Новости » Культура | ||
Кисәгә аңлатмаИсеме: синыфтан тыш сара “Көҙгө бал”Маҡсат: 1. Уҡыусылырҙың Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәте, хужалығы тураһында белемдәрен киңәйтеү.2. Уҡыусыларҙың зиһендәрен, фекерләү һәләттәрен, телмәрҙәрен үҫтереү.3. Дуҫлыҡ, милләт-ара татыулыҡ, эшһөйәрлек, яуаплылыҡ тойғолары, матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләү.Йыһаз: башҡорт тирмәһе, тирмә ишегендә яҙыу “Көҙгө биҙәктәр”, һауыт-һаба, аш-һыу, йәшелсәләр, ярыш шарттары, мәҡәлдәр, йомаҡтар.Ҡатнашалар: 5-7 синыф уҡыусыларыКисәне алдан һайланған Көҙбатша, Көҙһылыу һәм башҡорт төркөмө алып бараКисәне әҙерләү: 1. Уҡыусылар төркөмдәргә бүленәләр. Һәр төркөм бер милләт тураһында мәғлүмәттәр туплай: йәшәү рәүеше, мәҙәниәте.2. Һәр төркөм бер йәшелсә тураһында мәғлүмәттәр туплай.3. Уҡыусылар милләттең аш-һыуында бирелгән йәшелсә нисек ҡулланыла икәнлеген асыҡлайҙар һәм бер аш-һыу тураһында һөйләргә әҙерләнәләр.4. Уҡыусылар йомаҡтар, мәҡәлдәр, көҙ тураһында шиғырҙар өйрәнәләр, үҙҙәре шиғырҙар ижад итәләр.5. Уҡыусылар араһында алдан компьютер графикаһы ярҙамында “Көҙгө вернисаж” исемле һүрәттәр конкурсы үткәрелә. Кисәнең әһәмиәте1. Уҡыусыларҙың төрлө милләттәр һәм уларҙың мәҙәниәте тураһында белемдәре киңәйә.2. Мәктәп программаһындағы тарих, мәҙәниәт, биология, музыка предметтарының үҙ-ара бәйләнеше күрһәтелә.3. Милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ тойғолары хеҙмәткә хөрмәт, йүнселлек тәрбиәләнә.4. Уҡыусылар төрлө йәшелсәләр, уларҙы үҫтереү, ҡулланыу, файҙаһы тураһында мәғлүмәттәр алалар. 5. Балалар араһында үҙ-ара татыулыҡ, берҙәмлек, бер-берең өсөн яуаплылыҡ тойғолары үҫтерелә.6. Һәләтле балаларҙы асыҡлау мөмкинлеге: шиғыр ижад итеү, һүрәт төшөрөү, йыр-бейеү.7. Төрлө сығанаҡтарҙан (энциклопедия, Интернет селтәре) мәғлүмәттәр туплау, компьютер менән ҡулланыу һәләттәре үҫтерелә. Көҙгө бал – бик шәп йола!I. Сәләмләү Ҡурай тауышы ишетелә.Көҙбатша: Һыҙғыра ана ҡурай, йыйылығыҙ, тип һорай. Һаумы, һаумы, Көҙгө бал! Байрамдарҙы күреп ҡал! Йыйылығыҙ аҡланға Көҙгө балды башларға!Көҙһылыу: Көҙгө балға тирмә ҡорҙоҡ – Тирмәбеҙҙе күрегеҙ! Ҡаралтыны ҡараһағыҙ, Ҡыҙыр әле күҙегеҙ!Көҙбатша: Тәпән һайын бал, май, ярма, Ылашта ҡорот кибә. Емеш-еләк тә етерлек – Сир-зәхмәт беҙгә теймәҫ! Көҙһылыу: “Көҙгө биҙәктәр” килгәндәр, Мул өҫтәл әҙерләгәндәр! Күпме байлыҡ – ҡарағыҙ, Ситтә тороп ҡалмағыҙ.Көҙбатша: “Көҙгө бал” – бик шәп йола, Барыһы көтөп ала. Йырсылар, бейеүселәр, Оҫталар, тегеүселәр – Һәммәгеҙҙе көтәбеҙ, Асыҡ беҙҙең тирмәбеҙ.“Көҙгө биҙәктәр” тирмәһенән башҡорт милли кейемдәрендә малайҙар, ҡыҙҙар сығып теҙеләләр.Данияр: Көҙгө балдар гөрләһен, Күңелле йыр яңғыраһын, Һөнәрһеҙҙәр күңел асһын, Һөнәрлене ҡараһын.Айнур: Муллыҡ теләп еребеҙгә, Йыйылдыҡ беҙ аҡланға, Дуҫтар ҙа килеп еткәндәр Беҙҙең хозур байрамға.Рус, татар, сыуаш, мари, мордва һәм башҡа милли кейемдәрҙә малайҙар, ҡыҙҙар инәләр. Ҡулдарында йәшелсәләр, емештәр һалынған кәрзиндәр. Вәсил: Әйҙүк, түрҙән уҙығыҙ, Балдан, майҙан ҡабығыҙ. Ял итегеҙ тирмәлә, Ҡымыҙ эсеп алығыҙ.