Новости » Слово автору | ||
Зөлфәт Үткәндәрҙәнме был: «Кәк-күк! Кәк-күк!» Бөгөнгөнәнме был: «Кәк-күк! Кәк-күк!» Киләсәктәнме был: «Кәк-күк! Кәк-күк!» …Тынып ҡалды Иҙел ҡултығында Аҡсарлаҡтар һәм һыу ҡыҙҙары. Тынып ҡалды шыршыларҙың ҡаны — Гәрәбәләй аҡ һағыҙҙары. — Кәк-күк! Теҙҙәремә башың һалған килеш, Һин дә тынып ҡалдың. Ҡулыңда Һыңар тажы ҡалған сәскә тынды Һәм күктәрҙән иңде моң ғына: — Кәк-күк! Сәғәт эсенә үк ҡасты ваҡыт. Осоп барған йондоҙ туҡтаны. Айсбергтар һымаҡ өнһөҙ ҡалды Иҙелдең аҡ пароходтары… — Кәк-күк! Болоттарҙан төшөп килгән тамсы Ярты юлда ҡалды эленеп. Самолеттар — шыршы уйынсығы. Ошо өнһөҙлөккә күмелеп: — Кәк-күк! Туҡтап ҡалды кәфен киҫкән ҡайсы, Һәм капсюлгә тейәр-теймәҫтән Туҡтап ҡалды саҡма. Тын урмандың Түрендәге яңғыҙ миләштән: — Кәк-күк! Приговорға ҡуйылаһы имза Баш хәрефтә ҡалды. Үрмәләп Нәҡ йөрәккә килеп еткән килеш, Бөгәрләнеп тынды хыянат. — Кәк-күк! Шиғыр инде ҡанат йәйгән ине Күкрәгемдән осоп китергә. Ел һыйынып тынды ҡанатына. Ашыҡмасы, һүҙем, иртәрәк… Кәк-күк! Ерҙе һүтеп ҡарамаҡсы булып, Формулаһын таптым тигәндә, Туҡтап ҡалды фекер… Сикһеҙлектән — Бик бейектән, бик тә тәрәндән: — Кәк-күк! Үткәндәрҙәнме был: «Кәк-күк! Кәк-күк!» Бөгөнгөнәнме был: «Кәк-күк! Кәк-күк!» Киләсәктәнме был: «Кәк-күк! Кәк-күк!» Туҡтай ғына күрмә, Кәккүк! Кәккүк!
1976
|
||
| Напечатать | Комментарии (3) | ||
[21 февраля 2011] | Просмотров: 242 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}