Новости » Слово автору | ||
Зөлфәт Беләһегеҙ килһә, һүҙҙәр ҙә бит Нәҡ кешеләр һымаҡ аҙына — Шиғыр бит ул яҙғын һүҙҙәр менән, Аҙғын һүҙҙәр менән яҙыла! Үҙ законы уның үҙе менән — Дыуамал һүҙ тибә тәртәгә… Ул аҙынып, туғарылып йөрөй, Аҙып-туҙыу уға — мәртәбә! Бар һүҙҙәрҙең үтә тәртиплеһе — Ҡазармала иҙән йыуғаны, Командирҙың күҙҙәренә баҡҡан Күндәм, теүәл һалдат һымағы… Әммә ләкин шулар араһында Бар бит йәшереп ҡапҡа асҡаны — Токлы сыбыҡтарҙы ырғып сығып, Самоволкаларға ҡасҡаны, «Яҙыҡ ҡаҙыҡ башына!» — тип һаман Йәнбикәһен барып ҡосҡаны! Бар бит, бар бит шулар араһында Йәнен тилерткәне яҙ аңы — «Царица»ға хаттар яҙғаны һәм Мөхәббәттән шашып аҙғаны! Йәшәгәне был донъялыҡ ҡына Осор өсөн уға аҙ булып, Көрәк-көрәк йондоҙ көрәгәне, Ожмах бағтарында ҡаҙынып! Аҙғын һүҙҙәр һыймай уставтарға, Аҙғын һүҙҙәр кәртә һикерә — Аҙғын һүҙҙәр, аҙғын уйҙар ғына Әйткән һүҙҙе шиғыр иттерә!
2004
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[22 февраля 2011] | Просмотров: 323 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}