Отправлено 23 Февраль 2009 — 09:18
Ватанды һаҡлаусылар кѳнѳ менән, ҡәҙерле ир-егеттэр! Тыныс иртә таңдар, матур, яҡты кѳндәр, йәмле кистәр, йондоҙло, матур тѳндәр теләйем. Бәхетле , оҙон ғумерле, һау-сәләмәт булығыҙ.
Отправлено 23 Февраль 2009 — 11:13
Ҙур рәхмәт, Лия!!!
Отправлено 23 Февраль 2009 — 04:18
Дорогие наши мужчины, от всей души поздравляем Вас с Днем Защитника Отечества!!! Желаю сибирского здоровья и кавказского долголетия! Будьте сильными и здоровыми, чтобы мы себя чувствовали с Вами как за каменной стеной.
Отправлено 19 Февраль 2010 — 09:03
C наступающим праздником, мужчины.
Пусть мирное небо и крепкое здоровье , счастье вас радуют всегда.
Отправлено 20 Февраль 2010 — 08:59
Байрам менэн, егеттэр!
Отправлено 21 Февраль 2010 — 05:20
кызык статья таптып…
ЫСЫН ИР-ЕГЕТТЕ… кемгә оҡшатаһың? Һеҙ кемдәрҙе илгә таяныс булырҙай, халҡыбыҙ ҡеүәтен, рухын һаҡларҙай ир-азамат итеп күрәһегеҙ? Ғөмүмән, кем ул бөгөнгө ысын ир-егет? Ул ниндәй сифаттарға эйә? Бөгөн ҡыҙ-ҡатындарыбыҙ үҙе идеал итеп күргән көслө затты башҡорт донъяһында исемдәре билдәле ҡайһы шәхескә оҡшата? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, төрлө йәштәге гүзәл заттарыбыҙға мөрәжәғәт иттек. Йөҙҙән ашыу ҡыҙ-ҡатындың яуаптарын дөйөмләштереп, түбәндәге ҡыҙыҡ ҡына һығымталарға килдек. Нимәһе ҡыҙыҡ? Алыҫ булмаған үткән йылдарҙа ҡыҙ-ҡатындарҙың сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәрен идеал итеүе билдәле. Беҙҙең әсәйҙәрҙең, апайҙарҙың иҫке альбомдарында әле булһа Рәсәй, СССР кимәлендәге киноартистарҙың һарғайып бөткән фотолары һаҡлана. Өлкәнерәк быуын апайҙар һөйләүенсә, ундай идеалдар үҙебеҙҙең республика сәнғәт һәм әҙәбиәт донъяһында ла булған. 70-80-се йылдарҙа, мәҫәлән, Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Фидан Ғафаров күп ҡыҙ-ҡатындарҙы үҙенә ғашиҡ иттергән, уфтандырған, тиҙәр. Сәхнә әһелдәренә ғашиҡ булыу, уны кумиры итеп табыныу йәштәр араһында әле лә бар ул. Ләкин был тиҙ үтеп китә торған мауығыу. Беҙ башлыса ана шул мауығыуҙары үткән, тормошҡа етдиерәк ҡараған ҡыҙ-ҡатындарыбыҙ менән һөйләштек һәм… үҙебеҙсә ниндәйҙер асыш та яһаныҡ. Бөгөн ҡыҙ-ҡатындар күңелен тышҡы ялтырауыҡ түгел, күберәк көслө заттағы рухи-әхлаҡи, интеллектуаль ҡиммәттәр арбай икән дәһә! Әйтәйек, 16-18 йәшлек ҡыҙҙар Ғайса Хөсәйенов, Рәшит Шәкүр, Ноғман Мусин кеүек әҙәбиәт аҡһаҡалдарына һоҡлана, уларҙы ысын ир-уҙаманға тиңләй. Өлкән ханымдарҙың ил ағаһы булырҙай ир-азаматтарыбыҙға оло ихтирам йөрөтөп, уларға күңел йортоноң бер мөйөшөндә урын табып, рухи таяныс, аҡыллы кәңәшсе булараҡ йәшәтеүе лә көтөлмәгәнсәрәк яңғыраны.
Беҙҙең менән аралашҡан ҡыҙ-ҡатындарыбыҙҙың күбеһе ил хәстәрен үҙ иңенә алған Мортаза Рәхимов, Раил Сарбаев, Илдус Илишев, Фәтих Ҡаҙаҡбаев кеүек республика етәкселәре, Зөфәр Еникеев, Рафаэль Зиннуров кеүек сәйәсмәндәр, Зиннур Йәрмөхәмәтов, Рауил Бикбаев, Әхмәт Сөләймәнов, Рәшит Шәкүр, Ноғман Мусин, Марат Аҙнабаев кеүек тәрән аҡылы, фәһемле кәңәштәре аша үҫеп килеүсе быуынды шәхес булараҡ тәрбиәләүсе ғилем эйәләре, Фәнзил Әхмәтшин, Артур Иҙелбаев, Данир Ғәйнуллин, Илшат Солтанов, Азамат Ғәлин, Тимур Лоҡманов кеүек йәштәрҙе алға әйҙәүсе лидерҙар, шулай уҡ Таһир Ишкинин, Әхмәр Үтәбаев, Азамат Юлдашбаев кеүек матбуғатта төплө, тос фекерҙәре, үткер ҡәләме менән ҡыйыу сығыш яһаған, халыҡты хәҡиҡәткә яҡынайтып, үҙ асылына ҡайтырға саҡырған ижадсылар өсөн тауыш бирҙе.
