Новости » Культура | ||
2018 йылдың 15 мартында Республика кимәлендәге “Тере шишмәләр” яттан һөйләү конкурсы уҙғарылды. Был конкурс шарттары буйынса Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, прозаик, шағир, драматург, тәржемәсе, Салауат Юлаев исемедәге дәүләт премияһы лауреаты З.Биишеваның тулы әҫәрен, йә әҫәрҙең фрагментын яттан һөйләргә кәрәк ине. Беҙҙең Октябрьский ҡалаһы уҡытыусылары ла ситтә ҡалманы. Уҡытыусы-уҡытыусы номинацияһында 12-се мәктәптән Айгөл Дамир ҡыҙы Аминова һәм Гөлнара Марс ҡыҙы Харисова “Үҙ һөнәремә тоғро ҡалам” номинацияһында, 9-сы мәктәптән Гәүһәр Ғәлиәкбәр ҡыҙы Шакирова һәм Ләйсән Ғилман ҡыҙы Ишемғужина “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында еңеү яуланылар. Уҡытыусы-уҡыусы номинацияһында 8-се мәктәптән беҙ Зөлфиә Ғәйфулла ҡыҙы Сәфиуллина һәм 9-сы класс уҡыусыһы Азамат Харрасов ҡатнаштыҡ. Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙҙы еңеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Ә Азаматҡа киләсәктә лә абруйлы конкурстарҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулауын теләйбеҙ. Конкурста ҡатнашыусылар бик күп булды. “Уҡытыусы-уҡытыусы” номинацияһында 18 пар булһа, “Уҡытыусы-уҡыусы” номинацияһында 58 пар ҡатнашты. Ҡатнашыусылар Зәйнәб апайҙың береһенән-береһе аҫыл шиғырҙарын, әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Бик күп көслө сығыштар булды. Әйтерһең дә, уҡыусылар түгел, ә студенттар, йә театрҙа эшләп йөрөгән йәш артистар үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтә. Сәхнә үрендә шундай балаларҙы күрергә насип булды. Барыһына ла афарин тип әйтәһе ҡала. Сара бик матур үтте. Оло рәхмәтебеҙҙе Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институтына еткергебеҙ килә. Шуныһы уйға һала: киләсәктә беҙ, Октябрьский ҡалаһы уҡытыусылары, бындай аҫыл конкурсҡа кемде әҙерләрбеҙ? Уҡыусыларыбыҙҙың телде белеү кимәле йылдан-йыл түбәнәйә. Ни эшләп беҙ мәхрүм булырға тейешбеҙ бындай сараларҙан. Ә бит бөйөк шағир, яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәре оло тәрбиәүи көскә эйә. Өҫтәп, был әҫәрҙәрҙә тарих ята. Башҡортостанда башҡорт теленең предмет кимәленә төшөүе килтерә түгелме һуң шундай фажиғәгә? Кем уны төҙәтер?
Мин өс бала әсәһе. Балаларым менән өйҙә башҡортса аралашам, ә улар миңә урыҫса яуап бирә. Мин бит үҙ вазифамды үтәйем әсә булараҡ. Тимәк, өйҙәге генә аралашыу әҙ тигәнде аңлата түгелме һуң? Был хатаны кем төҙәтер? Мин, ябай башҡорт теле уҡытыусыһы бәләне аңлайым. Ә етәкселәребеҙ был турала ни уйлайҙар? Шуны ябай халыҡҡа аңлатһалар ине.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[17 марта 2018] | Просмотров: 461 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}