Новости » Слово автору | ||
Дилә Булгакова Әсәй-әсәй үҙең ултыртҡайның Баҡсабыҙға урман миләшен. Яҙҙарында ап-аҡ ҡалпаҡ кейҙе Кәләшме ни, күҙҙәр теймәһен. Ә һин үҙең бөтөнләйгә киттең Болоттарҙы ялмай ут-йәшен… Көҙҙәрендә миләш емешләнде — Ҡара миләш булған миләшең… Аяуһыҙ ел япраҡтарын йолҡа, Өҙөп ала тәлгәш-төймәһен. Тәҙрәмә һарылыптар миләш Ергә ҡоя ҡара күҙ йәшен… Берәм-берәм устарыма йыям Тапалмаһын улар — йәлләнем… Күкрәгемде ҡуям ҡаршы елгә Һинең нисек унда хәлдәрең? Баҡсабыҙҙа үҫә ҡара миләш Үҙ ҡулдарың менән ултырттың. Күңел йәтим Әсәй, һин булмағас —
Йылылығы бөттө ҙур йорттоң.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[24 февраля 2011] | Просмотров: 81 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}