Новости » Слово автору | ||
7. Бүҫер— Әҙәби телдә “бүҫер” була. Ә һеҙҙә нисек? Биҫерме?— Биҫер.— Ә биҫер булһа, баланы ҡалайтып имләйҙәр?— Һигеҙ бала күргән ҡатындан, биҫерҙең доғаһын уҡытып, өс мәртәбә типтерәһең. Тәүҙә баланы мендәргә һалаһың. Теге ҡатын типкән һымаҡ иткән ваҡытта:— Ни тибәһең? — тип һорайһың. Ул:— Биҫер тибәм, — тип яуап бирә.— Ни тибәһең?— Биҫер тибәм.— Ни тибәһең?— Биҫер тибәм.Өс мәртәбә шулай итәһең.8. Илаҡты имләүНыҡ илаҡ баланы былай имләйҙәр. Икмәк бешереп алғас, эҫе мейес эсенә баланы көрәккә һалаһың да тығып алаһың. Һүҙҙәре былай:— Нимә өтәң?— Мыжыҡ өтәм.— Нимә өтәң?— Мыжыҡ өтәм.— Нимә өтәң?— Мыжыҡ өтәм, — тип тыға ла ала, тыға ла ала.9. Бала тышау булһаБала эләгеп йығылыусан булһа, тышау булған, тиҙәр. Унан былай арындыралар. Баланың аяғын тышайҙар ҙа менә шулай итеп ҡырҡалар. Бер ҙур ҡалас бешерәләр, баланың башына кейҙерәләр, шулай ғына итеп ҡаласты ҡырҡалар.— Нимә ҡырҡаң?— Тышау ҡырҡам.— Нимә ҡырҡаң?— Ҡалас ҡырҡам.— Нимә ҡырҡаң?— Ҡалас ҡырҡам, — тиҙәр.10. Ҡот ҡойоуҠото осһа баланың, ҡот ҡоя торғайныҡ. Аҡ ҡурғаш иретеп, һыулы тәгәсте башына тотоп, ирегән ҡурғашты шуға ҡояһың. Ныҡ ҡурҡһа, ҡурғаш сасрап китә.— Теге бала нимәнән ҡурҡһа, ҡурғашта шул күренәме?— Эйе. Нимәнән ҡурҡһа, шул күренә.11. ОсоҡтауОсоҡтағанда, имсе өс төрлө сепрәкте йырта, ике илеләй генә итеп, шуны шулайтып, бөктәп, суҡ һымаҡ итә лә, осона ут тоҡандыра. Ҡурҡҡан баланы шуның менән туҡмай, осоҡтайым, тип…Шунан шул сепрәкте ете юл сатына апарып таштайһың да, һыртыңа (артыңа. — Ә.С.) ҡарамай ғына, ҡайтаһың.— Ни өсөн һыртына әйләнеп ҡарамаҫҡа тейеш?Ауырыу эйәрә, юҡһа.12. Ауыҙ осонһаАуыҙ осонһа, күк сепрәкте өтөп, шуны осонған урынға баҫаһың — осонғаны бөтә.Йәнә, йүгәнде кейеп, ауыҙлығын ауыҙға ҡабып: “И-һа-һа-һай!” — тип ат булып кешнәһәң дә, ауыҙҙың осонғаны бөтә.13. Теш төшһәТөшкән теште теләһә ҡайҙа һелтәргә ярамай. Уны стеналағы мүк араһына ҡыҫтыралар. Тапалмаһын тип.— Шул төшкән теште ҡыҫтырған саҡта берәй әйтә торған теләге, һүҙе юҡмы?— Әллә, шул бисмилла рахман рахим, тибеҙ инде.14. Тырнаҡ ҡырҡыуҠырҡылған тырнаҡты тупһа аҫтына төшөрәләр. Ахырзаман килгән ваҡытта урамға сыҡмаҫһығыҙ, шул ваҡытта тырнаҡ һеҙҙе алып ҡалыр, тейҙәр.— Тырнаҡты ҡайһы мәлдә ҡырҡырға мөмкин?— Кис ҡырҡырға ҡушмайҙар. Йәнен киҫә, тейҙәр. Кешенең йәне тынраҡ осонда тора кис көнө.15. Сәсте йыйыуСәсте теләһә ҡайҙа ташларға ярамай. Тарағанда төшкәнен дә, ҡырҡтырғанын да. Аҙаҡ эйәһе ҡайтмаҫ ергә киткәндә, уларҙы уның менән бергә күмәләр.16. Ҡарғыш— Кешенән ҡарғыш алырға ярамай. Бигерәк тә инә ҡарғышы яман. Ул төшмәй ҡалмай.— Ҡарғышлы һүҙ ишетһәң: “Ҡарғышың — ҡара башыңа!” – тип әйтеү кәрәк. — Гонаһың булмаһа, ҡарғыш төшмәй ул. 17. Тимерәү булһа— Тимерәү төшһә, нимә эшләйҙәр? Нисек имләйҙәр?— Талды яндыралар ҙа тимерәүгә һөртәләр…18. Белемсе әбейАбылтайҙа бер белемсе әбей бар. Ул ҡулы менән генә шулай йөрөтә. УЗИ ни ти, шуны әйтә лә бирә.— Тәнгә тейҙермәй генә йөрөтәме?
— Тейҙерә. Ҡулынан йылы килеп тора. Күп ерҙән киләләр аңа… Ну точный формулировка әйтә алмай, простонародно ғына әйтә… Потому что образованиеһы юҡ. Элек ояла торғайны. Һүҙ һөйләргә, вообще, яратманы. Ишетмәй торғайны. Һаңғырау, тип әйтә торғайнылар. Бер ҙә улай булмаған ул (М.Ғ. һ.б.).
Страница 1 из 3 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[28 декабря 2010] | Просмотров: 252 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}