Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

Рахмангулов Г. Автобиографик повесть » Главные сайты Башкортостана

bash-portal.ru 29.07.2010 1 min read

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 65 йыллығына арнайым Тормоштың дәшһәтле 1937 йыл өйөрмәләренең 19 мартында, көн менән төн тигеҙләшкән осоронда, Науруз байрамында Биҙәүләт исемле ауылда тыуғанмын. Алла мине законһыҙ үлтерелгән берәй кеше урынына булһын тиеп тыуҙырғандыр. Әллә ни рәхәт күрмәй, арыу ғына йүгереп йөрөй башлағас, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә һәм шунда уҡ һуғышҡа ир-егеттәр алына башлай, беҙҙең атайға, тешһеҙ Ғиләжгә, һуғышҡа китәргә сират етә һәм ул ете балаһын әсәйгә үҫтерергә ҡалдырып 1941 йылдың декабрендә китә. Мин уның киткәнен әҙ генә хәтерләйем. Бик ныҡ һыуыҡ көн ине, беҙҙең өйҙөң бер ҡат тәҙрәләре боҙ менән ҡапланған, беҙ, бер нисә бала шул боҙҙо ялап, йәки өрөп эретәбеҙ ҙә, тәҙрәнән тыштағы бер төркөм халыҡҡа ҡарайбыҙ, улар үлемесле һуғышҡа китәләр, әллә ҡайталар, әллә юҡ тиеп уйлағанбыҙҙыр инде. Шулай булһа ла мин ялан аяҡ, ыштанһыҙ тышҡа йүгереп сыҡтым, атай ҡайҙалыр китә, айырылышаһы килмәгәндер. Ул ваҡытта минең аяҡтың баш бармағы шешкән ине, ул бармаҡ әле лә зәғиф тырнаҡлы, етмеш йәштән уҙһам да һаман төҙөк тырнаҡ үҫмәне. Шулай итеп, ялан аяҡ, ыштанһыҙ, йәйен-ҡышын бер күлдәктә, мәктәп йәшенә лә еттем. Ул ваҡытта йәйге, ҡышҡы кейем юҡ ине, 24төңдә йыл әйләнәһенә бер киндер күлдәк ине. Уны һабынһыҙ, көл иҙмәһендә генә йыуған ваҡытта, кипкәнсе, мейес башында ултыра инек. Быға тиклем дә ярлылыҡ көслө булһа, һуғыш башланғас тағы ла ярлылыҡ көсәйҙе, иң ҡыйыны аслыҡ 24тәлде. Ҡыш көндәрендә ҡояш булғанда Мостафаларға, Мөхәмәтнәзирҙәргә ялан аяҡ, урам буйында кипкән һыйыр тиҙәгенә баҫып тороп, аяҡ әҙерәк йылынғас, тағы ла йүгерә инем. Уйнарға тигән иҫәп менән барам, барғас, әллә ни уйнайһы ла килмәй, ас кешенең нисек уйнайһы килһен инде. Шулай ҙа ҡыш көнө әпәй булмаһа ла бәрәңге була бит әле, әлбиттә бәрәңге туйғансы ашарлыҡ булмай ине, ул да апрель-май айҙарында бөтә. Иң ныҡ аслыҡ шул ваҡытта башлана ла инде. Бәрәңге сәскәндә, бәрәңгенең күҙен генә алалар, ә уртаһы ҡала, уны ашарға була. Аслыҡ әллә нәмәләр уйлап табыуға мәжбүр итә, кешеләр бәрәңгенең күҙен сәй ҡалағы менән соҡоп алалар (әгәр ҡалаҡ табылһа) һәм шуны сәсәләр ине, ашарға бәрәңге үҙәге күберәк ҡала. Беҙҙең һигеҙ кешенән торған ғаиләгә бер һыйыр бар ине. Ул 7-8 литр һөт биргәндер көнөнә, шул һөттән хөкүмәткә лә бирергә кәрәк, үҙебеҙгә лә эсергә кәрәк. Ул ваҡытта властың һөтләтә йыйырға мөмкинлеге булмағандыр, шулай булғас, ул майлата йыя ине, май ашамаһаҡ та, беҙгә машина һөтө тулыһынса ҡала ине, һөт