Отправлено 28 Сентябрь 2009 — 11:20
Был темала илебеҙ, халҡыбыҙ һәм телебеҙ тураһындағы рухландырыусы шиғырҙарҙы баҫырға тәҡдим итәм. Был шиғырҙы Дүшәмбе клубында беренсе тапҡыр ишеткәйнем. Быға тиклем йыр тыңлап, күңел асып ултырған халыҡ, сәхнәгә шағирҙар сыҡҡас, оҙаҡ ҡына тынысланалмай, шаулап ултырҙы. Был шиғыр башланғас, уны бер тынала тыңланылар… һәм бөтөн зал алҡышҡа күмелде. Уҡығыҙ ҙа, урыҫ телле башҡорттарҙың ни тиклем байлыҡтан мәхрүм булыуын күҙаллағыҙ. Айгиз Сафин
Минең Башҡортостан!
Башҡортостан, һине аңлау өсөн, Илкәйем, тип, ярһып, ҡылыс болғап, — Дауам иткән шулай нисә быуын, — Һинең менән бергә яу сабырға, Дарға аҫылырға, сабылырға, Үлдем, тигәс, ҡабат терелергә, Урал батыр булып әүерелергә кәрәк, Эй, яҙмышым минең — Башҡортостан! Ф. Туғыҙбаева. 1. Башҡортостан — ул тик минең ерем, Тулһалар ҙа бында сит-яттан, Бүтәндәргә ул тик тыуған урын, Минең өсөн ул — йорт, ул — Ватан! Башҡортостан — ул тик минең ерем, Минең тауҙар, күлдәр, таллыҡтар. Ишетә (а)лмай сал ҡаялар йырын Бында тыуған бүтән халыҡтар, Тоя алмай улар иркенлеген Офоҡтарҙы бәйләр даланың, Белмәй улар хистәр тәрәнлеген Халыҡ йырын һуҙған баланың, Аңламайҙар ҡурай бөйөклөгөн, Батырҙарҙың яулы яҙмышын. Фәҡәт башҡорт булып тыуыр кәрәк, Аңлар өсөн Урал һағышын. 2. Мин — башҡортмон һәм мин тик башҡортмон, Россиян да түгел, урыҫ та. Һәм холҡом да минең саф башҡортса, Маҡтансыҡ та түгел, ҡырыҫ та. Мин — башҡортмон! Башҡортлоғом минең Усаҡ булып дөрләй күкрәктә, Күҙҙәремдә — бүре уйсанлығы, Бөркөт саялығы — йөрәктә! Мин — башҡортмон! Йәшәү һүҙе миндә Ирек һүҙе менән бер ҡандан. Миңә күскән уты Салауаттың, Батыршанан һынмаҫ рух ҡалған! Мин башҡортмон! Ғәзиз халҡым минең! Ҡәҙерлерәк һинән юҡ башҡа. Һин бит көслө халыҡ, тор тубыҡтан, Үҙ илеңдә, башҡорт, бул батша!
Отправлено 02 Октябрь 2009 — 07:35

Менэ тигэн шигырзар! Аларзы уkыгас узем дэ пащти шигыр язырзай булдым, kулдан гына килмэй шул! Куберэк kуйыгыз эле шундай шигырзарзы
Отправлено 02 Октябрь 2009 — 10:20
….Үҙ илеңдә, башҡорт, бул батша!
Әйҙәгеҙ фекер алышайыҡ: Кем нисек аңлай был һүҙҙәрҙе?
Отправлено 04 Октябрь 2009 — 09:02
Әйҙәгеҙ фекер алышайыҡ: Кем нисек аңлай был һүҙҙәрҙе?
Ә һин нисек аңлайһың? Башлап ебәр фекер алышыуҙы! Беҙ ҡушылырбыҙ! Әлегә тағы бер шиғыр, мин уны Башҡортостандан ситтә йәшәп, һис тә ҡайтырға йыйынмаған башҡорттарға арнайым:
Рауил Бикбаев
*** Донъя бигерәк сәйер, Мин дә бына Әйләнермен бер саҡ туҙанға. Әллә ниңә оҙаҡ ҡарап торҙом Елдәр туҙан йотоп уҙғанға. Елдәр! Һеҙгә минең үтенес бар, Тыңламайса уны үтмәгеҙ: Мине, зинһар, туҙан көйөнсә лә Уралымдан алып китмәгеҙ.
Отправлено 04 Октябрь 2009 — 09:53
….Үҙ илеңдә, башҡорт, бул батша!
Үҙ ерендә батша – минеңҫә, илҙен хужа булыуы. Ярлы кеше хужа (батша) булып була алмай. Боронғо быуаттарҙа байлығыбыҙ ерҙен асаба булыуында булған. Әлеге саҡта ерҙен тәғәйенләүе үҙгәргән. Хәҙер байлыҡ ҡалаларҙа, иктисад һәм эшҡуарлыҡ өлкәһендә урынлашҡан. Шуға ер батшаһы булыуы – минеңсә – ул бай булыуы, эшкуар булыуы, уҡымышлы булыуы.
