[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
Итте арзанға һатмағыҙ!!! | Новости |
Республикабыҙҙа йәмәғәт малдарын ғына түгел, шәхси хужалыҡтарҙы ла һаҡлау буйынса өҫтәмә саралар әҙерләнә.Бесән аҙ булғас, ауыл халҡы ҡураһындағы малын ҡайғырта. Әлбиттә, һалам да, бесән дә дефицит кимәленә еткән йылда мал ҡышлатыу еңелдән булмаясаҡ. Республика шәхси хужалыҡтарының күбеһен бөлгөнлөккә төшөргән ҡоролоҡ – агросәнәғәт өлкәһе алдында торған иң ауыр мәсьәләләрҙең береһе.Республикала шәхси хужалыҡтарҙан ит, һөт йыйыу быға тиклем дә яйға һалынып, әүҙем ойошторола ине. Ләкин быйыл ошоғаса һәүетемсә генә эшләп килгән йүнәлеш ҡоролоҡ шарттарына тулыһынса яраҡлаша алманы, тип әйтергә кәрәк – алыпһатарҙар итте арзан хаҡҡа алырға тырыша, ә халыҡ көсөн түгеп, бөтә күңелен һалып үҫтергән малын лайыҡлы хаҡҡа һатырға теләй. Был мәсьәлә һуңғы айҙа айырыуса киҫкенләшеп китте – гәзит уҡыусылар редакцияға йыш ҡына кәңәш һорап шылтырата башланы.Алдан уҡ шуны еткерге килә: төшөнкөлөккә бирелеп, малдарығыҙҙы арзанға һатыу яғын ҡарамағыҙ.Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы биргән мәғлүмәттәр буйынса, шәхси хужалыҡтарға бесән һәм сенаж менән ярҙам ойоштороласағы вәғәҙә ителмәһә лә (бәлки, уныһы ла булыр), һалам менән мотлаҡ ярҙам итәсәктәр. Һаламдың ҡасан, ниндәй күләмдә ҡайтарыласағы тураһында район хакимиәте мәғлүмәт бирә ала (ауыл хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итергә мөмкин). Һалам илдең башҡа төбәктәренән дә килтереләсәк, тимәк, бында өҙөклөк булмаҫ тип өмөт итәбеҙ.Әлбиттә, иттең хаҡы быйыл бер аҙ төшәсәк. Сөнки тәбиғәткә лә, баҙар ҡанунына ла ҡаршы килеп булмай, тауар күп икән – уға хаҡ төшә. Әммә тағы ла ҡабатлап әйтәбеҙ: ҡурҡыуға бирелеп, хәләл малығыҙҙы үтә лә арзанға һатмағыҙ. Илдә сәпсек үлмәй – бер кем дә үҙ проблемаһы менән яңғыҙ ҡалмаясаҡ.Икенсенән, августың һуңғы аҙнаһында Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре башлана. Был сара быйыл да һуңламай, әүҙем ойоштороласаҡ. Тәүҙә бал йәрминкәләре булһа, күп тә үтмәй, йәшелсә һәм ит һатыла башлаясаҡ. Билдәле булыуынса, ауыл хужалығы тауарҙарын йәрминкәгә килтереп һатыусыларҙан урын өсөн аҡса алынмай. Тимәк, артыҡ итте ошо йәрминкәләргә килтереп һатыу мөмкинлеге бар. Өсөнсөнән, БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре хәбәр итеүенсә, ҡоролоҡ шарттарында бәләкәй ауыл хужалығы ойошмаларын, шул иҫәптән шәхси хужалыҡтарҙы ла бөлгөнлөккә төшөрмәҫ өсөн өҫтәмә саралар ҡабул ителәсәк. Әлегә был юҫыҡта әүҙем эш алып барыла – күреләсәк саралар хаҡында фекер алышыуҙар бара, кәңәш ҡорола. Ошо көндәрҙә халыҡҡа ярҙам итеү өсөн ниндәй өҫтәмә саралар буласағы хаҡында рәсми хәбәр әҙерләнә. Беҙ гәзит биттәрендә был йүнәлеште яҡтыртып барасаҡбыҙ. Мәҫәлән, әле үк шул билдәле – «Башплемсервис» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, төрлө формалағы хужалыҡтарҙағы малдарҙы сифатлы аҙыҡ менән тәьмин итеүҙән тыш, шәхси хужалыҡтарҙан ит йыйыу мәсьәләһен дә хәл итергә ниәтләй. Был унитар предприятие ҡоролоҡ шарттарында эшмәкәрлеген ниндәй йүнәлештә алып барасағын, ниндәй өҫтәмә саралар ҡабул итеүен ошо көндәрҙә аныҡ билдәләйәсәк. Әлбиттә, иттең хаҡы быйыл бер аҙ төшәсәк. Сөнки тәбиғәткә лә, баҙар ҡанунына ла ҡаршы килеп булмай, тауар күп икән – уға хаҡ төшә. Әммә тағы ла ҡабатлап әйтәбеҙ: ҡурҡыуға бирелеп, хәләл малығыҙҙы үтә лә арзанға һатмағыҙ. Илдә сәпсек үлмәй – бер кем дә үҙ проблемаһы менән яңғыҙ ҡалмаясаҡ. Республиканың ауыл хужалығы тармағын етәкләүселәр ҙә хужалыҡтарҙың бөтә формаларын да һаҡлап ҡалыу яҡлы. Ә шәхси хужалыҡтар Башҡортостанда ҡеүәтле һәм ныҡлы тармаҡ һанала. Шуға ла уларҙы һаҡлап ҡалыу, ярҙам итеү – өҫтөнлөклө йүнәлеш.
Күреүебеҙсә, баш ҡала баҙарҙарында иткә хаҡ һиҙелерлек кәмемәне, тимәк, баҙар ит менән тыңҡыслап тултырылды, тип әйтергә нигеҙ юҡ. Халыҡ малын әлегә һатмайыраҡ тора, дөрөҫөн генә әйткәндә, күптәр ҡайҙа барып һуғылырға белмәй. Шуға ла республиканың ауыл хужалығы тармағында алып барылған йүнәлешкә иғтибарлыраҡ булығыҙ, был тармаҡты яҡтыртҡан баҫмаларҙы даими ҡарап барығыҙ, урындағы ауыл, район хакимиәте менән әүҙем хеҙмәттәшлек итегеҙ. Шул ваҡытта махсус программалар, өҫтәмә сараларҙан ситтә ҡалмаҫһығыҙ! Иң мөһиме – ашыҡмағыҙ! |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | |
[2 августа 2010] | Просмотров: 54 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{sms}
{allpages}