Ҡыҙ тауы » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru

Новости » Слово автору
Зөлфәт Болғар тупрағында Ҡыҙ тауы бар, Был хәл булған Болғар баш саҡта. Аҡһаҡ Тимер яуы килгән саҡ был, Дөрләгән яу төрткән усаҡтар. Һәм өйөлгән хәрби ҡоролмалар — Тимер яҡын килмәҫ тау үҫкән! Ниңә Ҡыҙҙар Тауы! Яугир ҡыҙҙар Һөңгө-уҡ серенә ирешкән! Һәм еңгәндәр улар Тимер яуын, Уңға-һулға сөйөп таратҡан. Ә Тимер-хан — ҡыҙҙы күреп ҡалған! Һәм шул күреүендә яратҡан! Бойорған ул: уҫал ошо тауға Турап-ырғып, тулап үтергә! Иң мөһиме — ошо ҡыҙҙарҙың Сибәр башлығын ҡол итергә! Тимер хандың ныҡлы яугирҙәре Ябырылған тауға ташҡындай! Болғар ҡыҙының да ҡаны ҡыҙған — Ул еңергә бары ашҡынған! Һәм ҡыҙ еңгән! Сибәрлеге менән! Инде еңелер саҡ килгәндә, Хан алдына ул сығып әйтеп ҡуйған: — Сибәр ҡыҙҙы, йә, ең, ир бәндә! Гүзәллектән Тимер телһеҙ ҡалған. Һәм кирегә борған ул яуын. …Ҡылғандарын елдә тирбәлдереп, Һаман ҡалҡып тора Ҡыҙ тауы…

2003

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[22 февраля 2011] | Просмотров: 169 Опубликовал: admika Оцени статью!

Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

{allpages}

Комментарии 0