Новости » Слово автору | ||
Иҫтәлектәрҙән * * Дөрөҫ, бер саҡ мине, бәлки, классик тип тә атарҙар. Башҡорт совет әҙәбиәте үҫешендәге оло хеҙмәтемә тейешенсә баһа ла бирерҙәр. Ләкин мин уны күрә алмам. Бына бит әле ғинуарҙа миңә 70 йәш, ижади хеҙмәтемә илле йыл тула. Ә «Литературная газета» минең 50 һәм 60 йыллығымды ла бер ни өндәшмәй уҙғарып ебәргән кеүек, ауыҙына һыу уртлап тыныс ҡына, йәғни күрмәмеш тә белмәмеш булып ҡалырға ултыра, моғайын. Ә минең хеҙмәтем ауыҙ тултырып һөйләрлек түгелме ни?! Аңлаған кешегә ғорурланып телгә алыр хеҙмәт бар. Тыйнаҡһыҙлыҡ булып яңғыраһа яңғырар, дөрөҫөн әйткәндә, мин үҙ хеҙмәтемдең баһаһын яҡшы беләм. Бер саҡ, башҡорт яҙыусыларын әҙәмсә яҙырға ла, башҡорт әҙәби телендә һөйләшергә лә иң тәүләп өйрәтеүсе Биишева әҫәрҙәре булды, тип әйтерҙәр әле. Һәм шулай ҙа, ләкин мин бының менән кәпәренергә лә, үҙемде ҡуҡырайтып күрһәтергә лә йыйынмайым. Сөнки беләм, бындай ҡылыҡ миңә һәм минең халҡыма ла хас түгел. Мин — әҙәбиәттең эш аты. Ә эш аты, үҙегеҙ беләһегеҙ, баш баҫып эшләүен генә белә һәм тауҙай хеҙмәтендә туҙандай гонаһы булһа туҡмала. Шуға ул маҡтау ҙа, яҡлау ҙа, һаҡлау ҙа өмөт итмәй эшләй бирә һәм шул яҙмышынан ҡәнәғәт, выжданы саф, күңеле тыныс, үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән. Ә ундайҙар «үлгәс яҡшы була» торған хәл дә уға таныш. З.Биишева. * * * …Эйе, минең оло хеҙмәтте өйрәнгән дә, яҙған да кеше юҡ шул әлегә. Киң күләмдә өйрәнеү хаҡында әйтәм. Килер бер саҡ, өйрәнер ҙә, яҙырҙар ҙа… Әммә мин күрә алмам инде. Ҡартайҙым. Ике йылдан миңә 75 йәш тула! Ғүмер тиҙ үтә шул. Күпме оҙаҡ йәшәһәм дә, күңелемдә тулып ашҡан ижад даръяһының сиреген дә ҡағыҙға төшөрөп өлгөрә алманым. Шуныһы үкенесле. Ғүмерҙең иң аҫыл сағы, яҙыуҙан бигерәк, йәшәү өсөн генә түгел, үҙеңдең ижади тормош менән йәшәргә хаҡлы һәм һәләтле икәнлегеңде раҫлау өсөн көрәшкә, һәр китап өсөн мең ҡаршылыҡҡа яңғыҙың ҡаршы тороуға һибә ителде шул. Хәйер, үкенәһе юҡ. Ниндәй көс, ҡеүәт, дәрт, дарман булған, бөтәһе лә ижад өсөн, хеҙмәт өсөн түгелде. Алла ҡабул итһен. З.Биишева. * * Теге йорт һалыу хаҡында ла бер ни ҙә ишеткәнем юҡ. Ҡайҙа, ҡасан аҡса ебәрергә икәнен дә әйткән кеше юҡ. Ҡартайғас, тыуған төбәккә ҡайтып инер урының да булмау шәп түгел икән… Әйткәндәй, гәзиттә, беҙҙең районда, бик һәйбәт йорт эшләй торған артель бар, тип уҡығайным. Уларҙан ғына һатып алып булмаймы икән шул йортто? Ҡайҙа, күпме аҡса ебәрәйем икән? Бер ни ҙә белмәйем. «Үлгәндә лә үҙ ереңдә ятһын һөйәгең…» тип шиғырҙарҙа әйтеп тә ҡараным да бит… Булманы. Башҡорт әҙәбиәтенә бөтә ғүмеремде бирҙем. Үҙ турамда уйларға башыма ла килмәне. Әле инде, ҡарт көнөңдә, үҙ халҡың араһына ҡайтып инер урын да юҡ. Ана үзбәктәр, үҙҙәренең Зөлфиәһен, бейәләйҙәй ике-өс китабы менән Бөтә Союз күләменә күтәреп сыҡтылар, Соц.