А. Сулейманов: Фронт һыҙығының кескәйҙәр аша үткәне | Литература, Слово автору |
Әхмәт СөләймәновФРОНТ ҺЫҘЫҒЫНЫҢ КЕСКӘЙҘӘР ЙӨРӘГЕ АША ҮТКӘНЕ Генералдарыбыҙ, маршалдарыбыҙ, ҡулдарына ҡыҙыл ҡәләм алып, фронт һыҙығын нисек кенә билдәләмәһендәр, ул һыҙыҡ, топографик карталарҙа ғына түгел, ҡарар күҙгә күренмәй генә, тылдағы, дөрөҫөрәге, тылдағы фронтта көрәшеүсе һәр кеше, шул иҫәптән кескәйҙәр йөрәге аша ла үтә. Кескәйҙәр тигәнем – минең быуыным. Был быуындың ул саҡтағы хәлен шағир булып танылған тиңдәштәремдең шиғырҙарынан да күҙ алдына килтерергә була. БДУ буйынса һабаҡташым һәм табаҡташым Сафуан Әлибаев: …ҡырҡ берҙә тыуғандарҙыңҺөйләү ауыр күргәнен,Ҡайғы, аслыҡ, күҙгә ҡарап,Алҡымдарҙы бөргәнен, – тиһә (“Үҙебеҙгә тыуған көнөбөҙгә”), Дилә Булгакова атаһын юҡһынып:Атайлы йорт – атлы йорт.Төҙөк, ипле, маллы йорт…Атйлы йорт – баллы йорт,Усағыңда һүнмәҫ ут,-тине (“Атайлы йорт”). Ә инде, ҡанэскес Гитлерҙың яуызлығы арҡаһында, атайһыҙ ҙа, ағайҙарһыҙ ҙа ҡалған халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың:Нәҫелемдә ҡалған ир затынанИң олоһо инем –Алты йәшлек аҡһаҡалы инем, -тигәнендә бик күп тиңдәштәребеҙ кисергән фәжиғаи-драматик яҙмыштар хаҡындағы ауыр кисерештәр ятыуын тоймау һәм ул юлдарҙы тулҡынланмай уҡыу мөмкин түгел. Яҙмыш уртаҡ булһа ла, беҙҙең һәр беребеҙ – бер индивид. Шуға ла һәр беребеҙ шул уртаҡ яҙмышты, билдәле, үҙебеҙсә кисерҙе. Әле тәҡдим иткән яҙмаларым һуғыш башланғанда, ике йәштә генә булып, ул тамаланыуға табан иҫ белә килә үҙем күргән, үҙем кисергәндәр – моғайын ошо әйткәнемә бер дәлилдер. Иң йыш әйтелгән һүҙ һәм тамаҡ төбөндәге төйөр Миңә ул саҡта күп булһа дүрт йәштәр самһы булғандыр. Хәҙерге йәшем бейеклегенән уйым менән шул заманға урап ҡайтһам, башыма шундай бер фекер килә: “Әгәр ҙә мәгәр, хәҙерге замандағы һүҙ сүпләүсе тикшеренеүселәр кеүек, берәйеһе, ҡулына ҡәләм, счет алып (мәғлүмдер ки, ул саҡта калькулятор һәм компьютер иҫкә төшөр, төшкә инер нәмә түгел ине): “Тәүлегенә иң йыш ҡулланылғаны ниндәй һүҙ икән?” — тип, һанап йөрөй торған булһа… Ул, моғайын: “Һуғыш” тигән һүҙ икән дәбаһаң!” – тип һығымта яһар ине. Һығымтаһының аныҡлығын нигеҙләү өсөн, көндәр буйы ҡабат-ҡабат тикшерһә лә, бер генә кешенең артынан тотам да ҡалмай, һанап йөрөһә лә, тәүге һығымтаһы мөтли үҙгәрмәҫ ине”. Шаштырмайым, һүҙҙең ҡулланылыш йышлығын тикшереүсе булмаһа ла, бәләкәй генә булһаҡ та, иң йыш ҡулланылғаны әлеге һүҙ икәнен ул дәүерҙә беҙ ҙә яҡшы белә инек инде. Иртән торғандан алып кис ятып киткәнсе, өйҙә лә, урамға сыҡһаҡ та, ишетә инек беҙ ул