Фажиғәле «Мөхәббәт парады» » Главные сайты Башкортостана

ban_mag-2038845 mini_1087-2646367 yeshlek_120-1994310

[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей!
Фажиғәле «Мөхәббәт парады» Новости
Үткән ял көнөндә Германияла «Мөхәббәт парады» байрамы ойошторола. Донъяның иң ҙур электрон музыка фестивале тәүге тапҡыр Берлинда 1989 йылда үткәрелә. Сараға йыл һайын миллионлаған кеше йыйыла.Тик быйыл Дуйсбург ҡалаһында ойошто­рол­ған матур байрам фажи­ғәгә әүерелгән – бергә тупланған халыҡ ара­һын­да ығы-зығы башланып, 19 кеше һәләк булған, 340 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Уларҙың күбеһе ауыр хәлдә дауаханала ята. Рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса, фестивалгә 1,4 миллион кеше йыйылған булған. Шул ғына аныҡ билдәле – унда ҡатнашыу өсөн поездарҙа ғына 105 мең кеше килгән.

Фажиғә сәбәпле РФ Президенты Дмитрий Медведев Германия халҡына ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе.

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[3 августа 2010] | Просмотров: 48 Автор: admin Оцени статью! Наведи на шкалу!

{sms}

{allpages}

Комментарии 0