Ғашиҡ булыу » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости » Слово автору
Роберт МиңнуллинБөгөн һиңә мин хыянат иттем.Сөн һеңелкәш, беләм, кисермәҫһең.Ярҙарына ҡайтып йығылғанда,Һыуҙарыңды хатта эсермәҫһең!Мин диңгеҙгә ғашиҡ булдым бөгөн,Ҡарап торам бына тулағанын.Диңгеҙ ләкин ҡабул итмәҫ мине,Диңгеҙ өсөн, ахыры, тыумағанмын.Характерҙар беҙҙең артыҡ төрлө -Беҙҙең хистәр бер ҙә килешмәҫтәр.Беҙҙең мөхәббәттәр бер саҡта лаУртаҡ килешеүгә ирешмәҫтәр!Белеп торам диңгеҙ гүзәлдең минҺөйөүемде кире ҡағасағын,Хистәремде тулҡын йыуасағын,Ә йәнемдә яра ҡаласағын.Был — моғайын, бер мауығыу ғына,Дыуамалланып бер шашып алыу,Ирештереп диңгеҙ тулҡындарынИхтыярһыҙ ярһып, ташып алыу!Кисерерһең мине — Дон Жуанды!Хыянатты ауыр кисерерһең.Тик үҙең дә мине яратаһың,Ауыр булһа ла бер кисерерһең!Бөгөн иһә мин диңгеҙгә ғашиҡ!Бер йәнемә урын табып булмай.Был — үҙеңде интектереү генә,Тик үҙемде ҡулға алып булмай.Иң беренсе мөхәббәтем! ҺинеңҠайтып йығылырмын ярҙарыңа,Һәм баш ҡуйып һылыу талдарыңа,

Мин үкһермен ятып алдарыңа!

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[24 февраля 2011] | Просмотров: 336 Опубликовал: admika Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0