Ҡыҙҙар ҡымыҙ алып киләләр. Ҡунаҡтар ҡымыҙҙан ауыҙ итәләр. Рәдиф: Көҙгө бал – матур йола.(рус) Олоһо ла, кесеһе лә Был көндө көтөп ала, Күстәнәстәрен һала.Ҡунаҡтар алып килгән күстәнәстәрен тирмә хужаларына тапшыралар. Улар рәхмәт әйтеп алалар.Ғәфүр: Көҙгө бал ул ял ғына – Яҡшы үтһен ялыбыҙ. Яңғырап торһон йыр ғына, Алыҫ китһен даныбыҙ!Бергәләп йырлайҙар “Алма ал булып бешкән” Алма ал булып бешкән,Өҙөлөп ергә төшкән.Һары ҡауын өлгөргән –Бал кеүек татлы икән.II. “Көҙгө муллыҡ” өҫтәлеКөҙбатша: Барығыҙҙы ла көҙгө муллыҡ өҫтәле янына саҡырам.Көҙһылыу: Әҙерләгән ризыҡтарығыҙ тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр көтәбеҙ һеҙҙән. Һәр синыф бер милләттең аш-һыуы тураһында һөйләй: рустар – кәбеҫтәнән, сыуаштар – картуфтан, мариҙар – шалҡандан, татарҙар ҡабаҡтан бешерелгән милли ризыҡтары менән таныштыра , ә башҡорттар төрлө йәшелсәләрҙән эшләнгән турамалар (салаттар) тураһында һөйләй.Гөлшан: Тирмә алды күңелле, Байлығыбыҙ барлағыҙ. Йомарт көҙ килеп етте – Күпме байлыҡ – ҡарағыҙ! Әлфиә: Гәрәбә, алтын бойҙай, Бирҙе бит быйыл Хоҙай! Яңы уңыштан бешерҙек – Ҡабарып беште икмәк. Тәпән һайын бал, май, ярма – Ризыҡ мул, шөкөр итһәк!Илүзә: Дуҫтарыбыҙға килтерҙек,(рус) Йәшелсә, емеш-еләк. Салатын да эшләп ҡуйҙыҡ – Үҙебеҙ ҙә шәп бигерәк.Гөлшан: Дуҫтарыбыҙ күстәнәскә Нимә алып килгәнен Белемлеләр белерҙәр, Йомаҡтарҙы сисерҙәр.Тамашасылар менән йомаҡ ҡойош уйыны үткәрелә.Илмир: Ҡыҙыл ҡыҙым ер аҫтында, Йәшел сәсе ер өҫтөндә. (кишер) Илсур: Ер аҫтында ерән ат, Уның тиреһе ете ҡат. Тунарһың, тунағанда иларһың. (һуған)Ғәфүр: Ер аҫтына берәү күмелде, Көҙ еткәс, балалары күренде. (картуф)Алина: Ҡат -ҡат тунлы, Ҡарыш буйлы. (кәбеҫтә)Мораҙым: Эсе ҡыҙыл, тышы йәшел, Аҡса биреп алалар. Уны күргән балалар Ымһынышып ҡалалар. (ҡарбуз)III. Йәшелсәгә мәдхиәКөҙбатша: Бында бик зирәк, эшһөйәр балалар йыйылған икән. Йыйып алған уңыштарығыҙға ҡарағанда, яҙғыһын һабанда һайрашҡанһығыҙҙыр, тигән фекергә килдем.Көҙһылыу: Эйе, бик егәрле икән беҙҙең дуҫтарыбыҙ. Моғайын, хеҙмәт тураһында мәҡәлдәрҙе лә, йәшелсәләрҙең файҙаһы тураһында ла күп беләләрҙер әле! Көҙһылыу мәҡәлдәрҙең башын әйтә, балалар дауам итә.“Тик тормаған – туҡ торған”, “Егәрленең ҡулы ете”, “Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың”, “Хеҙмәте барҙың хөрмәте бар”, “Күҙ ҡурҡаҡ, ҡул батыр”, “Эшләһәң, эш ҡарышмай”, “Эше барҙың – ашы бар”, “Аҙ һөйлә, күп эшлә” һ.б.Көҙбатша: Балалар, беҙ барыбыҙ ҙа йәшелсә, емеш-еләктәрҙең файҙаһы тураһында күп тапҡыр ишеткәнебеҙ бар. Организм өсөн файҙалы һәр төрлө витаминдар, клетчатка, микроэлементтар йыйылмаһы улар. Көҙһылыу: Бөгөнгө кисәгә һәр синыф бер йәшелсәгә маҡтау йыры – мәдхиә яҙып килергә тейеш ине. Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ сәхнәгә.