Сәғит Агиштың тыуыуына 100 йыл. Сценарий » Новости Уфы, главные новости Башкортостана / Bash-Portal.Ru
| Новости » Слово автору | ||
| Күренекле башҡорт яҙыусыhы, Башҡортостан Республикаhының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияhы лауреаты Сәғит Агиштың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән Хәтер hәм ҡәҙер кисәhенең сценарийы.(30 минутлыҡ)Сәхнә түрендә Сәғит Агиштың портреты hәм 100 йыл тип яҙылған.Ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйө (Ырымбурға бәйле көй булhа, бигерәк шәп) яңғырай. Алып барыусы сыға.Алып барыусы. Хәйерле кис, хөрмәтле әҙәбиәт hөйөүселәр!Донъяла ваҡыттан да оҙон нәмә юҡ. Ни өсөн тигәндә – ул мәңге. Ваҡыттан да ҡыҫҡа нәмә юҡ. Сөнки кешенең был фани ғүмерендә бары бер мәл генә. Кеше ғүмере өсөн ваҡыт сикле икән, йыhан өсөн ул икhеҙ-сикhеҙ.Зарыҡтырған да ваҡыт, үкендергән дә ваҡыт, тиҙәр. Әммә ваҡыт менән дә ярышыр көс бар. Ул да булhа – әҙәбиәт. Яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа, татыулыҡҡа әйҙәр әҙәбиәт hәм, әлбиттә, бар булмышы менән шул әҙәбиәт Fали йәнәптәренә хеҙмәт итер әҙип. Талантлы әҙип ижадында заман йөҙө ваҡыт юя алмаҫлыҡ итеп мәңгеләштерелә.Күренекле башҡорт яҙыусыhы, Башҡортостан Республикаhының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияhы лауреаты Сәғит Агиштың да исеме уның ғүмере сиктәре аша үтеп, бөгөнгә килеп етте. Уның тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап йыйылған бөгөнгө ҡоробоҙ шуның асыҡ дәлиле.Хәтер hәм ҡәҙер кисәhен асыу өсөн hүҙҙе Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараhы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияhы лауреаты hәм Сәғит Агиштың яҡташы Рауил Бикбаевҡа бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ, Рауил ағай!Рауил Бикбаев hөйләй.Алып барыусы. Сәғит Агиштың замандаштары hәм дуҫтары: Fәлимов Сәләм, Мөхәмәтйәров Хәй, Сәләх Кулибай, Сәғит Мифтахов, Баязит Бикбай, Рәшит Ниғмәти, Сәғит Агиш… Ниндәй исемдәр! Ниндәй шәхестәр, ниндәй ижадсылар! Уларҙың барыhы ла бар булмыштарын бағышлап, берҙәй үк изге нәмәләргә – әҙәбиәткә, Тыуған илгә hәм тыуған халҡына – хеҙмәт иткән. Әммә hәр әҙиптең был тормошта үҙ тәғәйен юлы, әҙәбиәттә үҙ урыны, үҙ hүҙе бар. Башҡортостандың Яҙыусылар Союзы былтыр үҙенең 70 йәшлек юбилейын байрам иткәйне. Ошо Союздың иң тәүге ағзаларының береhе, Сәғит Агиштың тормош юлы hәм ижады хаҡында бәйән итер өсөн сәхнәгә әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы Рафаэль Аҙнағоловты саҡырабыҙ.Рафаэль Аҙнағолов С.Агиштың тормошо hәм ижады хаҡында hөйләй.Алып барыусы. Ырымбур, тибеҙ икән, hәр башҡорттоң күҙ алдына мәшhүр Каруанhарай килеп баҫа. Сәғит Агиштың да яҙмышы был данлыҡлы тарихи-архитектура комплексы менән туранан-тура бәйле. Яҙыусы 1921-1924 йылдарҙа, Fабдулла Амантай, Зәйнәп Биишева, Муса Йәлилдәр hәм башҡа күренекле шәхестәр уҡыған Башҡорт педагогия техникумында белем ала. Белеүегеҙсә, был уҡыу йорто тап шул Каруанhарайҙа урынлашҡан була. Ҡәҙерле дуҫтар, хәҙер hеҙҙең иғтибарығыҙға Райман Ишбаев башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры «Каруанhарай» Райман Ишбаев башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры «Каруанhарай»Алып барыусы. Әҙәбиәт ҡағыҙ, ҡәләм, ижад hәм китаптар ғына түгел. Әҙәбиәт дуҫтар, иптәштәр hәм ҡәләмдәштәр ҙә. Әҙиптең ижад шатлыҡтары hәм ижад ғазаптары хаҡында уның ҡәләмдәштәренән дә асығыраҡ әйтеүсе булмаҫтыр. Шуға күрә, Сәғит Агиш тураhындағы хәтирәләр менән уртаҡлашыу өсөн сәхнәгә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримде саҡырайыҡ. Рәхим итегеҙ, Мостафа Сафич!Мостай Кәрим сығыш яhай.Иғланhыҙ сәхнәгә ҡурайсы сыға. Башҡорт халыҡ көйө « « башҡара.Алып барыусы. Бөйөк яҙыусының яҡты иҫтәлегенә бағышлап, … башҡарыуында башҡорт халыҡ көйө … яңғыраны.Мөхтәрәм әҙәбиәт hөйөүселәр, бөгөнгө Хәтер hәм ҡәҙер кисәhенә Башҡортостан китап нәшриәте Сәғит Агиштың хикәйәләр йыйынтығын сығарҙы. Тимәк, беҙгә тағы ла бер тапҡыр бөйөк хикәйә оҫтаhының үҙенсәлекле геройҙары менән осрашырға, улар менән бергә шатланырға, ҡайғырырға мөмкинселек тыуҙы. Был китапты сығарыуға булышлыҡ итеүселәрҙең барыhына ла рәхмәт hүҙен әйтеп, сәхнәгә нәшриәт директоры Азамат Урманшинды саҡырайыҡ.Рәхим итегеҙ, Азамат Рәшитович!Азамат Урманшин hөйләй.
Унан hуң Амантаевтар башҡарыуында бейеү. Иғланhыҙ.
Страница 1 из 3 | Следующая страница |
||
| | Напечатать | Комментарии (0) | ||
| [21 февраля 2011] | Просмотров: 626 Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}
Комментарии 0