Отправлено 07 Февраль 2007 — 12:45
Кем укыны Мариям Буракаеванын яны китабын «Арғымаҡ» Мин эле укыйым, бик шэп китап, куп фэхем, тэжрибэ анда тупланган. Уйларга куп сэбэп бирэ. Аргымак: Ан, Рух, Fэм, Ырыс, Мон, Акыл, Кот Китап хатыуза бар эле. Алып укыгыз, кем тарих менэн кызыкхына уларга ла файзалы, анда 60-70 йылдарза беззен илдэ, Башкортостанда булган сэйэсэт, иэмгиэт хакында куп кызык нэмэ бар, нисек беренсе башкорт мэктэп аскандар, нисе башкорт интеллигенция хэм ябай халык йэшэгэн.
Отправлено 09 Март 2007 — 09:45
Ул китапты бер кон, бер тон тигэндэ укып сыктым, айырылырмын тимэ. Илатырлык та, урыны м-н колдорорлок тэ, уйландырырлык та, куптэр фэhем алырлык китап. Ундагы вакигаларзын уртаhында йорогэн кеуек булаhын, ул кисергэнде тойоп ултыраhын, бэлки, йорэгенэн узгарып язылгангазыр. Укып сыккас та эллэ купме шул китаптын тэсьире астында йороном эле. Мэрйэм апайга ошо китабы осон генэ лэ оло рэхмэт эйтэhем килэ. Ниндэй генэ ауыр язмыш кисермэhен, узе булып кала белгэн, халкына, теленэ, аткарган эштэренэ тогро булган, ауыз тултырып «ил инэhе» тиерлек кеше булганы осон.
Отправлено 01 Июнь 2007 — 05:52
тулыхынса кеуатлаем, хар кемден остал китабы булырга тейеш ул, ысын маганахенда остал китабы
Отправлено 30 Март 2008 — 09:24
Ете хис Ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева күңеле менән һәр саҡ йәш тойола миңә. Сөнки ул һәр ваҡыт яңы идеялар менән яна, һәр саҡ иленә, теленә хеҙмәт юлында яңы алымдар уйлап таба, йәше-ҡарты араһында ҡайнап йәшәй. Уй-ниәттәрен кешегә аңлатып биреп кенә ҡалмай Мәрйәм апай, ә бөтә пландарын ғәмәли, аныҡ эштәр менән тормошҡа ашыра бара. Ейәнсура башҡорт гимназияһын асып ебәреү, балалар өсөн «Йәйләү» лагерын, милли ризыҡтар – талҡан, буҙа етештереүҙе ойоштороу, «Тормош һабаҡтары» дәреслеген яҙыу, уны мәктәптәрҙең уҡыу планына индереүгә, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылы Туйымбәттән, Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылынан перспективаһыҙ мөһөрөн алдырып ташлауға өлгәшеү… Хәйер, уның ҡаҙаныштарын бик оҙаҡ һанарға була. Көрәшеп йәшәргә, эшләргә яратҡан Мәрйәм апай әле лә яңы уй-ниәттәр менән яна. Шуныһы ҡыҙыҡ – уның идеялары яңы, бер ҡайҙа ла ишетелмәгәнлеге менән һоҡландыра. Йәнә лә ул кешеләргә аҡыл, фәһем биреп кенә ҡалмай, үҙ балалары йөҙөндә эшең дә, һүҙең дә бер булырға тейешлеген күрһәтте. Мәрйәм апай менән Диҡҡәт ағайҙың ил, тел өсөн яныуы улдарында ла, ҡыҙҙарында ла ялҡын булып ҡабынған. Уҡытыусы, көрәшсе генә түгел, Мәрйәм апай – биш балаға йән биргән берҙән-бер башҡорт әҙибәһе лә. Уның хистәрен тағатыуын ҙур диҡҡәт менән тыңланым.