айыртыуға ла машина хужаһына ла хаҡ — бер ҡаҙаҡ май бирәләр ине. Ул техника беҙҙең күршелә генә Әбеж23өл ҡарсыҡта ине, уның исемен ауылда белгән кеше булғандырмы уныһын белмәйем, уны шулай Әбеж23өл ҡарсыҡ тиҙәр ине, ә үҙенә «әбей» тип кенә әйтәләр ине, беҙҙең әсәй уға «еңгәй» ти ине, уның ире, Сыраҡай бабай, беҙҙең атайға ике туған ағаһы булған. Әлбиттә ул ҡарсыҡ ярлы булманы, нисек ул ярлы йәшәһен, шул тиклем малды, 15 сутый баҡсаны ул да тота бер үҙенә һәм беҙ ҙә шул тиклемде һигеҙ кешегә, 24тәүенә һөт айыртҡан өсөн май ала, бөтөн беҙҙең урам халҡы шунда бара, утыҙлап йорт. Ул ҡарсыҡ, яҙ баҡсаһын бушҡа ҡаҙыта, ас кешеләр үҙҙәренең баҡсаһын иртә яҙҙан уҡ, өшөгән бәрәңгеһенә ҡаҙып бөтәләр, ә ул ер өлгөрмәйенсә баҡсаһына кешеләрҙе керетмәй. Кешеләрҙе ҡарап тороп, бер ниндәй ҙә сүп ҡалдыртмай, әрләшә-әрләшә ҡаҙыта. Ул ваҡытта мәғәнәһеҙ (файҙаһыҙ) закондарҙың булыуы, урындағы совет етәкселәренең ҡурҡаҡ булыуы, беҙҙең ауылдағы кешеләрҙең астан үлеүенә килтерҙе, сөнки беҙҙең ауыл тирәһендә буш ятҡан ерҙәр күп ине, әгәр рөхсәт булһа, күпме теләйһегеҙ шул тиклем ашарлыҡ үҫемлек сәсегеҙ тиһәләр, халыҡ сәсер ине, асҡа интекмәҫ ине. Шулай булһа ла бер йылды, Яҡуп йылғаһы яғында сиҙәмде һөрөп кешеләр тары сәстеләр, беҙ ҙә сәстек, уны утарға бара инек, тары ерендә бер бөртөк тә сүп үләне юҡ ине, көҙ уны әсәй бөртөкләп тиеп әйтерлек урып, өйгә алып ҡайтып, бар булған сепрәктәрҙе ергә йәйеп, сыбағас менән һуҡтылар, тарыһын килелә төйөп, әсәй бутҡа бешерҙе, ул бутҡаның тәмлелеген белһәгеҙ, телеңде йоторлыҡ ине. Бәрәңге сәскәс, унан ҡалған бәрәңге үҙәген ашап бөткәс, бер нәмә лә ҡалмай. 2006 йылда телевидениела БСТ каналында «Төнгө канал»да Татарстандың данлыҡлы йырсыһы Илһам Шакиров менән Миләүшә Идрисова (алып барыусы) осрашыу уҙғарған ине. Ул да минең йылдарҙа (әүһғйылғы) тыуған, беҙҙең шикелле асҡа интеккән, ул йылдарҙы иҫкә алып, юҡтан башҡа бер нәмә лә юҡ тине, шырпы юҡ, тоҙ юҡ, икмәк юҡ, кейем юҡ, ашарға бер нәмә лә юҡ. Май айҙарында ашарға яраған бик күп төрлө үләндәр үҫеп сыға, уларҙы йыйыу өсөн бөтөн бала-саға урманға, аҡландарға китә, көнө
буйы йөрөп, ҡапсыҡтарҙы тултырып ҡайталар, уларҙы айыралар, ҡайһыныһын шул килеш, ҡайһыныһын бешереп ашарға. Бәләкәйерәк булһам да мин дә бара инем, бер ваҡыт мине ағайҙар, бигерәк тә Ғәмбәр апа, эйәртмәҫкә булдылар, хәле юҡ, артта ҡала, йә юғалып ҡалыр тиҙәр, һин кесерткән йыйып, күмәс бешереп тор тиҙәр һәм шулай булды ла. Кесерткән йыйып уны һыуҙа бешерәм, табаны майларға май юҡ, ҡыш арлы-бирле май булғанда таба төбө ышҡыған сепрәк була ине, шуның менән табаны ышҡыйым, шулай булғас кесерткән күмәсе янмай. Тегеләр ҡайтыу менән күмәскә тотоналар, улар урманда сей