Новости » Слово автору | ||
Илдә 1985 йылдың апреленән, Башҡортостан тормошонда 1987-1988 йылдарҙа башланған үҙгәрештәр Р.Бикбаев шиғриәтенә лә яңы рух өрә, уның ижад тәбиғәтенә хас булып та, бығаса асылып етмәгән мөмкинлектәрен балҡытып ебәрә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, алтмышынсы йылдарҙың икенсе яртыһында демократияның ярым-йортолоғон күреп, үҙ илендә илен һағынған шағир егерме йылдан һуң беренселәрҙән булып кинәйә телендә «Һыуһаным — һыуҙар бирегеҙ!» тип белдерә бөтә тауышҡа.Үҙгәртеп ҡороу йылдарында Р.Бикбаев шиғырҙары ошо осор рухындағы ҡаршылыҡлы моң-ауаздарҙан туҡыла. Ул әүәл-әүәлдән тоя-күрә килгән ғәҙелһеҙлектәрҙең фаш ителеүенә ҡыуана ла, һыҙалана ла, бының сәбәп-һөҙөмтәләрен аңларға һәм аңлатырға ынтыла.Ижад тәбиғәтенә хас булған, ошоғаса тыйыу-тыйылыуҙар арҡаһында асылмай килгән мөмкинлектәрен Р.Бикбаев нәҡ ошо йылдарҙа «Һыуһаным — һыуҙар бирегеҙ» поэмаһы һәм «Халҡыма хат» китапнамәһендә балҡытып ебәрә.Поэманың исеме үк оло мәғәнәгә эйә. Һыу буйында һыуһыныңды ҡандыра алмау… Унда үҙәктә тәбиғәт һәм рух экологияһы, шуға бәйләнештә халыҡ һәм шәхес, тәрәҡҡилек мәсьәләләре тора.Социализмдан капитализмға күсеү дәүерен һүрәтләгән «Баҙар балтаһы» поэмаһы шулай уҡ монологик әҫәр. Ул шартлы рәүештә алты бүлемгә бүленгән. Тәүгеһе композицион яҡтан инеш, башҡарылыу формаһы менән хәтирә рәүешендә. Унда шағир әле малай сағында уҡ беренсе тапҡыр ауылдан Ырымбур баҙарына һыйыр һатырға тип килгәндәрен иҫенә төшөрһә, икенсеһендә баҙар тамашаһына хайран ҡалыуын, аҙым һайын алдау-алданыу күренештәренән шомланыуын, үҙҙәре лә күҙ терәп торған берҙән-бер малынан яҙғас, алдағыһын уйлап борсолғанын хәтерләй. Һынсыл үҫмер баҙар асылын иртә аңлай, «бөгөн беҙҙең бөтә ышаныстар үлсәнә бит һинең үлсәүҙә», ти ул ошо уңай менән.Тәүгеләренә сауҙа маһирҙары, ҡараҡ кооператорҙар, мафия, шулай уҡ Инсаф менән Иманды быуып, күңел тапап, ил намыҫын һатыусы һәм ғорурлыҡты хәйер-саҙаҡаға алмаштырыусы ил хакимдары инедерлһә, икенселәре — саҡ-саҡ йән аҫыраусы пенсионерҙар, хәйерселәр һ.б., йәғни баҙар ҡорбандары.Яңы тарихи шарттарҙа айырата борсоғаны — тыуған ил-йортоңдоң яҙмышы, тыуыр көнө. Быға ғәжәпләнәһе түгел. Сөнки был, барыһынан элек, ер мәсьәләһенә бәйле. Ошо урында шағирҙың ҡобайыр стиленә күсеүе — тарихи боролоштоң етдилегенә ишаралап ҡына ҡалмайынса, ереңде күкрәгең менән һаҡлай торған мәл, иң яуаплы мәл етеүен дә иҫкәртеүе ул.
Һикһәненсе йылдарҙың икенсе яртыһында донъяны һиҫкәндереүсе набат, СОС булып яңғыраған «Һыуһаным — һыуҙар бирегеҙ», «Система», «Баҙар балтаһы» поэмалары менән «Халҡыма хат» хитапнамәһе — үҙгәртеп ҡороу дәүеренең берәгәйле шиғри йылъяҙмаһы ул. Башҡорттар үҙ ерендә ҡыҫылып, ҡыҫырыҡланып йәшәгән шарттарҙа шовинистарҙың көсәйгәндән-көсәйеүен иҫәпкә алһаң, милләтеңдең яҙмышын, уны һаҡлау һәм яҡлау кеүек көнүҙәк проблеманы асыҡтан-асыҡ социаль, демографик, миграцион прцестар, тел мәсьәләһе менән бәйләнештә яҡтыртыу ул әҫәрҙәрҙе ижтимағи-сәйәси трибуна кимәленә күтәрә.
Страница 1 из 2 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[21 февраля 2011] | Просмотров: 122 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}