75 лет Союзу писателей РБ-24 » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости » Слово автору
Рауил Шаммас Илдә ир-ат бар Яуыз һуғыштарҙы ҡарғай-ҡарғай, Салғы тапар кеше табалмай Ауыл буйлап йөрөгән йыраҡмы?.. Әле бына күреп шатланам Һәр бер өйҙән, һәр бер ҡапҡанан Атлап сығып киткән ир-атты. Сабыйҙарға «атай» тиергә, Инәйҙәргә «балам» тиергә Һөлөк кеүек таҙа ир-ат бар. Мәжлестәрҙә аштар бүлергә, Оло кәңәш һорап килергә Һәр бер өйҙә ир-ат, ир-ат бар. Һөйөнөгөҙ, әйҙә, ҡатындар, Һөйөнөгөҙ, әйҙә, матурҙар: Арыҫландай аҫыл ир-ат бар. Йылмайығыҙ, әйҙә, сабыйҙар. Ҡыуанығыҙ, ҡала-ауылдар. Ҡыуанығыҙ: илдә ир-ат бар. Типһә тимереңде өҙөрлөк, Эше менән донъя биҙәрлек Алтын ҡуллы батыр ир-ат бар. Ир-ат булған өйҙөң йәме бар, Ашар аштарының тәме бар.

Ниндәй ҡыуаныс: илдә ир-ат бар!

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[17 февраля 2011] | Просмотров: 142 Опубликовал: admika Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0