Дәшһәтле Бөйөк Ватан һуғышы бер кемде лә урап үтмәне.Беләкәйенән алып олоһына тиклем Тыуған ил өсөн илбасарзарға карышы күтәрелде. Без инде һуғышты ололарзан ишетеп кенә беләбез.Беззең бурыс,ата-бабларыбыз мирасын киләсәк быуынға еткереү. Күптәребезгә һуғыш алдынан халык нимә уйлап, ниндәй пландар короп йәшәгәне билдәһез. Белорет районы Өмөтбай ауылынан һугышка киткән яугирзәрзен исемлеген төзөгәндә лә һәр вакыт өмөтбайзар һуғыш башланган көндо нисек белгәндәр һәм 1941 йлдын 21 июнендә ниндәй эштәр башкарыузары менен кызыкһындым. Был турала партия хезмәткәре, Бөйөк Ватан һуғыш ветераны Барый Абдрахман улы Абдрахманов хәтирәлерендә түбәнәгәләрзе язған. ,, Өмөтбай һәм Бакый ауылдарында комсомол кростары үткәрелде,сөнки уларзың ойошмаларында комсомолдар күп.Йәш физкультурниктәр менән бер рәттән,Тайфүр ағай кеүек урман кыркыусылар, Борхан бабай кеүек ололар,Абдулла һәм Һәзиә кеүек йәштәр, Сәлимә,Госман һәм Шәрфулла кеүек укыусылар за ярышты.Байрам менән элекке ялсы, ауыл партия ойошмаһы секретары Уйылдан Гәйзуллин етәкселек итте. Уға оло укытыусы, коммунист Данъянов ярзамлашты Кростан һуң, өмөтбайзар озак таралышманылар әле.Ток менән бәрешеү, милли көрәш,бағана буйлап менеү һәм башка ярыштар иғтибарзы йәлеп итте. Йыр-бейеү,гармунда,милли музыка коралдарында уйнау- барыһы ла булды был көндө.Халык якшы,күтәренке күңел менән һуң ғына таралышты. Был Бөйөк Ватан һуғышы алдынан һуңгы тыныс төн булды. 1941 йылдың 22 июнендә иртә менән мине уятып һуғыш башланыуы тураһында хәбәр иттеләр …,, Өмөтбайза 21 июнь көнө шундай күңелле булған ! Ә иртәнсак- һуғыш… Беренсе булып, үз теләктәре менән бер төркөм коммунисттәр һәм комсомолдар бер эшелон булып Тукан станцияһынан һуғышка китә.Улар араһында өмөтбайзар за була.Һуғыш яланында күптәр кайтмай ятып калды.Ауылдың йәштәре оло быуын кешеләре ярзамында һуғышта катнашкандарзын исемлектәрен төзөнөләр. Һуғышта катнашкан яуғирзар; Багаев Әхәт,Ғәлләметдинов Әхтәм,Гильманов Мәсәлим,Гайсин Файзулла,Дәүлитколов Әксән,Зайнуллин Йомадил,Зайнуллин Гилметдин,Зайнуллин Ильяс,Мурзабаев Сәғәзәт,Мөхәмәтвалеев Хәжмөхәмәт,Мәүлитколов Сәхипгәрәй,Мөхәмәтйәнов Сәгәфәр,Мөхәмәтйәнов Төхвәт,Мөхәмәтйәнов Ноғоман,Никитин Сергей,Ишмөхәмөтов Зыкрия,Калугин Алексей,Рәхмәтуллин Дәүләткилде,Рәхмәтуллин Назарбай,Рәхимов Ағзам,Сәгитов Абдулла,Сафуанов Суфиян,Сәғитов Ғайса,Сафин Муса,Кәримов Ишмырза,Хәйбуллин Хәлим,Йосопов Сәйетгәрей,Йосопов Ғүмәр,Йосопов Мансур,Яныбаев Ғәйнулла, Йәмлихин Вәлит, Һуғыштан исән-һау әйләнеп кайткан яугирзәр;Айытбаев Ибраһим,Бикбулатов Шәрфулла,Әхмәров Мөсәлим,Багаев Һазый,Валиев Әхмәзулла, Ғәйзуллин Уйылдан,Гәлиәскәров Әхмәт,Гайсин Гәбит,Гайсин Харрас, Дәминов Абдрахман,Зайнуллин Абдрахман,Зайнуллин Абдулла, Егоров Григорий,Котлоәхмәтов Сәлимйән,Кульбаев Хальфитдин,Мурзагильдин Абдрахман,Мурзагильдин Барый,Мурзабаев Гибәзәт,Динеев Йомағол,Һөйәрғолов Гилметдин,Сафуанов Абдрахман,Садиков Заман,Төлкөбаев Дәүләтбай,Фәхретдинов Әхмәзулла,Йосопов Усман,Хаблетдинов Хабрахман,Хайбуллин Рәфкәт,Һөйәрғолов Гәфүр,Саттаров Гатау,Йосопов Ситдык,Йәмлихин Гүмәр,Яныбаев Вәлиүлла,Яныбаев Сәйфулла. Бөгөнгө көндә ике генә һуғыш ветераны исән-һау;Яныбаева /Камалова/ Мафтуха,Ханипов Ильяс.
Ошо исемлектә бәлки таныш исемдәрзе табырһығыз? Язығыз. [page=1]Страница 1[/page]
|