Өмөтләндергәне
– Милләтемдең киләсәге яҡты булыр тип өмөтләнәм. Ул үҙ асылына ҡайтып, йолаларҙы дауам итер, үҫер, сәскә атыр. Йәштәр өмөтлө. Һуңғы йылдарҙағы алға китеш күҙгә күренеп тора. Боронғо исемдәр ҡушыу, туғанлыҡ, дуҫлыҡ, халҡым, тип йәшәү кеүек төшөнсәләргә ҡайтһаҡ, милләтте һаҡлап алып ҡалырбыҙ. Шәхесте күтәрә белергә кәрәк. Милләт шәхесте күтәрһә, шәхес милләтте күтәрә. Әлбиттә, иҫән сағында улар бик күтәрелмәй ул. Шәхестәр киләсәктең ниндәй булырын алдан тойомлай белеүе, йүнәлеш бирергә тырышыуы арҡаһында, бер ҡайҙа ла һыйышмай. Шуға уларҙың иҫән сағында ҡәҙере булмай. Шәхестәрҙе фани донъянан киткәндән һуң күтәреү, тарихтан табып алыу – һуңғы йылдарҙа күҙгә бәрелеп торған күренеш. Әгәр ҙә ейәндәрем, ейәнсәрҙәрем башҡортса һөйләшһә, үҙемде башҡорт тип һанармын. Шөкөр, мин башҡорт ейәндәрен үҫтерәм. Мин – башҡорт, тип берәү ҙә маҡтана алмай, әгәр ейәне башҡорт булмаһа. Әгәр мин башҡорт икәнмен, был минең түгел, ә әсәйемдең, өләсәйемдең ҡаҙанышы. Ә минең башҡортлоғом ейәнемдә күренә. Өс йәшлек ейәнсәрем Айсулпан башҡорт көйөн ишеткәндә бейеп китә икән – был бәхет бит! Ете йәшлек Айназам «Һай, Балҡантау, Балҡантау!» тип думбырала уйнап ҡобайыр әйтеп ултыра икән – тимәк, бушҡа йәшәмәгәнмен. Ошолар бөтәһе лә мине өмөтләндерә.
Аптыратҡаны
– Булмағанды бар итеп күрһәтеү, уйламаҫтайҙы бар итеп һөйләү аптырашҡа ҡалдыра. Һин иң элек үҙ намыҫың алдында яуап тотаһың. Был ҙур тойғо! Диндә лә шулай. Дини тәғлимәт намыҫ алдындағы яуаплылыҡҡа ҡоролған. Тормошта ниндәй генә аптырарлыҡ хәлдәр булһа ла, мин уларҙы һынау тип ҡабул иттем. Был яҙмыштың ғына түгел, тәбиғәттән, Хоҙайҙан килгән һынау. Уны үтә алһаң, тимәк, артабан алға китәсәкһең. Әммә киләһе һынауҙың тағы ла ҡеүәтлерәк булыуы ихтимал. Ҡаушап ҡалырға ярамай. Бөтә һынауҙарға ла әҙер булырға кәрәк, һәр хәлдә, юғалып ҡалмаҫҡа. Серле тормош беҙҙе ян-яҡлап һынай. Әҙер булайыҡ! Кеше тәғәйен кәңәште ҡабул итмәй, әммә балаларыма әйтә киләм, әйтәм. Йәш милләттәштәремә лә, тормош – көрәш, аптыранып ҡалмағыҙ, тип әйткем килә. Йәнә лә зарланырға, кешенең тәртипһеҙлеге өсөн көйөргә кәрәкмәй. Кешене үҙгәртеп булмай. Fәҙәтте тәрбиәләп була, холоҡто – юҡ. Тәрбиәнең әһәмиәте бар. Холоҡто үҙенең ҡалыбында төҙәтеү өсөн йүнәлеш бирергә кәрәк.
