Новости » Литература | |
Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда –Тәмлекәстәр, бүләктәр.Ирәмәлдән алып килә Бары изге теләктәр.Аҡ һаҡаллы йомарт бабайҺелкте тылсым таяғын.Өҫтәлдәргә теҙеп ҡуйҙыБуҙа, балын, ҡымыҙын.Ҡыш бабайҙың ҙур тоғондаТөрлө-төрле емештәр.Һыра, шарап, араҡыныЭсмәһен ине йәштәр.Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда Маймыл банан кимерә.Беҙ эшләгән аҡсағаҠомһоҙ түрә һимерә.Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонанМаймыл банан һораны.Банан хаҡын әйткәйнем,Иҫе китеп ҡоланы.Ҡыш бабайҙың ҙур тоғондаМаймыл тырнай ҡолағын.Хаҡ күтәргән түрәләрҙең Борор инем ҡолағын.Ҡыш бабайҙың ҙур тоғондаКүреп ҡалдым шоколад.Яңы йылда хаҡтар төшһә,Булыр инек бик тә шат.Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда –»Йәшлек»тең һуңғы һаны.Өмөт менән тыныс атһынЯңы йылдың һәр таңы.Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда –Кәзәләргә кәбеҫтә.Яңы йылда барыбыҙға Юлдаш булһын фәрештә.Ҡыш бабайҙың ҙур тоғонда –Мандарин, алма, банан.Маймыл йылы алып килһен Бәхет, ырыҫ һәм иман.Ҡотло булһын Маймыл йылы,Донъялар имен торһон.Аҡ күңелле Ҡыш бабайҙыңТеләге ҡабул булһын.Сәүҙә ШАҺИВӘЛИЕВА.Әбйәлил районы,
Ишкилде ауылы. |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | |
[24 декабря 2015] | Просмотров: 969 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}