Хеҙмәт Геройы иттеләр, дворец кеүек йорттар һалып бирҙеләр… Ә беҙ, башҡорттар, үҙебеҙҙе данларҙай кешеләребеҙҙе түгел, хурларҙай кешеләребеҙҙе күтәрмәләп, республиканан ҡолаҡ ҡағыр сиккә килеп еттек бит инде. Мин данлаған кешеләр ҙә, далалар ҙа, урман-туғайҙар ҙа, хатта һандуғас, кәкүктәр ҙә юҡҡа сығып бөттө инде. Хатта минең ауылымдың зыяратын да Оло Эйек емереп бөтөп бара. Был хаҡта мин әсенеп яҙған мәҡәләләрем дә, очерктарым да, күрәһең, бер кемдең дә күңелендә әсенеү уятманы… З.Биишева, Саф выжданлы, паҡ намыҫлы кеше ине… …Тағы ошондай бер фактты иҫкә алмай үтмәй булмай: мин бөтә ғүмеремде әҙәбиәткә арнаһам да, «тамам өлгөрөп етергә» мөмкинлек һәр ваҡыт тапмауҙан, матбуғатҡа сыҡмай ҙа ҡалыр инем, бәлки. Минең матбуғатҡа сығырға ҡыйыулыҡ итеүемә иң тәү башлап мәрхүм Низам Ҡәрипов ағай сәбәпсе булды. Бер ваҡыт, 1941 йылдың яҙында, мин радиокомитетта әҙәби тапшырыуҙар редакторы булып эшләгән саҡта, ул мине Яҙыусылар союзына саҡырып алды. Ҡәрипов ағай күптән түгел генә Яҙыусылар союзының председателе булып эшләй башлағайны. — Зәйнәб һеңлем, һеҙҙе яҙыша тип әйттеләр. Ниңә беҙҙең журналға бер ни ҙә алып килмәйһегеҙ?- тип һораны ул минән. — Яҙышырға теләк бар ҙа. Бер ниҙе лә ослап сыға алған юҡ. Башланған да ташланған әйберҙәр бар,- тинем мин. Был ваҡытта радиола көндәлек тапшырыуҙарҙы әҙерләп бөткәндән ҡалған ваҡытта әлеге 1929 йылда башланған романды яҙып маташам. Өсөнсө китабының аҙаҡҡы һөйләмдәренә тиклем башта уйланып бөткән. Тик ҡағыҙға төшөрөп өлгөрөргә генә ваҡыт табып булмай ине. (Был меңләгән битләп яҙылған әйберҙәр һуғыш йылдарында яғылмаған таш өйҙөң еүеш мөйөшөндә ятып сереп бөттө).- Йә, иртәгә үк берәй хикәйәңде алып кил әле. Мин уҡып ҡарайым,- тине Ҡәрипов ағай. Мин уға иртәгәһенә үҙемдең әллә ҡасан Ҡаруанһарайҙа уҡыған саҡта яҙып ташлаған «Өс кис» тигән хикәйәмде алып барҙым. Шул көндөң эш аҙағында уҡ Ҡәрипов ағай мине тағы союзға саҡырҙы, барһам, уның шешмәгерәк, ләкин ғәжәп яғымлы, кешелекле күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары балҡый. Ул саҡтағы минең кеүек ҡырыҫ, официаль теманан, эшкә ҡағылған һүҙҙәрҙән башҡа бер ни һөйләшмәй торған кешене лә һөйләштерә ала торған алсаҡ был кешелә миңә ҡарата ниндәйҙер хөрмәт тойғоһо сағыла. — Ултыр, һеңлем,- тине ул, мин инеү менән һәм шунда уҡ: — Һин өлгөрөп еткән яҙыусы ла баһа!- тип өҫтәне. — Ошондай хикәйә яҙа белә тороп, яҙышмай ултырырға оялмайһыңмы һин?- тигән ҡаты һорауҙы ҡуйҙы.- Минең балаларым бар… — тигән булдым мин, аптырап.- Нисәү?- тип һораны Ҡәрипов ағай.- Өс улым…- тим мин, оялып ҡына,- береһенән-береһе кескәй…- Тапҡанһың эш!