һүҙҙе. Әсәйем эңерләтеп кенә колхоз эшенән ҡайта. Ишектән инер-инмәҫтән үк: – Мөхәмәтткилде ағайығыҙҙан хат булманмы? – тип һорай һалыр ине. – Булманы шул, әсәй, – ти һалабыҙ өйҙәгеләр. – Ҡасан ғына бөтә инде шул һуғыш тигәне! Хоҙайымдан булып, шул Гитлер тигән йәшәмәгеренә беҙҙең күҙ йәшебеҙ төшһә ярар ине! – ти ҙә әсәйебеҙ усаҡҡа ут яға һалып, күҙ терәп торған Айғашҡабыҙҙы һауыу йүнен күрә башлай. Күҙ терәп торған, тим. Сөнки беҙҙе ҡатығы, ҡорото, һирәк-мирәк булһа ла, ҡаймағы, майы менән һыйлап тора бит ул. Әйткәндәй, ниңә һирәк-мирәк булһа ла, тип әйтте был, тиһәгеҙ, аңлатып китәм. Һирәк-мирәк, сөнки бер һыйыр башына һигеҙ кило һары май тапшырабыҙ (Тапшырабыҙ тигән һүҙем – магазинға бирәбеҙ, тигәнем булыр. Беҙҙең өсөн магазин ни ҙә дәүләт ни – икеһе бер төшөнсәгә эйә ине. Ул йәштә шунан арыһын беҙгә белеү ҡайҙа имеш). Шуның өҫтөнә ике кило брынза урынына ла май алалар. Бер саҡ әсәйемдән:- Брынза нимә була ул? – тип һораным. Ул:- Һарыҡ эремсеге була, ти. Уны күргән-иткән юҡ. Кем ашайҙыр инде, – тине. Йылдар үткәс кенә белдем: грузин ризығы икән ул. Шунда башыма шундай уй килде: Сталин – грузин, Берия менән тағы кеме – грузин. Күрәһең, үҙҙәре яратҡан ризыҡ булғас, ҡалғандарҙың тамағына ла хуш килә, тип белгәндәрҙер. Ситкәрәк киттем. Беҙҙең иң яҡын күршебеҙ тиңдәшем Хәбирҙәр. Әсәйҙәр эштән ҡайтҡанда, уйындан айырыла алмай, уларҙа булһам, уның әсәһе Дәүләтбикә инәйемдең ауыҙынан да, иң элек әлеге һорауҙы ишетәм. Тик инәйем, әсәйемдең һорауын төҙәткәндәй итеп, уны оҙонайта биреп, “ағайыңдар”ҙан һалдыра ла: – Атайыңдан да юҡмы хат? – тип ҡуя. Ни өсөн тиһәң, Хәбирҙең Ғәлимйән, Сабирйән тигән ағайҙары ла, атаһы ла һуғышта ине. Ул саҡта ауылыбыҙҙың (ҙурайғас, шуны белдем: беҙҙең ауылдың исеме, улай-былай ғына түгел, Нәби – “бәйғәмбәр” тигән һүҙҙең синонимы икән ул) ике-өс малайҙан башҡа барыһының да: – Атай! – тип өндәшер, уныһының иһә:
– Әү, балам! – тип, башын һыйпап, һыртынан ҡағыр кешеһе юҡ ине. Шуғамылыр, әллә, атайым вафат булғанда, иҫ белмәй ҡалыуым арҡаһындамы, ғаиләлә ундай вазифалы ир кеше булырға тейешлеге хаҡында ул саҡта башыма ла килмәй ине. Һуғыш бөтөп, башҡалар атайлы була башлағас ҡына, уларға көнләшеү менән бергә атайһырау тойғоһон кисерергә тура килде. Тура килде, тимсе. Ул тойғо, анығын әйткәндә, йотоп булмаҫ төйөр булып, бөгөн булһын тамаҡ төбөндә тора. Страница 1 из 7 | Следующая страница |
|
| Напечатать | Комментарии (0) |
(голосов: 1) |
[7 мая 2010] | Просмотров: 537 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{sms}
{allpages}