Отправлено 04 Октябрь 2009 — 10:37
«Оран» Рәйес Түләк Мин — яуҙарҙа үлгән башҡорттарҙың Тере рухы — һеҙгә һүҙ ҡушам. Уралтауҙа һеҙ йәшәһен, тиеп, Ҡайта алмай ҡалдыҡ һуғыштан. Беҙҙең өҫкә баҫып атлайһығыҙ, Был ерҙәрҙә беҙ һәр аҙымда. Башҡорт ерен, һары майҙай күреп, Беҙ тасҡаныҡ йөрәк ҡанында. Ер өҫтөнә һин дә, һин дә, һин дә Шытып сыҡтың беҙҙең орлоҡтан. Ғүмер баҡый ҡоллоҡ булыр илең Ошо хаҡта әгәр онотһаң. Аҡһаҡалдар! Белмәйһегеҙ… Һеҙме?! — Буйҙар етмәгәнен терһәккә, Һеҙ бит һаман булмышығыҙ менән Алдар эленеп торған элмәктә. Быуындарҙан күсереп быуындарға, Һаҡлағанбыҙ икән кем өсөн?! Ҡайҙа иттегеҙ һеҙ Уралтауҙың Ҡар(а)урманын, алтын-көмөшөн? Был һорауҙы, сабыйың теле менән, Мин һорармын, мең ҡат һорармын. Ҡайҙа, тиеп, бәҫе, күркәмлеге Салауаттан ҡалған Уралдың?!! Һорармын мин — яугир башҡорттарҙың Тере рухы: — Эй, ил инәһе! Башҡортлоҡто баҫҡан ошо ҡәһәр Әллә һинән, һинән киләме? Һин төкөрҙөңмө әллә иманыңа, Беҙ ҡалдырып киткән ырыҫҡа? Нисә улың илен ташлап китте, Нисә ҡыҙың сыҡты урыҫҡа? Ниндәй Рәсәй һуң ул туйыу белмәй Башҡорт еркәйенә ҡаныҡҡан? Алтын түгел — беҙҙең һөйәк бит ул, Нефть түгел — ул бит беҙҙең ҡан!!! Һеҙҙе урап ятҡан — офоҡ түгел, Ваҡыттыр бит шуны аңларға. Ул бит — беҙҙең ҡәбер. Ҡояш булып, Беҙ ҡалҡабыҙ һеҙҙе барларға. Йөҙөбөҙ саф, сөнки намыҫ таҙа, Беҙҙең намыҫ ҡанда сайҡалған… Уян, башҡорт!!! Үлгән улдарыңдың Ҡәберенән тороп саң ҡағам!
Отправлено 21 Январь 2010 — 10:57
Үҙ илеңдә, башҡорт, бул батша!
Һуңлап ҡына булһа ла яҙайым әле, күрмәй ҡалғанмын. Минеңсә, хәҙер бик дѳрѳҫ булыр ошолай тип яҙыу: «Үҙ илеңдә Башҡорт бул башта!». Сѳнки хәҙер башҡорт булып ҡалыуҙың кәрәклеген онотҡандар күп. Үҙҙәре башҡорт булып таныштарҙың балалары шыр урыҫса ғына һѳйләшкәндәре лә осрағандары бар, туп-тура әйтеп тә булмай бит инде, нишләп ѳйрәтмәйһең, тип. Урап, һүҙ сығарып, башҡорт әкиәттәре һѳйләү һәм рухын башҡорт итеп тәрбиәләү кәрәклеген әйтһәң: «Нимәгә юҡ-бар менән башын баланың тултырырға», — тигән яуапҡа юлығырға тура килә. Әле үҙҙәре менән милләт тураһында һѳйләшкәндә: «Я не думаю, что человек должен придерживаться определенной нации», — тигәнде ишетеп ултыра тѳшә яҙғанда бар. Миҫал ѳсѳн, кәләш уҡытҡан мәктәптә лә, татар балаларының ата-әсәләре, ѳҫтәмә татар телендәге дәрестәрҙе ғариза яҙып туҡтатып ҡуйғандар. Башҡорт теленән дә ваз кисерҙәр ме икән шулай, тип хафалана ине кәләш. Башҡорт балалары белмәй, тей, телде. Ѳйрәнергә теләктәре лә күренмәй, тей инде. Шулай, байлыҡ әлбиттә кәрәк, ләкин бай булғансы башҡортлоғон онотоп ҡуйһа, эштәр мѳшкѳл булыр ул. П.С.
Ѳйрәнергә теләгәндәре, онотмағандары күберәк булыуы куңелде йыуата, ҡыуандыра -тигән дә лә була .
Отправлено 03 Октябрь 2011 — 06:18
Нисек итеп башҡортса яҙырға була ул бында, тип һорайым, тиһәм…
Отправлено 09 Январь 2012 — 10:25
Менеп торор башҡорт халыҡ тағы, Һәм тигеҙләр бөкөрө арҡ’аһын, Күккә һәм ҡояшҡа менер күззе, һәр кешегә кәрәк ҡотҡарыныр, күрәһең…