Новости » Слово автору | ||
Роберт МиңнуллинТағы ла һеҙҙе ҡотлайым,Тик көлмәгеҙ бер үк һеҙ:Сөнки йыл да бер үк йыр бит,Бер үк ҡотлау, бер үк һүҙ.Йыл һайын әйтелә торғанШул уҡ бер теләк инде.Йыл һайын бирелә торғанШул уҡ бер бүләк инде…Былбылдарҙы ла уҙҙырыпЭй һайраған булабыҙ,Һүҙҙәрҙең иң матурҙарынЭй һайлаған булабыҙ…Эй ярарға тырышабыҙ,Эй булышҡан булабыҙ.Һеҙ ышанған булаһығыҙҙыр,Беҙ тырышҡан булабыҙ.Ныҡлабыраҡ ҡарағанда,Һеҙ бик гүзәлдер әле.Һеҙҙең ирҙәрегеҙ һеҙгәНисек түҙәлер әле.Һеҙҙең йәнегеҙ матурҙыр,Һеҙҙең хистәр — миллиҙер.Һеҙ һылыуҙыр, бик нәфистер,Һеҙ бик нескә биллелер.Һеҙгә әле ун һигеҙҙер,Һеҙгә инде иллелер…Беҙҙең сибәр ҡыҙҙарыбыҙИллелә лә еллелер.Һеҙ әле Ләйлә шикеллеҺөйҙөрә беләһегеҙ.Күптән һүнгән хистәрҙе ләКөйҙөрә беләһегеҙ.Яратыуҙың әллә ниндәйБеләһегеҙ серҙәрен.Ул серҙәрҙең әллә ниндәйБеләһегеҙ төрҙәрен.Кемдең генә ҡосағындаЯтаһығыҙҙыр инде,Абаға күк төндә сәскәАтаһығыҙҙыр инде.Тик мин белмәйем шул, һеҙҙеЯратып ҡарамағас.Һеҙгә кем кәрәктер инде — Беҙҙәр ҙә ярамағас…Ярата алмам шул индеБарығыҙҙы бер юлы.Миңә етә берегеҙ ҙә,Миңә етә бер йылы.Беҙ улай уҡ бабник түгел,Беҙ ябай ғашиҡ ҡына.Беҙ бит бабниктар янындаБер артыҡ ҡашыҡ ҡына.Шулай ҙа матур һүҙ көтәҺеҙҙең ҙур, матур күҙҙәр.Ярар, тәбрикләйем һеҙҙе — Күп беҙҙә матур һүҙҙәр!Дан йырлайым бөгөн фәҡәтКүҙҙәрегеҙҙә генә,Дан йырлайым алма кеүекЙөҙҙәрегеҙгә генә,Ирендәрегеҙгә генә,Ҡулдарығыҙға ғына…Иң тәмле һүҙҙе әйтермен
Ҡолағығыҙға ғына.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[24 февраля 2011] | Просмотров: 561 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}