Новости » Слово автору | ||
УКРАИНА … Украина утта ҡалғанмы ни? Киев ҡалғанмы ни ялҡында? Кемдәр унда илде яҡлайым тип,Хәбәр һата боҫоп, балкондан … Кемдәр унда газлы итәм тиеп, Тонсоҡтормаҡ була халыҡты?!. Олимпия уты тоҡанғанда, Көтөп кенә тороп һил саҡты, Кемдәр унда юха йылан төҫлө, Йөрәк аша үтә йөрәккә?! Кемдәр беҙгә БЫЛ быуатта йәнә Уяулыҡты яттан өйрәтә?! Украина ере … Хәтерендә, СОВЕТ кешеһенең аңында Торонбаштан сәскә атҡан гөлдәр Ҡырыҡ биштең яҙғы таңында! Оксананың * тыуған яғы бит ул, Ул туғандаш халыҡ Ватаны! СССР-ҙың барлыҡ балалары Шевченконы уҡып, ятланы. Украина … Һинең халҡың, ана, Рәсәй! тиеп ҡабат ант итә. Нисәнсе көн илдең сиктәренән Колонналап һиңә танк үтә … Украина … Һинең кешеләрең Рәсәй! тиеп ҡабат ант бирә. Тынғылыҡты юғалтҡандар ғына Тыныс тормош көҫәп тилмерә. Украина, һин бит окраина, Рәсәй дәүләтенең бер сите. Һин шуға ла йәндә кеүек инең, Һин һәр ваҡыт булдың бер китек … Украина, тиһәм үкереп илағандар Ишетелә әллә шуғамы? Майҙандарҙа бөгөн атылғандар . Рәсәй халҡының да туғаны Яҡшы менән яман көрәшендә . Яман ысҡынғандай бигенән Һине үртәгәндәр, беҙгә тоҫҡап, Бомба һалған илдең сигенә … Оксана — М. Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәренән героиня.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[2 марта 2014] | Просмотров: 2638 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}