үлән ашап туйғандар бит. Бер-нисә көн үткәс, был эшкә ҡараштар бик ыңғай булды, тәҡдиме өсөн апаны маҡтанылар һәм мин дә арымай башланым, шулай булһа ла бик ябыҡҡанмын ахырыһы, мин үҙемде көҙгөнән ҡарамаған бит, ул ваҡытта көҙгө юҡ ине, тик Фәткелислам ағайҙарҙа ғына ине. Минең бик ябыҡҡанды күреп, Фәсәхәт абыстай менән Ғәйникамал абыстай әсәйгә әйткәндәр, Мәғзүрә еңгәй, Ғәзимйән улың бик ябыҡҡан, йә үлеп ҡуйыр, һин уға бер стакан ғына (ул ваҡытта стакандар бар ине, сөнки уны үҙебеҙҙең быяла заводы эшләй ине) булһа ла, тегеләренән артыҡ һөт бир тигәндәр, әсәй, нисек бер үҙен айырып эсерәйем тигәс, һин уны иртән, һыйыр һауғас, тегеләре йоҡлағанда, саҡырып сығарып эсер тигәндәр. Һәм шулай булды ла, мин шул ваҡытҡа уянырға өйрәндем, әсәй һыйыр һауып бөтөүгә мин аҙбарға сығам һәм бер стакан һөттө эсәм дә, яңынан тегеләр янына йоҡларға ятам. Теге абыстайҙарҙың был эш буйынса тәжрибәләре булған ахырыһы, уларҙың да күмәк балалары араһында шундай айырмалар булғандыр. Бер ваҡыт, мине урманға йөрөткән ваҡытта, балтырған көпшәһе йыйып йөрөй торғас, Ғибаҙы йылғаһы яғында, тауҙар араһында аҙаштыҡ, көн яуымлы, томанлы ине, ҡояш күренмәй. Беҙ унда күп инек, минең апам Ғәмбәр, ағайым Ғаязетдин, Мәрйәм, Мөдәрис, Хәмиҙә, Наилә, Мөхәмәтнәзир, Мостафа, Шайдулла, Ғиндулла, тағы ла бер-нисә кеше. Балтырғандың бик күп үҫкән ерҙәре тура килде, һәр беребеҙ күп итеп йыйҙыҡ, ҡайтырға тип сыҡһаҡ ҡайҙа барырға белмәйбеҙ, киттек бер яҡҡа ҡарап, ике тау мендек, ике тау төштөк, тағы ҡаршыла тау, хәҙер ҡурҡышып илаша башланыҡ, ҡапсыҡтарҙан артҡанын беләккә һалған инек, уларҙы ырғытып бәрҙек, ҡараңғы төшә башлаған т24лө тойолдо, илашып ултырғанда Ғәйнислам ағай менән Исмәғил ағай (ул ваҡытта улар ҡоҙа түгелдәр ине әле) килеп сыҡтылар, беҙ шатландыҡ, илауҙан туҡтаныҡ, улар беҙҙән байтаҡҡа ололар, юлды беләләр, (уларҙың мылтыҡтары бар ине, һунарға сыҡҡан булғандарҙыр) бергә ҡайтып киттек…

Бөгөнгө, арыу ғына, етеш донъяла аслыҡты үҙ елкәһендә үткәргән кешеләр аҙ ҡалып баралыр инде, уны ҡайһы берәүҙәр нисек икәнен белмәйҙер, уны нисектер, үҫмерҙәр асығып уйнап ҡайтыуға ашарға бешмәгән булһа, шуны аслыҡ тиеп белгән шикеллелер, ә ул йөҙ, мең тапҡырҙарға ҡыйыныраҡ. Үҙемдең малай, бәләкәй сағында, ҡайһы бер аҙыҡты ашарға яратмай ине, шунан әйтәм, беҙ бәләкәй ваҡытта үлән ашаныҡ, башҡа аҙыҡ юҡ ине тигәс, нишләп үлән ашанығыҙ, һеҙ бит һыйыр түгел ти. Аҙаҡ, мәктәптә уҡығас, тарих уҡый башлағас белде, аслыҡтың нисек булғанын.

Continue Reading

Previous: А. Сулейманов: Фронт һыҙығының кескәйҙәр аша үткәне » Главные сайты Башкортостана
Next: Мәҙәктәр » Главные сайты Башкортостана

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025