҙләй-эҙләй күсенгәндә, алыҫ араға сәфәр сыҡҡанда, төнгә ҡалған саҡтарҙа шуны билдә (ориентир) итеп, үҙҙәренә кәрәк тарафты табыр булғандар. Шул йондоҙҙо күҙәтә торғас, шуға иғтибар иткәндәр: бәй, ҡаҙыҡҡа бәйләп арҡанланған ат һымаҡ, береһе һарғыл, береһе аҡһыл ике йондоҙ әлеге тик торғаны тирәләй хәрәкәт итә икән дәбаһаң. Ә сүместе хасил итеүсе алты йондоҙ, ҡаҙыҡҡа арҡанланған ике атты баҫтырыусы бүреләрме ни — арттарынан ҡалышмай. Бына шуларҙы хәбәр итеүсе һөйләмгә “һымаҡ”, “шикелле”, “моғайын” кеүек ярҙамсы һүҙҙәрҙе һәм хәбәр һөйкәлешенә -дыр, -дер ише ялғауҙар ҡушып, ғаләм күренешен үҙҙәренең көндәлек тормошондағы күренеш менән сағыштырыу юлы менән, уларҙы бер-береһенә оҡшатып, фаразды эшкә еккәндәр. Телдән-телгә, урындан-урынға, быуындан-быуынға күсә килә, фаразға нигеҙләнгән мәғлүмәтте еткереүсе һөйләмдәге шул ярҙамсы һүҙҙәр һәм ялғауҙар төшөп ҡала бара. Һөҙөмтәлә, раҫлау башланғысы нығый һәм беҙгә таныш фарази мәғлүмәт ысынбарлыҡтың үҙе итеп ҡабул ителә: әлеге һарыраҡ йондоҙ — Һары ат, аҡһылы — Буҙат (Аҡбуҙат), улар “арҡанланған ҡаҙыҡ” — Тимерғаҙыҡ (Сөнки, ул бик боронғо күренеш. Ағас булһа, күптән үк серер ине, йәнәһе), Тимерғаҙыҡтан башҡалары — теге ике толпарҙы баҫтырыусы алты бүре тип ҡабул ителгән. Сағыштырыу һәм фарази башланғыс юҡҡа сығыуы була — әлеге мәғлүмәт тарҡау метафора төҫөн ала. Кесе Етегән тураһында бына шулай миф тыуа.
Әле кешеләр абстракт фекер йөрөтөргә өйрәнмәҫ элек, тәбиғәттәге, йәмғиәттәге төрлө күренештәргә, үҙгәрештәргә нимә сәбәпсе икәненә төшөнә алмаған. Шулай ҙа, фараз итеү юлы менән булһа ла, уларҙы танып белергә, аңларға, аңлатырға тырышҡандар. Хатта, хыялда булһа ла, үҙҙәренең ихтыяждарына яраҡлаштырып, уларға йоғонто яһарға маташҡандар. Шул нигеҙҙә хатта фантастик уйҙырмалар хасил булған. Әле лә йыш ҡына шулай була. Кемдер берәй хәлде күрә йә ишетә лә, уның сәбәбе, маҡсаты, һөҙөмтәһе хаҡында “ихтимал”, “моғайын”, “шикелле”нән һалдырып, фекер йөрөтә башлай. Уның шул һүҙе телдән — телгә, ҡолаҡтан — ҡолаҡҡа күсә килә ул ярҙамсы инеш һүҙҙәр төшөп ҡала бара: фараз раҫлауға әүерелә. Мәҫәлән, бер уҡыусы, ҡайҙандыр ишетеп: “БДИ” (“ЕГЭ”) тигән нәмәне Америкала уйлап тапҡандар ҙа, үҙҙәре унан баш тартҡан, ти. Беҙҙә лә ул оҙаҡҡа бармаҫ, моғайын”, — ти. Шул имеш-мимеш телдән-телгә күсә килә, уның “ти”, “моғайын” тигән өлөшө төшөп ҡала һәм ул раҫлау мәғәнәһендә: “Үҙе уйлап тапҡан “ЕГЭ”-нан Америка үҙе үк баш тартҡан. Тиҙҙән ул беҙҙә лә бөтәсәк” тигән раҫлау рәүешендә сәйәхәт итә башлаясаҡ. Бына шуның һымаҡ боронғо бабаларыбыҙ ҙа үҙҙәре фараз иткәнде, хыялдағын, теләгән теләктәрен, алдарына килгәндәй, ысынға алып, үҙҙәре үк шуға мөкиббән ышаныр булғандар.
Комментарии 0