Новости » Литература | ||
Ҡыш бабай. (быймаларға күҙ һалып). Юҡ… Былары ла минеке түгелдәр. Һин мине (әбейгә) һылыу, зинһар ғәфү итегеҙ. Мин өйләнергә йыйынғайным, быймаларым юғалды. Быймаһыҙ өйләнеп булмай инде. (Әбейгә). Ярай инде, барығыҙ! Улар һеҙҙе башҡаса ҡулға алмаҫтар.Әбей. (Өҫ-башын матурлап). Ә мин ашыҡмайым! (Мәскәйҙең бөйөрөнә төртөп). Ә бабай-то нишауа ғына, симпатяга! (Бабай4а). Өйләнергә теләйһең ме? Әйҙә, миңә өйлән, мин һиңә быймаларымды бирермен, теләйһеңме?Ҡыш бабай. Юҡ, рәхмәт теләмәйем! (китергә теләй).Әбей. Өйләнергә теләмәгәс, йә, берәй сепрәгемде булһа ла һатып ал. Бына костюм, спортивный, йә булмаһа кроссовки…(сумкаһын бутай, Ҡыш бабай шул арала сығып һыҙа). Әй, һин ҡайҙа ҡастың! Ә һинең әбекәй – мәсекәй, үлемтеккә сепрәк фәлән алырға теләгең юҡмы! Этеңә лә берәй нәмә һайларбыҙ.Мәскәй. Мухтар киттек бынан! Ваҡыт юҡ!Сығып китәләр. Әбей арттарынан сумкаларын һөйрәп сығып китә. Концерт номеры.Концерт номерынан һуң Мәскәй менән эт Урам һепереүсене ҡулға алып инәләр.Мәскәй. Әйҙә, әйҙә ҡәҙерлем!Урам һепереүсе. Һеперҙем!Мәскәй. Мухтар, ҡолағына бер ҡысҡырып өр әле!Эт. (Урам һепереүсенең ҡолағына ҡысҡыра). Быймалар ҡайҙа?Урам һепереүсе. Яуа шул, күп яуа, быйыл ҡарҙар!Мәскәй. Һин ниңә быймаларҙы сәлдерҙең?Урам һепереүсе. Яуған ҡарҙы ҡөрәнем!Мәскәй. Минең туҙемлек бөттө!Урам һепереүсе. Һеперермен, һперермен, ҡулымда бар һепертке! (Сәхнәне һеперә башлай).Мәскәй. Ҡарһылыу, Ҡыш бабай, килегеҙ бында! Ҡарһылыу. (Улар сәхнәгә сыға). Олатай, олатай, улар тағы быймалар тапҡан!Мәскәй. Ҡара әле, Ҡыш бабай, бына ул ,быйма буры. Ә һеҙ мине гәйепләйһегеҙ.Ҡыш бабай. (Быймаларға күҙ һала). Был быймалар ҙа минеке түгел… Их, ҡыҙым, насар сыщиктарҙы тапҡанһың.Мәскәй. (Эткә). Барыһына ла һин гәйепле, Мухтар! Арыған, имеш. Еҫкәргә лә ялҡауы килә, имеш. Ну-ка, Ҡыш бабайҙы еҫкәй һал һәм башҡаса хаталанма. (Эт Ҡыш бабайҙы еҫкәй, танауын тотоп олоп ебәрә). Мәскәй. Тағы нәмә булды?Эт. Танауымды туңдырҙым. Мәскәй. Ҡара әле һин , наҙлыҡай. Киттек! (Урам һепереүсегә). Һиндә әйҙә!Ҡыш бабай. Етте ҡыҙым, сәхнәгә ялан аяҡ һуңғы тапҡыр сығыуым. Бынан кире быймалар табылмайынса сәхнәлә минең эҙем булмаҫ! (Ҡыш бабай сығып китә).Ҡарһылыу. Мәскәй әбей, бөтә өмөттәр һиндә. (Барыһы ла сәхнәнән сығып китә).Залда ут һүнә. Музыка фонында зал аша ҡулдарын үргә күтәргән быймалар уҙа, уларҙың артынан тантаналы рәүештә Мәскәй менән Эт инә.Мәскәй. Бына улар, шилмалар, Сығып ҡасҡан быймалар! Беҙ уларҙы эҙләй-эҙләй аяҡтан яҙҙыҡ, ә улар ҡар бөртөктәре менән тауҙа шыуып йөрөйҙәр. Ҡарһылыу, сыҡ бында! (Сыға).Ҡарһылыу. Мәскәй әбей, Мухтар ни булды?Мәскәй. Шулармы?Ҡарһылыу. Оҡшауын, оҡшағандар…Мәскәй. Йә, улайһа, саҡыр Олатайҙы!Ҡарһылыу. Ул сыҡмай, асыулынған, быймалар табылмағас.Мәскәй. Ниүжәли, былары ла уныҡы түгел микән?Эт. Былары мотлаҡ олатайҙыҡы! Мин гарантия бирәм.Мәскәй. Гарантия бирә имеш. Тағы ла хаталана күрмә! Булмаһа уларҙы һынап ҡарайыҡ!Ҡарһылыу. Олатайҙың быймалары тылсымлы ине, улар һөйләшеп кенә ҡалмай, йырлап-бейейҙәр ине.Мәскәй. Улайһа, әйҙә, һынап ҡарайыҡ! Эй, һеҙ ҡасҡындар, йырлай-бейей беләһегеҙме?Быймалар эйе тип баштарын ҡаға. Мәскәй. Йә, улайһа әүәләгеҙ йыр-бейеү!Быймалар таҡмаҡ көйҙәренә йырлап-бейеп күрһәтә. Таҡмаҡтар ойоштороусының телөгенә ҡарап һайлана, яңы йыл темаһына.Ҡарһылыу. Таныным, был олатай быймалары, тауыштарыла таныш.Мәскәй. Улайһа, нимә ҡарап торабыҙ? Киттек Ҡыш бабайҙың янына! Күңелле көйҙәр оҙатыуында сәхнәнән сығып китәләр. Күп тә үтмәй быйма кейгән Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Мәскәй һәм Эт сәхнәгә бейей-бейей сығалар.Ҡыш бабай. Хөрмәтле, дуҫтарым! Табылды быймаларым. Шулай булғас әйтер һүҙем, байрам буласаҡ! Ергә өр Яңы йыл тыуасаҡ!Ҡарһылыу. Ҡотло булһын был байрам, Шыршыбыҙ балҡып торһон. Бәхет теләп, киң йыһан Мамыҡ ҡарҙар осорһон.Залға һәм сәхнәгә ҡар бөртөктәре ҡойола. Мәскәй. Быймалар табылғас Күңелле икән ҡалай. Тик бына бүләктәр хаҡында Оноттоң бит, олатай. Ҡыш бабай ҡунаҡтарға татлы-татлы бүләктәр тарата. Кисә дауам итә. Алып барыусы уйын программаһы уҙғара.Иҫкәрмә; Быймалар өсөн костюмдар кеше (бала) буйы ҙурлығында поролондан йәки башҡа материалдан яһала.Сценарий авторы; Надежда Константиновна Соловьева.Раушан Хазиәхмәтов тәржемәһе, Кысынды ауылы клубы мөдире.
Авторын онотҡанмын!(((
Предыдущая страница | Страница 2 из 2 |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[7 января 2015] | Просмотров: 2857 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}