- тине Ҡәрипов ағай, ихлас көлөп. — баланы уны бөтә ҡатындар ҙа таба. Ә бына бындай хикәйәне бөтә ҡатын да яҙа алмай. Һин — яҙыусы. Аңлайһыңмы шуны?! Яҙыусы! Мин ҡыҙарынам. Өндәшмәйем. Шунан ул тағы етди тонға күсә һәм бойорған да, минең аңралыҡҡа бошонған да һымаҡ тауыш менән былай тип өҫтәй:- Был хикәйәңде журналдың май һанына баҫабыҙ. Шул көйө, бер генә төҙәтеүһеҙ баҫабыҙ. Аңлайһыңмы? Бынан һуң һәр һанға бер хикәйә алып килеп тор. Яҙған бөтә әйбереңде туп-тура үҙемә бир. Мин, үҙем ҡарап, журналға бирә барырмын,- тине. Мин, ҡыуанысым эсемә һыймай, ҡанатланып сығып киттем. Ә «Яҙырға түгел, йәшәргә йүнле урыным юҡ, бер квартираның бәләкәс кенә бүлмәһендә алты кеше йәшәйбеҙ, карауат ҡуйыр ҙа урын юҡ»,- тип әйтә лә белмәйем. Әйтһәм, бәлки, ярҙам итә лә алыр ине. Ысынлап та, Ҡәрипов ағай нисек әйтте, шулай «Октябрь» журналының 1941 йылғы май һанында «Өс кис» хикәйәһе баҫылып та сыҡты. Ә июнь айында немец фашистары беҙҙең илгә һөжүм итте. Коммунист, яҙыусы, күренекле журналист, ялҡынлы патриот Низам Ҡәрипов ағай беренселәрҙең беренсеһе булып фронтҡа китте. Һәм Сталинград өсөн барған ауыр һуғыштарҙа комиссар булараҡ та, һалдат булараҡ та аҡтыҡ тамсы ҡанын, аҡтыҡ һулышын Тыуған ил өсөн биреп, батырҙар үлеме менән үлеп ҡалды. Совет иленең тоғро улы Н.Ҡәрипов һәр саҡ яуаплы эш, аҙаҡ килеп ҡанлы һуғыш ауырлыҡтары арҡаһында яҙыласаҡ гүзәл әҫәрҙәрен яҙа алмай үҙе менән алып китте. Ә уның ысын мәғәнәһендә кешелекле, яҡты образы минең күңелдә һәр саҡ иң хөрмәтле урынды биләп. мәңгелеккә йәшәп ҡалды. Әле лә берәй әҫәр яҙғанда тыйнаҡ. баҫалҡы, сикһеҙ кешелекле һәм Тыуған илгә, бөйөк Коммунистар партияһына ысын күңелдән бирелгән гүзәл совет кешеләре, ысын халыҡ улдары хаҡында уйлай башлаһам, иң беренсе булып, ул минең күҙ алдына килеп баҫа. Эйе, бөтәһенән элек ул миндә үҙ ҡәләменә ышаныс, яҙыусы тигән оло яуаплы эшкә тотонорға ҡыйыулыҡ уятҡан изгелекле кешеләрҙең береһе булды бит. Мәңгелек дан һәм хөрмәт яуһын уға — ысын кешегә! Бәхетле кеше булды Низам Ҡәрипов ағай: үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә кеше йөрәгенә онотолмаҫ изге нур һалып ҡалдыра алған кеше — минеңсә, иң бәхетле кеше. Сөнки бәхет ул — оҙаҡ йәшәүҙә түгел, ә выжданың саф, намыҫың паҡ — ысын кеше булып йәшәүҙә. Бөйөк Ватан һуғышында тыуған ил өсөн аямай баш һалған, тылда аҡыл етмәҫ ауырлыҡтарҙы өнһөҙ күтәреп, фронт өсөн, тыуған ил өсөн тип фиҙаҡәр эшләгән миллиондар — бөтәһе лә ана шундай кешеләр ине. З.Биишева, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы. (»Хәтер сатҡылары»әҫәренән».)
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[21 февраля 2011] | Просмотров: 98 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}