Һәр синыф үҙенең йәшелсәһе тураһында йырлай. Мәҫәлән, сөгөлдөр.1. Ә һеҙ беләһегеҙме?1. Сөгөлдөр тураһында тәүге мәғлүмәттәр Урта диңгеҙгә һәм Вавилонға ҡағыла. Бында сөгөлдөрҙө дарыу үҫемлеге итеп ҡулланғандар.2. Тәүҙә сөгөлдөрҙөң япрағын ғына ашағандар. Япрағында А витамины, фолий кислотаһы күп икән.3. Һуңыраҡ сөгөлдөрҙөң үҙен дә ашай башлағандар. Уның составы ифрат бай: В, С, Р витаминдары, каротин, фолий кислотаһы, пектин, тимер, йод, клетчатка.4. Мал аҙығы сөгөлдөрө тик 16-17-се быуаттарҙа ғына сығарылған.5. Шәкәр сөгөлдөрө сортын сығарыу сәйәсәткә һәм Наполеонға бәйле. Англияның шәкәр ҡамышынан эшләнгән шәкәрҙе һатып, табыш алыуынан бик көнләшкән һәм сөгөлдөрҙән шәкәр сығарыу юлын уйлап тапҡан кешегә миллион франк премия вәғәҙә иткән.2. Сөгөлдөргә маҡтау йырыБеҙҙең яҡта үҫә икәнСөгөлдөрҙөң төрлөһө:Кормовойы, һарыһы,Ҡыҙылы, шәкәрлеһе.***Кормовой сөгөлдөрҙәрФайҙалы, ти, һыйырға.Һөтө бермә-бер арта, ти,Ҡаймаҡ кеүек ҡуйы ла.***Мәләүездәр шәкәр яһайШәкәр сөгөлдөрөнән.Жмыхтары ла әрәм булмай –Китә һыйыр теленә.***Ҡыҙыл сөгөлдөр файҙалыБеҙҙең кеүек үҫмергә.Гемоглобинды арттыра,Ярҙам итә үҫергә.***Сөгөлдөр, сөгөлдөр,Үҫтерегеҙ сөгөлдөр.Биттәрегеҙ алһыу булыр,Ҡандарығыҙ ташып торор,Эстәрегеҙ бер ҙә ҡатмаҫ,Ашаһағыҙ сөгөлдөр!IV. “Алтын көҙ” шиғриәт минуттарыКөҙбатша: Үҙемдең миҙгелем килеп етеү менән мин эшкә керешәм. Япраҡтарҙы һәр төрлө төҫтәргә буяйым. Үләндәрҙе ҡышҡы йоҡоға әҙерләп, ҡыуарта башлайым. Осар ҡоштарҙы йылы яҡҡа ебәрәм. Ҡырауҙар төшөрөп, кешеләрҙе әҙерәк ҡурҡытып алам.Көҙһылыу: Юҡ, ҡурҡытмай, ә иҫкәртә: уңыш йыйырға ваҡыт етте, ти.Көҙбатша: Һеҙ көҙҙө яратаһығыҙмы, балалар?Балалар бергәләп яуап бирәләр.Көҙһылыу: Улай булғас, һеҙ көҙ тураһында шиғырҙарҙы ла күп беләһегеҙҙер әле.“Эйе”, тигән яуаптар ишетелә.Көҙбатша: “Алтын көҙ” шиғриәт минуттарын башларға!Таяғын туҡылдатып ала.Гөлшан: был шиғырҙы беҙҙең мәктәп уҡыусыһы Рәхимова Әлсимә яҙған: Тоҡ-тоҡ күстәнәстәр тейәп, Йомарт көҙ килеп етте. Юл ыңғайы ағастарҙы Алтынға буяп үтте. Миләштәрҙе – ҡыҙылға, Алмаларҙы – алһыуға, Ә уҫаҡтың япраҡтарын Баҙлап торған ялҡынға! Бына ниндәй йомарт көҙ – Бүлә буяуын тигеҙ!Илһам: Ә һеҙ беләһегеҙме, бөйөк рус шағиры А.С.Пушкин көҙ тураһында матур-матур шиғырҙар яҙған. Берәүһен һеҙгә һөйләп ишеттерәйем әле.Унылая пора! Очей очарованье!Приятна мне твоя прощальная краса – Люблю я пышное природы увяданье,В багрец и в золото одетые леса.* * * В их сенях ветра шум и свежее дыханье,И мглой волнистою покрыты небеса,И редкий солнца луч, и первые морозы,И отдаленные седой зимы угрозы.Уҡыусылар көҙ тураһында үҙҙәре ижад иткән һәм шағирҙар яҙған шиғырҙарҙы һөйләйҙәр. Алҡыштар.Көҙбатша: Һай, афариндар! Рәхмәт һеҙгә, күңелемде күрҙегеҙ!Көҙһылыу: Ә хәҙер, малайҙар-ҡыҙҙар, барығыҙҙы ла бейергә саҡырабыҙ. Көҙгө бал дауам итә.Антонио Вивальдиның “Времена года” концерттар циклынан “Көҙ” концерты яңғырай. V. “Көҙгө вернисаж” компьютер графикаһы ярҙамында эшләнгән һүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһау
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[12 ноября 2016] | Просмотров: 1992 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}