Шаяниум-2015: «Ал да нур сәс халҡыңа!» » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости » Культура
1419508826_kvn1-9021832Йылдағыса Өфө мәктәптәре уҡыусылары араһында шаяндар һәм отҡорҙар клубының «Шаяниум – 2015»асыҡ конкурсы башлана! Ун өсөнсө тапҡыр уҙғарыласаҡ конкурс Әҙәбиәт йылына бағышланып «Ал да нур сәс халҡыңа!» девизы аҫтында үткәрелә.Конкустың ойоштороусылары –Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм Мәғариф идаралығы.Үҙенсәлекле башҡорт юморының мәктәп уҡыусылары һәм студенттар араһында киң танылыу яулауын билдәләп үтеү мөһим. Башҡорт телендә уҙғарылыуына ҡарамаҫтан, «Шаяниум»да баш ҡаланың рус телле мәктәптәре лә ҡатнаша ала.Конкурста ҡатнашыусы командаларҙан КВН стилендә түбәндәге номинациялар буйынса ҡыҙыҡлы һәм оригиналь сығыштарталап ителә:

«Сәләмләү» 5 минут дауамында «Алаһы ла, ҡолаһы ла – замана балаһы!» темаһына;

«Видеоконкурс» 3 минут дауамында «Өфө – минең яратҡан ҡалам» темаһына;
«Музыкаль өйгә эш» 3 минут дауамында «Һәр ҡоштоң үҙ моңо» темаһына.
«Шаяниум- 2015» конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә:Өфө ҡалаһы, Октябрь Проспекты, 118, 1 каб., Йәштәр сәйәсәте буйынса комитет.
Тулыраҡ мәғлүмәт: 279-06-58, 279-06-30

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[25 декабря 2014] | Просмотров: 1100 Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0