Яҡты һағышҡа һалғаны
– Был йәштә һағыш була инде. Фани донъянан киткән хәлдә лә бушҡа йәшәмәнем тигән уй бар: бөтәһе лә тороп ҡала, әммә һине дауам итерлек балаларың булыуы, эшең ҡалыуы күңелде йыуата. Китеүҙе лә фажиғә итеп ҡабул итмәйһең. Әгәр ҙә мин үҙем менән милләтемдең дауамына нөктә ҡуйып китһәм, әлбиттә, был яҡты һағыш булмаҫ ине. Диҡҡәттең хушлашҡандағы һуңғы һүҙе: «Балаларым өсөн мин тыныс!» Минең бөтә йәшәү маҡсатым – ошо тыныслыҡты боҙмау. Балалар ҙа, атайҙарының ошо һуңғы һүҙен тотоп, уның йән тыныслығын һаҡлай – был маҡсатым тормошҡа ашты, тигән һүҙ. Кеше донъяға өс бурыс менән тыуа, тип уйлайым. Тәбиғәт алдындағы бурыс – уның байлығын һаҡлау, ишәйтеү. Унда ла өлөшөм булғандыр. Журналист булараҡ, тәбиғәт байлығын әләф-тәләф итеүҙән һаҡлап, Диҡҡәт күтәргән проблемаларҙы дауам иттем. Кешелек донъяһы алдындағы бурыс – ишәйтеү. Балалар ишле булды. Үҙебеҙҙе ҡабатлау ғына түгел, ә ишәйтеү яғына ла хеҙмәт һалдыҡ. Милләтем алдындағы бурыс. Милләт – тәбиғәт бүләге. Уны һаҡлау, Ер йөҙөнән юҡ итмәү юлында мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышам. Башҡорт дәүләт университетында бик матур күңелле, дәртле, маҡсатлы һабаҡташтарым булды. Улар менән биш йыл һайын осраша инек… Хәҙер байтаҡтары фани донъянан китте. Әммә иҫкә алған саҡтарҙа фәрештә кеүек саф күңелле, ихлас, моңға ғашиҡ, иҫ китмәле сәмсел, тырыш, илһөйәр булып күҙ алдына баҫалар. Курсташтарымдан уңдым. Рәшит Шәкүр, Миҙхәт Мәмбәтов, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Сәбилә Сөләймәнова, Сания Әхмәтова, Сибәр Дәүләтшина һәм башҡа һабаҡташтарымдың һәр береһе үҙ урынында, халҡым, тип янып йәшәгән кешеләр булды. Унан һуң аралашҡан кешеләребеҙ… Диҡҡәткә һәр ваҡыт матур күңелле кешеләр тартылып торҙо. Әнүр Вахитов, Ким Әхмәтйәнов, Шакир Бикҡол, Рәми Fарипов, Рәшит Солтангәрәев, Рафаэль Сафиндар һәм башҡа бик күп шиғри күңелле, яҡты хисле кешеләрҙең ғаиләләре менән аралашып йәшәнек. Улар барыһы ла һәм, әлбиттә, Диҡҡәт тә бик иртә китте. Бөгөн иҫән булһындар ине. 60-сы йылдарҙа хыял итергә лә баҙнатыбыҙ етмәгән замандар тыуҙы ла бит… Йөрәктәрҙә һағыш булып урынлашҡан ошо йылдарҙы иҫкә алғанда, ысынлап та, ниндәйҙер яҡтылыҡ сағылып киткәндәй. Халҡыбыҙҙың алтын улдары ине улар. Ҡалай матур кешеләрҙең уй-хыялдары солғанышында йәшәлгән. Яҙмышымдағы ошондай яҡты һағыш өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен.
Хәүефләндергәне
– Халыҡтың ер йөҙөнән юғалыу ғына түгел, йотолоу ихтималлығы хәүефләндерә. Беҙ ҡатнаш ғаилә ҡороп, таланттарыбыҙҙы йотторабыҙ. Кешеләр генә түгел, донъя йөҙөнән халыҡтар ҙа юғала. Ә йотолоу – бик хәүефле нәмә. Юғалыуҙан, йотолоуҙан хәүефләнергә кәрәк. Милләтһеҙ балаларҙа милли традиция, үҙаң юғала. Ә ундайҙар тормошҡа яраҡһыҙ, бер милләткә лә хеҙмәт итмәй. Был башҡорт халҡына ғына түгел, ә башҡа милләттәргә лә ҡағыла. Күп һанлы рус халҡына ла янай был ҡурҡыныс. Ошо хәүефтән килеп тыуҙы ла «Тормош һабаҡтары» дәреслеген әҙерләп, балаларға уҡытыу идеяһы. Хәҙер мәктәптәрҙә «Тормош һабаҡтары»на аҙнаһына бер сәғәт бирелгән, әммә ҡайһы бер мәктәптәр уны ла тулыһынса файҙаланмай. Балаларға рухи тәрбиә биреүҙә был дәрестең әһәмиәте бик ҙур.