Сәнғәт кешеләре араһынан аталған кешеләргә лә ниндәйҙер тышҡы йөҙ, буй-һынға ҡарап һоҡланыу түгел, ә башҡорт сәнғәтендә яңы юл ярған, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән һәм ижады аша йәштәрҙе дәртләндергән, әйҙәгән, тәрбиәләгән өсөн хөрмәт белдерелде. Бына күп ҡыҙ-ҡатындар атаған ул исемдәр: Рәсүл Ҡарабулатов, Роберт Юлдашев, Сәғиҙулла Байегет, Рөстәм Ғиззәтуллин, Ғәзим Ильясов, Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар, Азат Йыһаншин, Айрат Абушахманов, Хөрмәтулла Үтәшев, Риф Ғәбитов, Рәмил Ғәйзуллин, Ишморат Илбәков, Юлай Ғәйнетдинов. Шулай уҡ башҡорт донъяһын сит тарафтарҙа танытыуға ҙур көс һалған эшлекле егеттәребеҙҙән Әмир Ишемғолов, беләге менән генә түгел, ихтыяры һәм рухы менән дә көслө заттар Вәкил Ильясов, Эльбрус Ниғмәтуллиндар хаҡында ла, ысын ир-уҙамандар тап шундай булырға тейеш, тигән һығымталар яһалды. Ҡыҙ-ҡатындарыбыҙ менән әңгәмәләшкән саҡта үҙҙәре һоҡланған ир-егетте ни өсөн, ниндәй сифаттарына, эштәренә ҡарап ихтирам итеүҙәрен асыҡлап, бер ни тиклем ҡылыҡһырлама алыуға ла өлгәштек. Мәҫәлән, улар фекеренсә: «Рәсәйҙә Мортаза Рәхимов кеүек идара иткән аҡыллы етәксе юҡ». «Бөгөнгө көн сәйәсмәне Раил Сарбаев кеүек талапсан, тура һүҙле, етди фекер йөрөткән эш кешеһе булырға тейеш». Шулай уҡ бер туған Шаһиевтарҙы телгә алып: «Һәр ғаиләлә бер туған Шаһиевтар кеүек талантлы етәкселәр, лидерҙар тәрбиәләнергә тейеш, беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, балаларыбыҙҙың бына шундай шәхестәр булыуына өлгәшергә тейешбеҙ», — тине. Шулай итеп… Күрәһегеҙ, ҡыҙ-ҡатын донъя ғәме менән йәшәүҙе дауам итә. Хис-тойғоға ҡарағанда етдилекте өҫтөн күрә. Ул үҙ күңелен генә уйлап, күктә балҡыған буй етмәҫтәй сағыулыҡҡа ынтылмай, ә ошо донъяны ҡотҡарырҙай, ил терәге булырҙай аҡыллы, алдынғы ҡарашлы, ышаныслы, рухлы, көслө ихтыярлы ир-егеттәребеҙҙе күтәрә, данлай. Ул ошондай сифаттарҙы ысынбарлыҡта үҙенең атаһында, ағаһында, тормош иптәшендә лә күрергә теләй. Ырыҫбикә ЙӘНСУРИНА
Отправлено 22 Февраль 2010 — 07:31
Хормэтле егеттэр, ир-узамандар, агайзар, атайзар hэм олатайзар! Барыгыззы ла ватанды hаклаусылар коно менэн котлайым. Илебеззэ hэм гаилэгеззэ именлек телэйем.
Отправлено 23 Февраль 2010 — 12:45
Гафу итегез оф топ осон. Богон беззе хаклаган халдаттарзы , мин йаллап та куям.Элактелар бит, коно буйына строевой атларга, бындай хыукта. А былай мин башкаларзын хузена кушылам.Тик остап, хезмат иткан хатын кыззарзы ла котлар карак, тип уйлайым.
Отправлено 23 Февраль 2010 — 11:07
Байрам менэн. hаулык теляйем hам бахет, шатлык, мохаббат, гайлэ бахете, байлык, озон гумер, уныштар эштарегезза, тормошогозза, гел якшы кайеф.
