Абдрахман |
Литература » Песни |
Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,Егет, һалдыр эйәр ҡашыңа.Атам дуҫы тиеп ышанма, егет,Атаң дуҫы етер башыңа.Унар ғына һумлыҡ ун аҡыҡлыЭйәрең булыр, егет, ат булһа.Яҡын күргән дуҫтан яманы юҡ,
Ауыр саҡта һиңә ят булһа. |
|
4 февраля 2011 | Просмотров: 115 | Опубликовал: admika | Коммент. (0) |
Ағиҙел |
Литература » Песни |
Ағиҙелкәй ҡайҙа? Ай, туғайҙа.Ағиҙелкәй һымаҡ һыу ҡайҙа?Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары.Ағиҙелкәй һыуҙың, ай, буйҙары,Йәмле сағы уның яҙғы айҙа.
Ағым һыу, Ағиҙел буйҙары. |
|
4 февраля 2011 | Просмотров: 124 | Опубликовал: admika | Коммент. (0) |
Азамат |
Литература » Песни |
Санаға ла ектер атты, Бер әйләнеп йөрөп ҡайтайым. Алып бирсе ҡағыҙ, ҡәләм, Азаматҡа бер йыр яҙайым.Алыҫтарҙан, ай, күренгән Ирәндеккәй тауының аҡ ташы. Ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы. |
|
4 февраля 2011 | Просмотров: 170 | Опубликовал: admika | Коммент. (0) |
Ай, былбылым |
Литература » Песни |
Ай, былбылым, вай, былбылым, Ағиҙелдең ҡамышы; Таң алдынан сут-сут килә Һандуғастар тауышы.Ай, былбылым, вай, былбылым, Ағиҙелдә таң ата; Таңдар ата, өҙөлә үҙәк,
Йырлата ла илата. |
|
4 февраля 2011 | Просмотров: 152 | Опубликовал: admika | Коммент. (0) |
Айҙар ғынайым да вайҙар ғынайым |
Литература » Песни |
Айҙар ғынайым даВайҙар ғынайым.Һары һандуғасҡайым даҠара ҡарлуғасҡайым.Баҫ, баҫ, өҙә баҫ,Их, их, ҡара ҡаш!Йөрәк елкенеп торһон да
Ғүмер дәртлерәк уҙһын. |
|
4 февраля 2011 | Просмотров: 232 | Опубликовал: admika | Коммент. (0) |
Аҡ болот |
Литература » Песни |
Аҡ болотҡай менән, ай, күк болотҠара болотҡайҙы күсерә.Дармандары юҡҡа дәртле егетЙәш ғүмерен зая кисерә.Ал кәрәкмәй беҙгә, гөл булғас,
Ят кәрәкмәй беҙгә, һеҙ булғас. |
|
4 февраля 2011 | Просмотров: 119 | Опубликовал: admika | Коммент. (0) |
Аҡ сабаҡ |
Литература » Песни |
Ел өргән дә саҡта шау-шыу итәЯлан ғына ерҙең ҡайыны.Ҡысҡырып та бер йырламай тороп,Баҫып ҡына булмай ҡайғыны.Ағиҙелкәй һыуы, ай, тәрән һыу,Аҡ сабаҡтар уны буйламай.Аҡ сабаҡтар кеүек йәшәү ҡайҙа,
Донъя ҡайғыларын уйламай. |
|
4 февраля 2011 | Просмотров: 112 | Опубликовал: admika | Коммент. (0) |
Аҡһаҡ ҡола |
Литература » Песни |
Иртән дә тороп ҡараһам, ти,Аралап йөрөп байҡаһам, ти,Мундаһы бейек күк ат юҡ, ти,Алма ла сыбар дүнән юҡ, ти.Ҡарлуғас бот ҡара ат юҡ, ти,
Балауыҙ төҫлө һары ат юҡ. |
|
4 февраля 2011 | Просмотров: 171 | Опубликовал: admika | Коммент. (0) |
Алты егет |
Литература » Песни |
— Алты егет бергә килгән,Инһендәрме, еңгәкәй?Яусыларға килгән микән,Береһе бигерәк бәләкәй.— Алтыһы алмаҫ, береһе алыр,Бәләкәйен керетмә.Бишеһенән береһен һайла,
Ҡалған дүртен йөрөтмә. |
|
4 февраля 2011 | Просмотров: 112 | Опубликовал: admika | Коммент. (0) |
{allpages}