Дәртләндергәне
– Яңыраҡ автобуста бер егет урын бирҙе. Рәхмәт, тинем. «Апай, мин «Тормош һабаҡтары»н уҡыным бит», – ти. Һоҡланып ҡарап торҙом ул балаға. «Арғымаҡ» китабы сыҡҡас, уны халыҡ яратып ҡабул итте. Архитектор Рудоль Әүсәхов, өс тапҡыр уҡып сыҡтым, тигән. Хеҙмәтеңдең емешен күреү, тойоу дәртләндерә. Ҡаршы сығыусылар ҙа дәрт өҫтәй хатта. Үҙеңә дошман булған кешеләрҙе лә ҡуҙғатҡас, битараф ҡалдырмағас, тимәк, хәрәкәт бара.
Шатландырғаны
– Ейәндәремдең бөтәһе лә «Тормош һабаҡтары»н уҡый. Улар шуның буйынса һорау бирә – был үҙе ҡыуаныс. Әле улар өләсәләренең автор икәнен аңлап та етмәй, әммә күңел биреп был фәнде өйрәнә. Балаларҙың уңышы үҙемдекенә ҡарағанда ла күңеллерәк. Улар мине шатландыра. Ғәмәли башҡарылған эш дәрт өҫтәй. Әле уҙғарылған Шәжәрә байрамдарының нигеҙе лә «Тормош һабаҡтары»нда һалынғайны. 16 йыл элек мәктәптәрҙәге Шәжәрә байрамдарында ҡатнашҡан бар ине. Үҙ тәҡдимдәрең, идеяларың нигеҙендә башҡарылған эш шулай уҡ ҙур шатлыҡ ул.
Борсоғаны
– Шәжәрә байрамдарында булғанда, шәжәрәләрҙә башҡорт исемдәрен интернациональ булғандары, аҙаҡ бөтөнләй ят исемдәр алыштырыуы борсой. Йәштәргә Шәжәрә байрамы бар ни, юҡ ни кеүек булып китә. Рус телендә һөйләшеп, аралашып йөрөйҙәр. Был бик борсорлоҡ күренеш. Боронғо бөйөктәребеҙҙең, затлы әһелдәребеҙҙең бөгөн дауамы ҡалмауы бик борсой. Ни тиклем белем, яҡты зиһен, моңло тауыш үҙебеҙҙең халыҡта һаҡланмай, ситкә киткән. Шәжәрә ағасының емештәре ят баҡсаға төшөүе мине бик тәрән борсой, үҙәгемә үтә, әсендерә. Милләтебеҙҙең сафлығы, ихласлығы ситтәргә һалынмаһын ине, тим. Милләттәштәребеҙҙең сит илдәргә китеүе ныҡ борсой. Башлы башҡорт иленә хеҙмәт итһен ине ул. Сит илдә солтан булғансы – үҙ илеңдә олтан бул, тигән мәҡәлде үҙемсә аңлайым. Сит илдә әллә кем булһаң да – һин унда ситтәргә хеҙмәт итәһең, тимәк, һин – хеҙмәтсе, олтан. Ә үҙ илеңдә үҙ халҡыңа хеҙмәт итеү – ул солтанлыҡ. Үҙ илеңдә йәшәү, көсөң түгеү үҙе бәхет түгелме ни?! Телдең ярлыланыуы бик борсой. Ландыштар тип йыр йырлайҙар. Нишләп ландыш булһын – ынйы сәскә бит ул! Ана шул рәүешле баланың теленән матур һүҙҙәр, атамалар төшөп ҡала. Шағиристар ундай һүҙҙәрҙе ҡулланып йыр яҙып, телде ярлыландыра. Шуға күрә уларҙы шағир тип тә атамайым. Бай, һутлы, матур телебеҙ бөгөн дә ҡурсалауға мохтаж. Лариса АБДУЛЛИНА яҙып алды. «Йәшлек» http://www.yeshlek-gazeta.ru/2008/03/29/ujjylyp-ta-kiter-ete-ujj.html
Отправлено 30 Март 2008 — 10:06
