Новости » Слово автору | ||
Лариса Абдуллина***Яңы йылды көтөү , ымһыныу юҡ,Ышаныс юҡ мөғжизәләргә.Әйләнгәндәй байрам шау-шоуҙарға,Шарҙай шартлай вәғәҙәләр ҙә.Әле былтыр ғына , юҡ, юҡ, кисәӨмөт менә көткән Яңы йыл,Көҙҙәремдән ап-аҡ сәскә атып,Ҡаршы алмай никтер тик быйыл.Бала саҡта тороп ҡалды микәнҠыш бабайға ихлас ышаныуЯңы йылды көтә башлай инекҒинуарҙан уҡ, шул уҡ ҡыштан уҡ.Улдарыма баҡһам, бер яҡтылыҡКүҙҙәренән күсә йәнемә.Битарафлыҡ баҫҡан үҙем йәлме,Шул ышанған улдар йәл микән..Күстәнәстәр көтөп, теләк әйтеп,Сабышалар, ҡарҙы бөркөтөп.Улар ғына төҫ биргәндәй көнгәБаҫҡан миҙгелдәрҙе өркөтөп. Ҡыш бабайҙы күрҙем, ти бәләкәс,Ҡарһылыуҙы эҙләп ҡайтҡандар.Ә бит мин дә шулай алыҫ ҡыштаТеләгәнде күреп ҡайтҡан бар.Улдар һөйләй.Ошо эскерһеҙлекАлбырғатып кире терелтә.Мөғжизәһеҙ мәлмеМин уларҙы Мөғжизәләр тиеп йөрөтәм.Саф күңелле бала ышанғанда,Тыумаҫ тимә, тыуыр мөғжизә.Тәртиптәр ул календарҙа ғына,
Хыялдарҙа булмай тәртиптәр.
|
||
| Напечатать | Комментарии (1) | ||
[15 марта 2011] | Просмотров: 284 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}