Бәйге тамам, бәйге башлана! » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости » Литература
Шыршы төбөндә, ҡоҙағый,Йырлап күңел асаһың.«Кризис беҙгә нипочем», – типТыпыр-тыпыр баҫаһың.Шыршы төбөндә, ҡоҙағый,Ултырып сәйҙәр эсәйек.«Йәшлек»тәр нимә тип яҙа,Башватҡысын сисәйек.Шыршы төбөндә, ҡоҙағый,Эй, күңелле йөрөүе.Һиңә генә булыр инде«Тамашасы һөйөүе».Шыршы төбөндә, ҡоҙағый,Ишеттем шәп яңылыҡ.Пенсиябыҙ эй күбәйгән –Тегәйек беҙ дәү янсыҡ.Шыршы төбөндә, ҡоҙағый,Тәгәрәп китте бер тин.Пенсиябыҙ арта бара«Афарин, – тибеҙ, – Путин».Шыршы төбөндә, ҡоҙағый,Ятып ҡалған бер быйма.Табам тигәс, табам бәпәй – Мине, ҡоҙағый, тыйма.Шыршы төбөндә, ҡоҙағый,Йондоҙ һанай звездочет.Нимә генә алһам да,Бабайым һорай отчет.Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәмЯңы йылдың көнөндә,Президентыбыҙ Рәхимов Етһенсе, зинһар, йөҙгә.Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәмЯңы йыл табынында:Йылмайып-көлөп кенә тор –Йән киҫәгең ҡаршыңда.Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәмЯңы йылдың төнөндә.Тәмәкеңде ташла инде,Сәсәп үләң төтөндә.Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәмЯңы йыл байрамындаЮлбарыҫтай үкермәсеЯңы йыл табынында.Рәшиҙә МӨХӘМӘТДИНОВА.Әбйәлил районы,Ишҡол ауылы.* * *Шыршы төбөндә ҡоҙағыйИт тартып, билмән яһай.Сатай-ботай таҡмаҡ яҙам,«Йәшлек»кә шул да ярай.Шыршы төбөндә ҡоҙағыйЭҙләй үҙенә иптәш.Таҡмаҡ теләһә ни әйтә,Булмаһын, тим, үпкәләш.Их, ҡоҙағый, һиңә әйтәм,Ҡоҙа мине үбәсе.Артыма әйләнеп ҡараһам,Ике метр үңәсе.Их, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,Туҙған бит калушҡайым.Йәшем алтмыштан уҙһа ла,Йәштәрҙән ҡалышмайым.Шыршы төбөндә ҡоҙағый,Төндә беҙгә ҡуна кил.Тас булһа ла һалып ебәр,Мөнир туған Ҡунафин.Әминә ТҮЛӘШЕВА.Йылайыр районы,Һабыр ауылы.Их, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,Яңы йылдарға барам.Ирем китһә араҡыға,Мин закускаға сабам.Их, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,Яңы йылдың «батыры» –Илле тәңкә генә тора,Самапалдың лит(ы)ры.Их, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,Яңы йылдар үтәсәк.Шайтан һыуы туҡтамаһа,Киләсәк тә бөтәсәк. Шыршы төбөндә ҡоҙағыйҺөйләнә лә һөйләнә.Асыуына тейҙениһәң,Юлбарыҫҡа әйләнә.Шыршы төбөндә ҡоҙағый,Икенән үргән сәсен.Кеше йәренә тағылып,Төшөрөп йөрөй бәҫен.Шыршы төбөндә – ҡоҙағый,Ҡулында уның – ҡалай.Пенсияһы килеп торһа,Бабай булһа ла ярай.Алма НУРИЕВА.Саҡмағош районы,

Яңы Ҡото ауылы.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[10 февраля 2010] | Просмотров: 338 Опубликовал: admin Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0