БӨГӨН ЙӘШӘ!Һәр яңы көн бер яңылыҡ килтерә. Һәркөндөң үҙенә генә тәғәйен эше, йөкмәткеһе була. Ләкин беҙ күп осраҡта уны артығы менән тултырабыҙ: бер тәүлек эсендә мөмкин тиклем күберәк эш башҡарып ҡалырға теләүебеҙ тәбиғи, әлбиттә.Ә кәрәкме был? Сөнки шул эштәр арҡаһында йәшәйешебеҙҙең иң йәмле мәлдәре кисерелмәй, күңелдән үткәрелмәй ҡала. Ваҡыт юҡ, тибеҙ. Йәнебеҙҙең бер мөйөшөндә “Туҡта әле, ҡайҙа ашығаһың?”, тигәндәй… Әммә беҙ уны ишетмәйбеҙ, йә ишетергә теләмәйбеҙ.Шулай бар тормош үтеп китә. Һәм аҙаҡҡа еткәс кенәбеҙ аңлайбыҙ: ғүмер заяға үтте бит, әй! Кем өсөндөр барыһы ла һуң кеүек…. Әммә һуң түгел әле. Сөнки тормош тап ошо мәлдә, әлеге мәлдә тупланған, тап ошо әлеге мәлдә ул иң юғары баһаға эйә һәм хәл иткес. Үткән дә, киләсәк тә мөһим түгел!тап ошо әлеге мәлдә барыһын да үҙгәртә алаһың! Көрәшмә! Үҙ-үҙеңде көсләмә!!сөнки көрәш ул асылы менән яуызлыҡ сығанағы. Йөрәгеңде тыңла… ул ғына дөрөҫ юл күрһәтер. Тик был анһат түгел шул. Йөрәк беҙҙең өсөн ҡан һуғарыусы ағза ғына. Бүтән бер ни ҙә түгел.Миңә быйыл утыҙ йәш тула. Түңәрәк дата, ни тиһәң дә. Ихтыярһыҙҙан, ниндәйҙер һығымталар яһарға тартыла. Ни өсөндөр ошонан һуң бүтән осор башланыр һымаҡ. Ул осор бүтән, өр-яңы бурыстар, маҡсаттар ҡуясаҡ, өр-яңы офоҡтар асыр төҫлө. Бирһен Хоҙай, тимен. Шуның менән тормош ҡыҙыҡ бит.Бер артылыш,унан тағы берәү – бейегерәк тә, текәрәк тә, унан өсөнсөһө….тик ҡурҡмаҫҡа, унан бигерәк күңелеңдә асыу, ҡәнәғәтһеҙлек тупламаҫҡа кәрәк. Иң беренсе, үҙ-үҙеңә. Күп кешеләрҙең үҙ асылына төшөнәһе килә. Ҡылыҡтарының, уйҙарының, тойғоларының эсенә үтеп инәһеләре килә. Был һис тә сәйер түгел, минеңсә. Кем мин? Ни өсөн мин был ерҙә? Нимә эшләргә? Кәрәкме был, кәрәк түгелме?….. бындай һорауҙарҙы кеше үҙ ғүмерендә меңләгән түгел, миллионлаған тапҡыр бирәлер. Тик яуаптар ғына аныҡ түгел. Кеше ғазаплана, һағышҡа бата, кемдер ауырыуға һабыша, кемдер йәшәү ҡиммәттәрен юғалта, юлдан яҙа…
Бына мин дә эҙләйем, ошо тапалған һорауҙарға үҙемде бер айырым шәхес булараҡ ҡабул итә башлағандан бирле яуап эҙләйем. Асылымды аңларға тырышам. Бер хистәремде йүгәнләһәм, икенселәре ҡулдан ысҡына… Хыялыйға ғына әйләнермен инде. Булмышымдың ике асылы бер-береһенә һис тынғы бирмәй. Ә бәлки барыһына ла төкөрөргәлер?! Бар АСЫЛДАРҒА, ЙӘШӘҮ МӘҒӘНӘҺЕ тигән шул ялҡытҡыс, аҡылдан яҙҙырыр бер төшәнсәгә ҡул һелтәргә лә …. йәшәй башларға. Йөрәгең ҡушҡанса. Бына хәҙер ошо урында һәм хәҙер. Кеше нимә әйтер, нимә уйлар тип ҡурҡмай, хыялыңда теләгәнсә бөгөн йәшәй башла. Иртәгә лә түгел, иртәнән һуңға ла түгел, ә БӨГӨН!
|