Новости » Литература | |
Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда Миңә лә ҙур бүләк бар!Ул – уйынсыҡ самолёт,Перәник һәм алтын шар.Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда Ҡымыҙы ла бар, тиҙәр.Шәхси самолётыбыҙҙаОсорбоҙ әле тиҙҙән.Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда Сувенирҙар күп кенә!Эшләһәң, эш ҡарышмай:Ятма өйҙә тик кенә!Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда –Дәүләтбәков бүләге.»Йәшлек» гәзитен алдырыу –Һәр кешенең теләге.Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда –Серле, татлы бүләк – бал!Йөрәгеңде йәшәртерлек»Йәшлек»кә яҙылып ҡал!Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда Бүләктәр күп була гел.Үҙеңдән башҡа кешенеңФәрештә икәнен бел!Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда Төймәһе, дөйәһе бар!Ҡомһоҙ булма был тормошта,Ҡомһоҙға бит урын тар.Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда –Шатлыҡ, бәхет, муллыҡтар!Рәхәтлек күреп, үҙ-ара дуҫЙәшәһен бар халыҡтар!Сәйҙә СӘЙӘХОВА,башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.Бөрйән районы,
Мәһәҙей ауылы. |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | |
[24 декабря 2015] | Просмотров: 821 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}