Республика менән тығыҙ бәйләнештә » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости
Силәбе башҡорттарының VII отчет-һайлау ҡоролтайы үтте. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты.Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов башҡарма комитеттың эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны. Делегаттар милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе, башҡарма комитеттың яңы составын, Өфөлә үтәсәк III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Силәбе өлкәһенән делагаттар һайланы.Ҡоролтай Роберт Юлдашевтың танылған «Ҡурайсы» төркөмө ҡатнашлығындағы концерт менән тамамланды.Әйткәндәй, 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, өлкәлә 166 мең башҡорт йәшәй – был өлкә халҡының 4,6 проценты.

«Башинформ».

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (1)
[23 марта 2010] | Просмотров: 154 Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0