Отправлено 23 Февраль 2010 — 04:11
Байрам менэн котлайым, егеттэр-кыззар! Онотмайык hугышта, армия сафында булып кайткан бар тугандарыбыззы, таныштарыбыззы котларга! Башкорт — Bатанын hойгэн халык, Bатанга тогро халык! Рэсэй осон купме кан койган, башын hалган халкыбыз! Был кондэ данлы тарихты гына тугел, ил осон баштары яу кырзарында ятып калгандарзы ла ислэйек. Йэндэре йэннэттэ булhын шэhит киткэндэрзен!Аллаh каршыhында бурысын утэп, Ватан осон баш hалгандар улар. Шэhиттэребез рухы тыныс булhын — башкорт егеттэре богон дэ кыйыу, богон дэ Ватаным тип йэн ата. Богон дэ ата-баба васыятына тогро. Пушка ите тип курhэ лэ кай берэузэр Без белэбез — без ил осон баш hалабыз, Ерзэ мэнге калhын тиеп, йэшэhен тип Ак калабыз — Салауатлы баш калабыз. Ете тугел, етмеш тапкыр улсэгэнбез, Ата-баба васыяты безгэ оло: Кол тиhэ лэ беззе hаман кай берэузэр, Без белэбез — без бары тик Аллаh коло! Гарлэнмэйбез — гарлэнергэ юк сэбэбе, Ил басмаган, ер басмаган канбабалар, Баскынсылар беззен кулдан улем тапкан, Кол икэнбез, безгэ Хужа — бары Аллаh!
Отправлено 23 Февраль 2010 — 06:54
Хочу поздравить своего самого любимого мужчину на свете! Һинең ҡулдарың шундай йомшаҡ, Шундай ҡаты Әйткән һүҙең оҙон түгел Күңел уты Ирҙәрҙең һин бит аҫыл заты Яратам һине мин, Атай!
Отправлено 22 Февраль 2011 — 12:45
Ныҡ, аҡыллы, изге күңелле булығыҙ. Байрам менән һеҙҙе!
Отправлено 22 Февраль 2011 — 01:13
Егеттэр!!! Хеззе байрамыгыз менэн ихлас кунелдэн кайнар котлайым! Хау-сэлэмэт булыгыз, тылыгыз нык, балаларыгыз куп булхын! Рух ныклыгы, кунел корлого телэйем! Бер нэмэнэндэ куркып тормайса алга барыгыз, ысын ир, косло атай булыгыз, ойогоззо, гаилэгеззе, телегеззе, халкыгыззы хаклагыз!!!
Отправлено 22 Февраль 2011 — 08:14
Котлайым, егеттэр! Арка терэрлек, ышаныслы, акыллы, унган, тэртипле, эшсэн, рухлы итеп курге килэ hеззе
Отправлено 23 Февраль 2011 — 01:40
Ватанды хаклаусылар коно менэн, егеттэр! Хулигандар хожум иткэндэ, уларзын танауын ярырзай, аягын хындырырзай кос беззэ етерлек, кон дэ балаларзы ла балалар баксахынан узебезгэ йокмэп алып кайтыр хэлдэбез, тулы эш кононэн хун ойзэге эштэрзе лэ йугереп йороп башкарырга хэлэтлебез, эммэ шулай за косло рухлы ир-егеттэр янында без косхоз зат икэнлегебеззе хис бер хузхез таныйбыз, узебеззен хэм балаларыбыззын язмышын улар кулына ышанып тапшырабыз, икенсе планга, тылга, кусэбез. Шуга ла, бер нимэгэ карамастан, рухыгыззы югалтмагыз, беззе хойоузэн, наззан, игтибарзан мэхрум итмэгез — имен тормошта шул булыр хеззен беззе яклау, хаклау. Ныклык телэйем хезгэ, ир-егеттэр!
Отправлено 23 Февраль 2011 — 05:43
Котлаузар осен зур рахмэт, элбиттэ! Беззен гузель зат ихлас кунелдян котлай, кэнишнэ. Эммэ лэкин был байрам безнен халыктын Граждандар хугышы трагедияхы менэн бэйле. Шуга Ватан хаксыларын котлаганда беренсе урында башкортнын Ватанын хаклаусы ирзэр куз алдында булырга тейештер.
Отправлено 22 Февраль 2012 — 03:02
С наступающим праздником, дорогие наши защитники мира. Процветания и здоровья, счастья и удачи желаем вам.
23 февраля
Тебе желаем мы здоровья и удачи. Пусть будут рядом радость и мечта. И пусть из всех мужских моральных качеств
В Тебе сильнейшим остаётся доброта.
Отправлено 23 Февраль 2014 — 04:01
Что хочется пожелать в это праздник мужчинам — Мирного неба над головой и крепкого здоровья вам)
Отправлено 23 Февраль 2014 — 04:01
Что пожелать в этот праздник мужчинам — Мирного неба над головой и крепкого здоровья вам!
Отправлено 23 Февраль 2014 — 04:25
Форумдаш ир-егеттәрҙе байрамдары менән ҡотлауға мин дә ҡушылам. Уларға һаулыҡтан тыш ыласындыҡылай үткер күҙ,ҡыйғыр ҡоштоҡолай етеҙлек,арыҫландыҡылай йөрәк теләйем. Йәштәргә ғүмерлек йәрҙәрен табыуын,ғаиләлеләргә ҡатындарына тоғро ир,балаларына өлгөлө атай булһындар тигән теләктәмен.