Мәрйәм апайҙың әйткәндәренең ҡай бер урындарын, күренеп торһон өсөн ҡара менән билдәләйем тинем дә, был уйымдан кире ҡайттым, сөнки бөтә мәҡәләне тотош билдәләргә тура килер ине. Һәр һөйләме ихтибарға лайыҡ, күңеленең милләтебеҙҙең тормошо өсөн һыҙланыу-яныуҙары менән һуғарылған! Күптән бер уйым бар. Форумыбыҙға милләтебеҙҙең мәртәбәле ағайҙарыбыҙ-апайҙарыбыҙҙы саҡырып аралашырға. Әйтәйек, ошо темаға, Мәрйәм апайға һәр кемебеҙҙе борсоған һорауҙарыбыҙҙы яҙһаҡ, һорауҙар йыйылғас, ул ваҡыт табып яуаптар бирмәҫ ине микән?!. Ғәзим ағайҙы саҡырырға була. Башҡа, Мәрйәм апай, Ғәзим ағай кеүек тура әйтергә ҡурҡмаған кешеләребеҙ етәрлек бит! Нисек уйлайығыҙ? Улар яҙған-әйткәндәре бушлыҡҡа түгел, беҙгә төбәлгән, беҙ битараф ҡалмағас, тимәк «осрашырға» риза булырҙар ул.
Отправлено 31 Март 2008 — 12:38
Мин ризамын
Отправлено 22 Апрель 2009 — 12:54
30 апрелендә сәғәт 19.30 «АРҒЫМАҠ», «Тормош hабаҡтары» китаптарының авторы Мәрйәм Сәбирйән ҡыҙы Бураҡаева менән осрашыу була. Килергә теләүселәр 8-9053585710 телефоны буйынса Тимур Мохтаровҡа шылтыратығыҙ. Адрес: Өфө ҡ., Заки Валиди, 7а (УКСИВТтың Уҡытыу үҙәге, «Батыр» кафеһының артында). Ойоштороусы: «ТУFАН ТЕЛ» клубы http://bashqort.com/site/index.php?option=com_content&view=section&layout=blog&id=11&Itemid=97 Китаптың онлайн версияһын бында уҡырға була: http://bashqort.com/site/index.php?option=com_content&view=category&id=55:hikejeler&Itemid=92&layout=default
Отправлено 05 Май 2009 — 01:49
30 апрель көнө «Туған тел» клубында яҙыусы, педагог һәм журналист Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның мемуар-эссе жанрында яҙылған «Арғымаҡ» китабы буйынса осрашыу үтте. Әңгәмә барышында клуб ағзалары һәм ҡунаkтар Мәрйәм инәйзән үҙҙәрен ҡызыҡындырған һорауҙарына яуаптар алды, Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы ҡатмарлы булған мәсьәләләргә етди тәҡдим-яуаптар ҡайтарҙы. Без Мәрйам инәйгә ҙур рәхмәтлебеҙ! Һәм киләһе осрашыуҙарҙы көтөп ҡалабыҙ! Был осрашыу «Туған тел» клубының тәүге акцияһы булды.
Отправлено 05 Май 2009 — 10:01
30 апрель көнө «Туған тел» клубында яҙыусы, педагог һәм журналист Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның мемуар-эссе жанрында яҙылған «Арғымаҡ» китабы буйынса осрашыу үтте. Әңгәмә барышында клуб ағзалары һәм ҡунаkтар Мәрйәм инәйзән үҙҙәрен ҡызыҡындырған һорауҙарына яуаптар алды, Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы ҡатмарлы булған мәсьәләләргә етди тәҡдим-яуаптар ҡайтарҙы. Без Мәрйам инәйгә ҙур рәхмәтлебеҙ! Һәм киләһе осрашыуҙарҙы көтөп ҡалабыҙ! Был осрашыу «Туған тел» клубының тәүге акцияһы булды.
К сожалению. не получилось попасть 30-го, в этот четверг обязательно пойдем, алла бирхэ