Байрамдар календаренә күҙ һалырға булдым. Баҡһаң, бөгөн Бөтә донъя бәҙрәфтәр көнө икән! Мине был тема ҡыҙыҡһындырҙы.Беренсе тапҡыр был үҙенсәлекле дата донъя йәмәғәтселеге тарафынан 2002 йылдың 19 ноябрендә билдәләнгән. тап шул көндән бер йыл элек 2001 йылдың 19 ноябрендә Сингапурҙа бәҙрәфтәр проблемаһына бағышланған халыҡ-ара коференция уҙғарыла. Унда Азиянан,Европанан һәм Төнъяҡ Американан 200-ҙән ашыу 17 милли бәҙрәф ассоциация вәкилдәре ҡатнаша. Ни өсөн сингапур? Сөнки ул үҙендәге бәҙрәфтәрҙең таҙалығы менән дан алған. Һөҙөмтәлә Бөтә донъя Бәҙрәф ойошмаһы һәм ошо байрам барлыҡҡа килә.ни генә тиһәләр ҙә, бәҙрәф кеше тормошонда мөһим роль уйнай. әлбиттә, был хаҡта бик һирәк һүҙ ҡуҙғатыла, әммә беҙ йәшәгән ерҙәрҙә туалет культураһы насар кимәлдә. Йәмәғәт бәҙрәфтәре селтәре бик насар ғына түгел, бөтөнләй ойошторалмаған тиерлек. үҙем йәшәгән ҡаланы алайым. бары ике урын ғына беләм: автовокзалда һәм баҙарҙа. тәүгеһендә хаҡ күпмелер,икенсеһендә — ике һум илле тин(минеңсә, ҡыйбат түгел.)былай кеше керерлек. бүтән ерҙә юҡ. Йөҙ меңгә яҡын кеше йәшәгән ҡала өсөн был бик аҙ. ә бит бәҙрәф селтәрен булдырыу кәрәкле генә түгел, килемле лә булырға мөмкин. Эшҡыуарҙарҙың иғтибарын ошоға йүнәлтеү һәйбәт булыр ине.Дөйөм алғанда, туалет һәр кеше өсөн айырым йөкмәткегә эйә. мин әйтер инем, уның ниндәй хәлдә(таҙамы, юҡмы, һәм башҡаһы тигәндәй) булыуына ҡарап кешенең шәхесе хаҡында ла һүҙ йөрөтөргә мөмкиндер. Телевизорҙан барған рекламаларҙың да төп геройҙарҙың береһе ул бит! Хужабикәләр бәҙрәф таҙартыу сараларының ниндәйе яҡшы тип, бәхәс ҡуҙғата торған. Минең фекерем — үҙен хөрмәт иткән кеше бәҙрәфен дә хөрмәт итергә тейеш. уның таҙалығы, бөхтәлеге — хужа кешенең йөҙө лә.ә инде йәмәғәт туалеттарына килгәндә, уларҙың селтәрен киңәйтеү мәсьәләһе бик актуаль, минеңсә. Был хаҡта, йәмәғәттең фекерен ишетәһе килә.
http://ajzada.ucoz.ru/
|