[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей! |
Абдулхаҡ Игебаев – халыҡ шағиры | Новости » Литература |
Башҡортостан Президентының Указы менән күренекле әҙип Абдулхаҡ Игебаевҡа «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән юғары исем бирелде. Шағир Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуып үҫкән. Уның шиғырҙары 1948 йылдарҙа уҡ республика баҫмаларында донъя күрә башлай. 1954 йылда Абдулхаҡ Игебаевтың тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы – тыуған яғын данлаусы лирик шағир ғына түгел, балалар ижадында ла әүҙем эшләгән әҙиптәрҙең береһе. Ул – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, «Салауат Юлаев» ордены кавалеры. Абдулхаҡ Игебаев – халыҡ шағиры исемен алған ун икенсе әҙип. |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | |
[12 июля 2010] | Просмотров: 418 Автор: admin | Оцени статью! Наведи на шкалу! |
{allpages}