Новости » Слово автору | ||
Һыу күрһәтеү, йыртыш таратыуҺыу күрһәтеүҙе “инәм-атам” ойоштора. Менә шул современный туйҙың икенсе көнөндә “инәм” тип ҡуйылған кеше, үҙенең бирнәләренән алынған көйәнтәләренә, биҙрәләренә ҡыҙыл таҫмал элә. Билен сискән ҡайынһеңлеһе һыу күрһәтергә алып китә. Ә “инәм”е, киткән ваҡытта һыу көйәнтәһе аның өҫтөндә була. Шул башлап һыу алып күрһәтә лә, килен булып төшкән ҡыҙ тәңкәләрҙе: “Бисмиллаһир ирахман ирахим! — тип уҡып, тәңкәләрҙе һыуға һала. — Һыу инәһе, миңә йомшаҡ бул. Мин хәҙер бында көн итәм инде”, — тип әйтеп, һыу ала. Һыуҙы килен алып ҡайта. Шул ваҡытта халыҡҡа, өҙөп-өҙөп йыртыш тараталар. Йыртышҡа матур биҙәкле метражка ҡулланыла хәҙерге ваҡытта. — Ул берәй эшкә ашырырлыҡ киҫәктәр буламы, просто йыртып инде?— Ул хәҙер, элек эшкингән булған, ҡушып-ҡушып бер нәмә теккән булғандар. Шунан туйҙа үҙҙәренә билге итеп, бантиктар эшләп ҡуялар. Биҙрәгә тағалар. Бәләкәй генә була ул. Ә элегерәк, һәйбәтерәк тормош булғанда, йыртыш урынына ҡулъяулыҡ өләшкәндәр. Йөҙөк таратыу был яҡта юҡ.Ҡоҙаларҙы оҙатыуҠоҙаларҙы оҙатҡанда, ҡаҙ бото, өйрәк бото алып сығалар. Ҡулдарына тоттороп, йыр йырлайҙар, ҡоҙа менән ҡоҙағый тураһында. Шул өлөштәрҙе ашатып, хуш аяғы бирәләр.— Ә теге сыбыртҡылау тигән йола юҡмы?— Юҡ. Может элегерәк булғандыр. Хәҙер юҡ.Килен күрһәтеүӘ менә современный туйҙан һуң киленде оҙатып алалар ҙа, бер аҙ хәлләнә биргәс Килен күрһәтеү була. Уны ҡыҙҙың ҡәйнәһе эшләй. Күренестәрҙе ҡыҙҙың ҡәйнәһе килтерә, улар егет яғына таратыла.Туй үтеп, ҡоҙалар ҡайтҡас, килен бөтә өйҙө үҙенең формаһына килтереп, таҙарта: йыуа, үҙенсә биҙәй, үҙгәрештәр индерә. Ул үҙенең таҙалығын, зауығын күрһәтергә тейеш. Шунан ғына “Килен күрһәтеү” йолаһы атҡарыла: егеттең туғандары ғына саҡырыла. Ҡыҙ яғынан уның ата-инәһе генә йә тағы бер пар ғына була.Килен күренеше егеттең иң яҡын туғандарына ғына таратыла.Ҡыҙ инәһе ҡунаҡҡа саҡыраБерәй ай үткәс, ҡыҙ менән егетте ҡыҙ инәһе ҡунаҡҡа саҡыра. Кейәүгә лә, ҡыҙына ла күлдәк кейҙерәләр. Шул саҡта егеттең “атам” менән “инәм”де лә саҡырырға була. Бәпес туйыБәпес туйын малайҙың инәһе үткәрә. Һарыҡ һуялар ҙа, берәүҙе лә ҡалдырмай, ололарҙы йыялар. Бөтәһе лә кеҫәләренә бүләк тығып киләләр. Иң алда бөркәнсек ябып, мулла исем ҡушып ала. Шунан халыҡҡа сығып әйтә.— 40 көнө үткәс ҡуштыраларҙыр?Хәҙер улай итмәйҙәр, тиҙерәк ҡуштырырға тырышалар. Больницанан сыҡһа (ете көндән) ҡуштыра һалалар. Бала, илап, исем һорай бит инде. Бала тыныс булһын, тиҙәр инде. 40 көнгә һуҙмайҙар бер ваҡытта ла.Беҙҙә Ҡорбанғәле мулла бар ине. Элек уҡытыусы булған, колхоз председателе булып та эшләгән. Шул мулла Ҡөрьәнде асып уҡый ҙа, ҡайһы исем осрай: Зөлҡәрнәй йә Зөлфетдинме, баланың ҡолағына ҡысҡыра.Ҡоҙаларҙы хурлау йолаһыҠоҙалар алдан ҡоҙалап йөрөй ҡыҙҙы. Риза булһалар, шунан һуң килә ҡоҙалап, таҫтамал алырға. Улар эргәһенә тағы 1-2 парҙы әйтәләр, күрше-тирәне, күберәк — ағай-энене. Шунан ул ҡоҙаларға таҡмаҡ әйтеү бар. Беҙҙә, ҡоҙаларҙы хурлайбыҙ инде. Алдан жыйылалар олоһо-йәше, ололар инде өйрәтеп тора, беҙ был яҡтан әйтәбеҙ инде:Тәҙерәгә килгән ҡуярға,Ҡоҙа кеше, тыңдап ултырҠыһтар килгән хурларға, — тибеҙ инде башта.Беҙҙең ҡоҙаның самау(ы)рыЖите ерҙән тартмалы*.Беҙҙең ҡоҙа тапҡаны — Ҡоҙағыйҙан артманы.Дәүләт буай, таҫтамалдыҠоҙаларға бирегеҙ.Бисмилла итеп, һөртөнһөн дә,Мөйөшөнә ҡарап, төртөнһөн.Беҙҙең ҡоҙаның баҫыуындаЕгерме ике сыйырсыҡ.Беҙҙең ҡоҙаның ашағаны — Ҡаты-ҡото ҡыйырсыҡ.Беҙҙең ҡоҙаның аяғындаӘләм-һалам бахила*.Бахила булмай, ни булһын,Көн итмеше — насила.Беҙҙең ҡоҙаның урамындаДүрт мөйөшлө бура бар.Ҡоҙа, тиҙерәк намаҙ уҡы,Әхирәттә һорау бар.Беҙҙең ҡоҙаның ҡомғаныҠом тултырып ҡуйғаны.Беҙ ҡунаҡҡа барған саҡтаҺыртын биреп торғаны.Беҙҙең ҡоҙа тауыҡтарынҠарауылдап һалдыра.Бер йомортҡаһы юғалдиһә,Биш көн эҫтәп ҡаңғыра.Беҙҙең ҡоҙаның ҡаһтары (ҡаҙҙары. — Ә.С.)Кеше күрһә, ҡуңҡылдай.Хужаға таҡмаҡ әйткән һымаҡ,Ҡоҙағыйы сусылдай.Мунса тулы тау ташы,Ҡаҙан тулы ҡаҙ башы.Шунда ултырған ҡоҙаның
Ялтырайҙыр таҙ башы.
Предыдущая страница | Страница 2 из 3 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[28 декабря 2010] | Просмотров: 198 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}