Новости » Слово автору | ||
Физик һәм физиологик яҡтан нормаль кеше лә тормошта йыш ҡына, ирекһеҙҙән, комик ситуацияға тарый, урынһыҙ һүҙ ыскындыра. Бер ҡатлылар тураһындағы көләмәстәрҙең күптәре шуларға нигеҙләнә. Ундай көләмәстәрҙең уйҙырмаға ҡоролғандары ла етәһе. Ләкин ике осраҡта ла, телдән телгә күсә килә, уларҙың геройы айырым кешеләрҙе түгел, йәмғиәттәге, социаль төркөмдәге, ғаиләләге урынына ҡарап, билдәле бер типты һынландыралар. Бында мөхәббәттән башы әйләнгән егеттәр, үтә иҫәпсел ҡыҙҙар оялсан йә тупһыҙ кейәүҙәр, эш рәтен белмәүсе килендәр, таҙалыҡты, тартыныуҙы белмәҫ ҡатындар, хурлыҡты ғорурлыҡ тип белеүсе ирҙәр алға баҫа. Йәш яғынан айырылыусы берҡатлылыр сығыш яһаған көләмәстәр ҙә байтаҡ. Шулар араһында ҡарттар тураһындағылары ҡыҙыҡ. Улар ҡаттарҙың ғүмер буйы тупланған тәжрибәләренең яңы шарттарға яраҡһыҙ булыу осраҡтарын сағылдырыусан. Шуға күрә лә килендең – килен, кейәүҙең – кейәү булғаны өсөн генә көлмәгән кеүек, ҡарттар тураһындағы көләмәстәр ҙә ҡартлыҡты түгел, ә ҡартлыҡ сәбәпсе булған бер ҡатлылыҡтан ғына көлә. Көләмәстәрҙе һуҡырҙарҙың, һаңғырауҙарҙың, һаҡауҙарҙың уңайһыҙ хәлгә ҡалыуҙары хаҡында ла (8, №№503–521) шулайыраҡ әйтергә булыр ине. Бер ҡатлылар тураһындағы көләмәстәрҙең айырым шәхестәргә, тотош колекктивҡа тағып йөрөтөлгәндәре лә бар. Конкретлаштырыуҙарына ҡарамаҫтан, улар ҙа типик геройҙар кеүек хәтерҙә ҡала. Һүҙҙе бутап һөйләүсе Алтынбай (8, №№ 522, 523), русса фәстереүсән Яҡуп ҡарт (8, №№ 537, 538) үҙһүҙле Әпҡәдир (8, №№ 545–547) һәм ауылдар тураһындағы көләмәстәрҙең геройҙары – ана шундайҙарға миҫал. Ауылдар тураһындағы көләмәстәр беҙҙә һәр районда тиерлек осрай Мәҫәлән, Әбйәлил районында – Аһылай (Өскүл); Учалыла – Амангилде, Соҡот, Сәнсәр), Бөрйәндә – Иҫке Монасип (Һарт), Байғазы; Ишембай төбәгендә – Әрмет, Баймаҡта – Туҡтағол, Күсей, Иҫән; Хәйбуллала – Аҡъюл менән Аҡназар; Архангель һәм Белорет яҡтарында Төрөкмән ауылы кешеләре хаҡында көләмәстәр һөйләргә яраталар (8, №№ 548–611). Бындай ғәҙәт башҡа халыҡ–тарҙа ла бар. Мәҫәлән, Францияның – Абдеры, Англияның – Норфольк, Германияның – Шильды, Болгарияның, мәғлүм булыуынса, – Габрово, Ирандың Казвин ҡалаһының; Рәсәйҙең – Пошехон, Францияның – Пломбир, Рюо, Брест, Жеморе, Соксюра, Вентропа, Мениля, Германияның – Бюзум, Гиршау, Кисдорфен, Фокбек, Сирияның Гальбуна ауылының кешеләрен элек-электән иҫәрҙәр, бер ҡатлылар тип мәрәкәләйҙәр (40, 123-132 16;36;24). Ауылдар тураһындағы көләмәстәр бер ҡатлылар төркөмөнә ҡараған башҡа көләмәстәрҙән үҙҙәренең килеп сығышы, тәғәйенләнеше, йәшәү рәүештәре менән ныҡ айырылалар.
Тикшеренеүселәр асыҡлауынса, борон, дуалистик йәмғиәттә үк, ырыуҙаp һәр саҡ бер-береһен мәрәкәләй, мыҫҡыллай, үсекләй торған булған (19, 289). Был хаҡта А.В. Луначарский бына ни тип яҙған: “… мәҙәниәттең бик тә түбән баҫҡысында бергәләшеп көлөшөп алыу йолаһы атҡарылыр булған. Ул – … ырыуҙы ырыуға, бер ҡәбиләне икенсеһенә ҡаршы ҡуйыуҙа күҙәтелгән: ике ҡәбилә бер-береһен көлкө бәйгеһенә саҡырыр булған» (26, 534 ). Бер ҡала, ауыл кешеләре тураһында көләмәс һөйләү шул боронғо йоланан ҡалған.
Предыдущая страница | Страница 2 из 4 | Следующая страница |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[24 декабря 2010] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}