[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
«Кока-кола», кетчуп, уйындар… | Новости |
Бынан 30 йыл элек беҙҙең илдә, йәғни Советтар Союзында, ХХII йәйге Олимпия уйындары үтте. Ярыштар 19 июлдән 3 авгусҡа тиклем барҙы. Ҙур спорт байрамында 81 илдән бөтәһе 8304 кеше (шуларҙың 5748-е – спортсы) ҡатнашты. 21 төр буйынса спорт ярыштарынан 203 комплект миҙал уйнатыла. Уны 111 ил халҡы телевидение аша күҙәтте.Олимпия уйындары алдынан, 1979 йылдың декабрендә, Афғанстандағы ыҙғыш арҡаһында, СССР Хөкүмәте был илгә ярҙам ниәтенән унда беҙҙең ғәскәрҙәрҙе индерә. Быға күп илдәр ҡаршы була һәм, уйындарға бойкот иғлан итеп, Олимпиадала ҡатнашыуҙан баш тарта. АҠШ, ГФР, Япония, Ҡытай кеүек алдынғы илдәр спортсыларын бөтөнләй ярышҡа ебәрмәй. Ә бына Бөйөк Британия, Австрия һәм башҡа көнбайыш илдәр, рәсми рәүештә ҡатнашмаһа ла, теләгән спортсыларға Мәскәүгә барырға ризалыҡ бирә.15 көн буйына барған ярыштарҙа 36 илдең атлеттары призерҙар исемлегенә инә. Совет спортсылары, ярыштарҙың бар төрөндә лә ҡатнашып, үҙ тарихында ҙур уңыш ҡаҙана. Улар бөтәһе 197 миҙал яулай. Шуның 80-е – алтын, 69-ы – көмөш һәм 46-һы – бронза миҙал.Бигерәк тә миллионлаған халыҡтың иҫендә Олимпиаданы ябыу тантанаһы ҡалғандыр. Унда Олимпия уйындарының талисманы – бәһлеүән «айыу»ҙы, төҫлө шарҙарға бәйләп, һауаға осоралар. Ул, ҡулы менән һаубуллашып, күҙҙән юғалғансы күккә менә.Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, «айыу» алыҫ оса алмай, ҡайҙалыр Мәскәүҙең бер районында барып төшә һәм уны ниндәйҙер һарайға алып барып һалалар. Йылдар үтә бара онотола һәм шунда ятып серей.Мәскәүҙәге уйындар арҡаһында совет кешеһе үҙ ғүмерендә тәү тапҡыр джинсы салбарҙы, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һабаны күрә. Тәүгә «кока-кола» эсемлеген, кетчуп һәм Көнбайыш илдәренең башҡа тәм-томдарын татып, хайран ҡала. Магазин кәштәләре ул ваҡытта дефицит ашамлыҡтарҙан һығылып тора. Бер ҡайҙа ла сират булмай. Ғөмүмән, совет кешеһенең күҙе асыла. Һәм башлана ла инде Көнбайыш әйберенә «һунар»…
А. ИШМӨХӘМӘТОВА. |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | |
[2 августа 2010] | Просмотров: 41 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{sms}
{allpages}