Новости » Слово автору | ||
Факиһа Туғыҙбаева, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Эй яҙмышым минең — Башҡортостан Башҡортостан, Һине аңлау өсөн, Далаларың кеүек киң күңелле, Йылғаларың кеүек моң-һағышлы, Урмандарың кеүек бейек, серле Булыу кәрәк, Ерем — Башҡортостан! Башҡортостан, Һине аңлау өсөн, Илкәйем, тип, ярһып, ҡылыс болғап,- Дауам иткән шулай нисә быуат,- Һинең менән бергә яу сабырға, Дарға аҫылырға, сабылырға, Үлдем тигәс, ҡабат терелергә, Урал батыр булып әүерелергә Кәрәк, Эй яҙмышым минең Башҡортостан! Йырҙарыңды ергә күмһәләр ҙә, Ҡурай булып сәскә атҡан йырың, Йырҙарыңды ҡыра алмай ҡырғын! Телкәйеңде ҡырҡып алһалар ҙа — Үткерлеге уның ҡылысыңда, Ә ҡылысың һәр саҡ ҡул осонда Булған борон, Утта янмаҫ, Һыуҙа батмаҫ йырым минең — Башҡортостан! Һәр бер көнөң моңдоң өнө, гүйә. Аҡһаҡалдарыңдың аҡылы ла, Сабый хыялының ялҡыны ла, Хәләл икмәк менән хәләл тоҙоң, Һүнгән, балҡыясаҡ һәр йондоҙоң — Йәншишмәләй генә моңдарыңда. Уттан сыҡҡан өсөн һәр бер һүҙең, Һәр һүҙеңдә балҡый яҡты йөҙөң,
Эй тормошом минең — Башҡортостан!
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[21 февраля 2011] | Просмотров: 3 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}