[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
ЖКХ нисек уҡыла ул? | Новости » Слово автору |
Сәләм, ҡоҙа!.. ЖКХ нисек расшифроваться ителә, уҡыла ул?.. Беҙгә шуны аңлатып хат яҙ әле. Юғиһә, ҡоҙасаң менән шул арҡала тағы тәмһеҙләштек. Ул әйтә: “Жить Кому Хорошо”, ти. Мин әйтәм:” Жить Кому Х…во”, тием. Китте талаш. — Дакажи, — ти ҡатын (ул урыҫса белә — йәне көйһә, ошо телдә һөйләшә башлай). — Пжалыста. Оглашу вис списк… Мәҫәлән, Мәсетле районы Әлегәҙ ауылы “Йәштәр” урамындағы ятаҡта йәшәүселәргә ЖКХ бухгалтерияһы йылытыу предприятиеһынан килгән бурысты кеше башына бүлеп түләтә. — Дөрөҫ эшләгәндәр, — ҡатыным бухгалтер кеүек миңә ҡараны. — Һинеңсә, нисек булырға тейеш? — Тариф буйынса түләнергә тейеш. Закон буйынса. Ә дөйөм сумманы бөтәһенә лә сәпәргә ярамай. Йәки, Алкино-2 ауылында йәй буйы йылы һыу трассаһында ремонт эшләйҙәр. Ә халыҡтан “йылы һыу менән тәьмин иткән өсөн” тип шул осор өсөн аҡса түләттерәләр. Тағы миҫал, ЖКХ договор буйынса йорттарҙы, лифт, почта йәшниктәрен төҙәтеүле тоторға, подьездарҙы аҙна һайын йыуырға, тәҙрәләр ватылмаған булырға тейеш. Сөнки, шуның өсөн аҡса ала. Ә ғәмәлдә, Белореттың ООО УК «Жилище», ООО УК «Жилкоммунсервис», Стәрлетемаҡтың ООО УК «ТЖХ», ООО «Башжилиндустрия», ТСЖ «Хозяин» — килешеүҙә ҡаралған был пункттарҙы һанламай… — Шунан, нимә әйтмәксеһең? — ЖКХ – “Жить Кому Х…во”… — Түгел! Был ғына даказетельства түгел. Икенсе миҫал килтер… — Ишембай, Миәкә, Ҡалтасы райондарының ЖКХ-лары ауылдарҙа эшләүсе уҡытыусыларҙы, медицина хеҙмәтсәндәрен талай. Йәғни, уларға торлаҡ- коммуналь өсөн түләүгә компенсацияһы булыуына төкөрөп тә бирмәйҙәр. ЖКХ законды боҙоп уларҙың 6 млн. һумын аҡсаһын үҙ кеҫәһенә һала. Ғөмүмән, был хужалыҡ быйыл ғына 3 меңдән артыҡ закон ҡалыбынан сыҡҡан эш ҡылғандар… Ниңә өндәшмәйһең? — Хуть әллә нимә әйт – һиңә ышанмайым. — Ә кемгә ышанаһың? — Кемгәме?.. Мәҫәлән, ЖКХ Фондына. Улар белә ЖКХ-ның нисек уҡылғанын… — Әлбиттә, белә. Сөнки, уларҙың түрәләре өсөн ЖКХ — “Жить Кому Хорошо”!.. — Ә-ә, бирештеңме?.. — Бирешмәй ҡайҙа бараһың… 97 кешенән торған был фонд, мәҫәлән, 2008 йылда 340 млн. һумдан ашыу аҡсаны “ашай”. Бер йыл эсендә генә 235 млн. һумды үҙҙәренә эш хаҡы итеп ала. Шулай булғас, улар өсөн ЖКХ “Жить Кому Хорошо” — Һин һүҙҙе ситкә борма, таны: ЖКХ “Жить Кому Хорошо”? – шулаймы? — Унда ултырған түрәләргә шулай. Ә ябай халыҡ өсөн ЖКХ – “Жить Кому Х…во”!.. — Һин Жириновский кеүекһең – үҙеңдекен һөйләп тик тораһың!.. – ҡатын шартлатып ишекте ябып сығып китте. Был кис мин закунный ҡатыным була тора тороп… ҡатынһыҙ йоҡланым. Шунда, кис йоҡлай алмай ыҙаланғанда, ЖКХ-ның нимә икәнен аңланым: ҡатын эргәңдә булһа — “Жить Кому Хорошо”, ә ҡатын булмаһа – “Жить Кому Х…во” Нисек уйлайһың, ҡоҙа, ЖКХ шулай уҡыла түгелме?..
Сулейман Латыпов |
|
| Напечатать | Комментарии (0) |
(голосов: 2) |
[17 ноября 2010] | Просмотров: 43 Автор: nabludatel | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{allpages}